Новости

Посол Турции в России посетил памятник Мустаю Кариму в Уфе

23 января 2020
Fe0563417c9957905939bf269110bcde

23 января в ходе официального визита в Уфу Чрезвычайный и Полномочный Посол Турецкой Республики в Российской Федерации Мехмет Самсар и Генеральный Консул Турецкой Республики в Казани Исмет Эрикан посетили памятник народному поэту Башкортостана Мустаю Кариму.

Как рассказала директор Фонда имени Мустая Карима, дочь поэта Альфия Каримова, Мустай Карим дружил со многими турецкими писателями и поэтами. «В Москве он познакомился с великим турецким поэтом Назымом Хикметом, - отметила Альфия Мустаевна. - В Турции Мустай Карим впервые побывал в 1966 году вместе со своим другом Константином Симоновым, это была длительная поездка. С тех пор тесные дружеские отношения связывали его с известным турецким сатириком Азизом Несином, писателем Орханом Кемалем. Он близко знал писательницу Суад Дервиш, дружил с художником Ибрагимом Балабаном. Его большим другом был Невзат Устюн, который перевёл книгу его стихов, и папа стал известен турецкому читателю». Она также добавила, что поэтические сборники Мустая Карима неоднократно издавались в Турции.

23 января в Уфе состоялась рабочая встреча Мехмета Самсара с Главой Башкортостана Радием Хабировым, в которой также принял участие Исмет Эрикан. Стороны обсудили перспективы реализации совместных проектов в различных отраслях экономики и социальной сферы. Также обсуждались намерения турецкой бизнес-миссии посетить Башкортостан, возможности культурного обмена, развитие взаимоотношений в сфере образования. 

_____

23 ғинуар Өфөгә рәсми визит барышында Төркиә Республикаһының Рәсәйҙәге Ғәҙәттән тыш һәм Тулы хоҡуҡлы илсеһе Мехмет Самсар һәм Төркиәнең Ҡазандағы Генераль консулы Исмәт Эрикан  Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең һәйкәленә барҙы.

Мостай Кәрим исемендәге Фонд директоры, шағир ҡыҙы Әлфиә Кәримова һөйләүе буйынса, Мостай Кәрим байтаҡ төрөк яҙыусылары һәм шағирҙары менән дуҫ булған. «Мәскәүҙә ул бөйөк төрөк шағиры Назым Хикмәт менән танышҡайны, - тип әйтеп үтте Әлфиә Мостай ҡыҙы.  - Төркиәлә Мостай Кәрим тәүге тапҡыр 1966 йылда үҙенең дуҫы Константин Симонов менән барып ҡайта, был оҙайлы сәфәр була. Шул ваҡыттан башлап ул билдәле төрөк сатиригы Азаз Несин, яҙыусы Орхан Кемал менән дуҫтарса мөнәсәбәт булдыра. Ул яҙыусы ханым Суад Дәрүиште яҡындан белә, рәссам Ибраһим Балабан менән дуҫлаша.  Невзат Устюн менән оло дуҫлыҡ ептәре бәйләй, ул атайымдың шиғырҙар китабын тәржемә итә һәм атайым төрөк уҡыусыһына билдәле булып китә». Ул шулай уҡ Мостай Кәримдең шиғри йыйынтыҡтары Төркиәлә бер-нисә тапҡыр баҫылғанын да билдәләй.

23 ғинуар Өфөлә Мехмет Самсар Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров менән эш осрашыуы үткәрҙе, унда шулай уҡ Исмәт Эрикан да ҡатнашты. Яҡтар иҡтисадтың төрлө тармаҡтарында һәм социаль өлкәлә берлектәге проекттарҙы тормошҡа ашырыу мөмкинлектәре буйынса фекер алышты. Һүҙ шулай уҡ төрөк бизнес-миссияһының Башҡортостанға килеүе, мәҙәниәт өлкәһендә аралашыуы, мәғариф өлкәһендә үҙ-ара мөнәсәбәттәрҙе үҫтереүе хаҡында алып барылды.