Новости

В Центральном Доме кино состоялся показ фильма «Сестрёнка»

20 января 2020
754068794db2c76897da94f67f814dbb

19 января в Москве в Центральном Доме кино состоялся показ фильма «Сестрёнка», собравший более 1000 зрителей.

Среди гостей показа - члены съемочной группы, создатели фильма, члены Союза кинематографистов Российской Федерации, гости Полномочного Представительства Республики Башкортостан при Президенте Российской Федерации и землячества Башкортостана, а также юные зрители - ученики московских школ. На показе присутствовали главные герои фильма - Арслан Крымчурин и Марта Тимофеева.

«Большая честь - играть одну из главных ролей в этом фильме. Хочу выразить огромную благодарность Фонду имени Мустая Карима, кинокомпании «Мотор Фильм Студия» и, конечно же, Министерству культуры Российской Федерации», - отметил Арслан Крымчурин.

В основе фильма «Сестрёнка» лежит повесть Мустая Карима «Радость нашего дома». Лента вышла на экраны 19 сентября 2019 года к 100-летию со дня рождения народного поэта Башкортостана. Показы «Сестрёнки» состоялись в рамках кинофестивалей в Москве, Санкт-Петербурге, Плёсе, Ялте, Светлогорске, Выборге, Волоколамске, Смоленске, Великом Новгороде, Тюмени, Владимире и под Туапсе. Также специальные показы картины прошли в Лондоне, Брюсселе и Вене.

_____

19 ғинуар Мәскәүҙең Үҙәк Кино йортонда «Һеңлекәш» фильмы күрһәтелде, унда 1000-дән ашыу тамашасы йыйылды.

Фильм күрһәтеүҙең  ҡунаҡтары араһында – съемка төркөмө ағзалары, фильмды эшләүселәр, Рәсәй Федерацияһының Кинематографистар союзы ағзалары, Башҡортостан Республикаһының Рәсәй Федерацияһы Президенты ҡарамағындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиллегенән һәм Башҡортостан яҡташтар берлегенән ҡунаҡтар, шулай уҡ йәш тамашасылар – Мәскәү мәктәптәре уҡыусылары булды. Шулай уҡ сараға фильмдың төп геройҙары – Арыҫлан Ҡырымсурин һәм Марта Тимофеева ла килде.

 «Был фильмда төп ролдең береһен уйнау минең өсөн бик ҙур мәртәбә. Мостай Кәрим исемендәге Фондҡа, «Мотор Фильм Студия» кинокомпанияһына, һәм, әлбиттә, Рәсәй Федерацияһының мәҙәниәт министрлығына оло рәхмәтемде белдергем килә», - тип әйтеп үтте Арыҫлан Ҡырымсурин.

«Һеңлекәш» фильмының нигеҙендә Мостай Кәримдең «Беҙҙең өйҙөң йәме» повесы ята. Экрандарға таҫма Башҡортостандың халыҡ шағиры тыуыуына 100 йыл уңайынан  2019 йылдың  19 сентябрендә сыҡты. «Һеңлекәш» фильмы кинофестиваль сиктәрендә Мәскәү, Санкт-Петербург, Плёс, Ялта, Светлогорск, Выборг, Волоколамск, Смоленск, Бөйөк Новгород, Төмән, Владимир ҡалаларында һәм Туапсе янында күрһәтелде. Шулай уҡ махсус күрһәтеүҙәр Лондонда, Брюсселдә һәм Венала үтте.