Новости

Фильм «Сестрёнка» получил Гран-при кинофестиваля «Отцы и дети»

17 февраля 2020
A96fd746dec88d0d6b458236c60940e0

Фильм «Сестрёнка», снятый режиссёром Александром Галибиным по повести Мустая Карима «Радость нашего дома», получил Гран-при V Международного кинофестиваля «Отцы и дети». 

Исполнители главных ролей в фильме «Сестрёнка» получили дипломы и призы кинофестиваля. Исполнитель роли Ямиля Арслан Крымчурин награждён в номинации «Лучшая мужская роль», исполнительница роли Оксаны Марта Тимофеева - в номинации «Лучшая женская роль».

Кинофестиваль «Отцы и дети» проходил в Орле 21-27 октября 2019 года. В программе фестиваля были представлены 79 документальных, художественных и анимационных фильмов из разных городов России и стран мира. Традиционно в фестивале приняли участие несколько поколений: профессионалы, студенты и учащиеся детских киностудий.

Военная драма «Сестрёнка» снята кинокомпанией «Мотор Фильм Студия» при поддержке Министерства культуры Российской Федерации и Фонда имени Мустая Карима. Лента вышла на экраны 19 сентября 2019 года к 100-летию со дня рождения народного поэта Башкортостана.

Показы «Сестрёнки» состоялись в рамках кинофестивалей в Москве, Санкт-Петербурге, Плёсе, Ялте, Светлогорске, Выборге, Волоколамске, Смоленске, Великом Новгороде, Тюмени, Владимире и под Туапсе. Также специальные показы картины прошли в Лондоне, Брюсселе и Вене.

Фильм получил гран-при IV Ялтинского Международного кинофестиваля «Евразийский мост», приз зрительских симпатий и диплом III степени на XXIII Всероссийском фестивале визуальных искусств во Всероссийском детском центре «Орлёнок», приз зрительских симпатий на XVI Международном фестивале военно-патриотического фильма «Волоколамский рубеж», приз за лучший полнометражный игровой фильм на VI Международном фестивале детского и семейного кино «Ноль Плюс», приз за лучший фильм для детей на Кинофестивале имени Алексея Баталова «Журавли».

_____

Мостай Кәримдең «Беҙҙең өйҙөң йәме» повесы буйынса режиссёр Александр Галибин төшөргән «Һеңлекәш» нәфис фильмы V «Аталар һәм балалар» халыҡ-ара кинофестивалендә Гран-при яуланы.

«Һеңлекәш» фильмында төп ролдәрҙе башҡарыусы кинофестиваль дипломдарына һәм приздарына лайыҡ булды. Йәмил ролен башҡарыусы Арыҫлан Ҡырымсурин «Иң яҡшы ир-ат роле өсөн» номинацияһында, Оксана ролен башҡарыусы Марта Тимофеева «Иң яҡшы ҡатын-ҡыҙ роле өсөн» номинацияһында наградаларға лайыҡ булды.

«Аталар һәм балалар»  кинофестивале 2019 йылдың 21-27 октябрендә Орёлда үтте. Фестиваль программаһына Рәсәйҙең төрлө ҡалаларынан һәм донъя илдәренән 79 документаль, нәфис һәм анимацион  фильмдар инде. Йола буйынса фестивалдә бер-нисә быуын вәкилдәре ҡатнашты: профессионалдар, студенттар һәм балалар киностудияларының уҡыусылары.

«Һеңлекәш» хәрби драмаһын Рәсәй Федерацияһы мәҙәниәт министрлығы һәм Мостай Кәрим исемендәге Фонд булышлығында «Мотор Фильм Студия» кинокомпанияһы төшөрҙө. Экрандарға таҫма Башҡортостандың халыҡ шағиры тыуыуына 100 йыл уңайынан  2019 йылдың  19 сентябрендә сыҡты.

«Һеңлекәш» фильмы кинофестиваль сиктәрендә Мәскәү, Санкт-Петербург, Плёс, Ялта, Светлогорск, Выборг, Волоколамск, Смоленск, Бөйөк Новгород, Төмән, Владимир ҡалаларында һәм Туапсе янында күрһәтелде. Шулай уҡ махсус күрһәтеү саралары  Лондонда, Брюсселдә һәм Венала үтте.

Фильм IV «Евразия күпере» Халыҡ-ара Ялта кинофестивалендә гран-при, «Орлёнок» Бөтә Рәсәй балалар үҙәгендә үткән XXIII Бөтә Рәсәй визуаль сәнғәттәр фестивалендә тамашасылар һөйөүе призы һәм III дәрәжә дипломы,  XVI «Волоколамск рубежы» Халыҡ-ара хәрби-патриотик фильмдар фестивалендә тамашасылар һөйөүе призы, «Ноль Плюс» VI Халыҡ-ара балалар һәм ғаилә киноһы фестивалендә иң яҡшы тулы метражлы нәфис фильм өсөн приз, Алексей Баталов исемендәге «Торналар» кинофестивалендә балалар өсөн иң яҡшы фильм призын яуланы.