Новости

100-летие Мустая Карима вошло в топ-10 событий года по версии «Вести-Башкортостан»

30 декабря 2019
E5958e43590593f8bd771d203320f48b

«Вести-Башкортостан» составили топ-10 главных событий уходящего 2019 года:

- Два больших юбилея отметили в Башкортостане. В марте республика отпраздновала сто лет со дня образования. Наш регион вошел в историю России как первая республика, подписавшая соглашение с Российским рабоче-крестьянским Правительством о Советской автономии Башкирии. Торжества, посвященные юбилею, проходили весь год. В день празднования в Уфу приехала председатель Совета Федерации Валентина Матвиенко.

- В Башкортостане отметили 100-лет со дня рождения народного поэта Мустая Карима. Вековой юбилей писателя и общественного деятеля был ознаменован показом документального фильма «Мустай», изданием полного собрания сочинений, прокатом картины «Сестренка» и многочисленными литературными встречами.

- Главным событием политической жизни региона стали выборы Главы Башкортостана. Радий Хабиров уверенно одержал победу, набрав более 82% голосов. Впервые в истории избирательных кампаний страны Хабиров принял участие в предвыборных дебатах наравне с другими претендентами на пост руководителя республики.

- Череду исторических юбилеев, но уже на мировом уровне, продолжило 100-летие Коминтерна. В Уфе прошла Международная конференция, посвященная тайнам шпионажа времен Второй мировой войны. Телеведущий и историк Сергей Брилев презентовал книгу, а также поработал над спецрепортажем о разведшколе в Кушнаренковском районе и легендарном радио Коминтерна.

- Еще два знаковых события коснулись телевидения. Россия вступила в мультимедийное пространство. В Башкортостане к моменту переключения в «цифровой формат» были построены 216 вышек. Торжественный запуск «цифрового телевидения» состоялся в исторической студии уфимского телецентра. Именно отсюда 60 лет назад в эфир вышли первые программы башкирского ТВ. С юбилеем коллектив поздравил замгенерального директора ВГТРК — руководитель регионального департамента Рифат Сабитов.

- Геопарк «Янгантау» включен в глобальную сеть геопарков ЮНЕСКО. В России впервые появилась уникальная территория в 2 тысячи квадратных километров. В перспективе республика планирует получить особый статус и для геопарка «Торатау».

- Уфе превратилась в столицу мирового искусства. На сцене Башкирского театра оперы и балета состоялась премьера оперы Верди «Аттила». Постановка стала режиссерским дебютом двукратного обладателя «Грэмми» Ильдара Абдразакова. Партию вождя гуннов исполнил Аскар Абдразаков. Спектакль оба брата посвятили памяти отца, режиссера Амира Абдразакова.

- Масштабный международный музыкальный фестиваль «Сердце Евразии» назван лучшим в России. В этом году в уфимском амфитеатре выступали звезды экрана и сцены – Надежда Бабкина, Алсу, Эмир Кустурица. А группа «Би-2» собрала небывалый аншлаг под открытым небом – более 70 тысяч зрителей.

- Уникальный центр шорт-трека появился в Уфе. Спортсмены ждали его открытия 7 лет. На льду теперь могут тренироваться настоящие и будущие олимпийские чемпионы.

- В Уфе начали строить новый мост через Белую. Камень в основание третьей бельской переправы заложил Радий Хабиров. Трехполосный мост заработает к декабрю 2021 года.

Источник: ГТРК «Башкортостан»

_____

«Хәбәрҙәр-Башкортостан» 2019 йылдың үткән йылдың иң мөһим ваҡиғаларының топ-10 исемлеген төҙөнө:

- Башҡортостанда ике оло юбилей үтте. Март айында республика ойошторолоуының йөҙ йыллығын билдәләне. Беҙҙең регион Рәсәй тарихына Башҡортостан Совет автономияһы тураһында Рәсәй крәҫтиән-эшсе Хөкүмәте менән килешеү төҙөгән беренсе республика булараҡ инде. Юбилей айҡанлы тантаналы саралар йыл әйләнәһенә үтте. Байрам көнө Өфөгә Федерация Советы рәйесе Валентина Матвиенко килде.

- Башҡортостанда халыҡ шағиры Мостай Кәримдең тыуыуына 100 йыл тулыуын билдәләнеләр. Әҙиптең һәм йәмәғәт эшмәкәренең бер быуатлыҡ юбилейына бағышлап «Мостай» документаль фильмы күрһәтелде, әҫәрҙәренең тулы йыйынтығы нәшер ителде, «Һеңлекәш» киноһүрәтенең прокаты һәм байтаҡ әҙәби осрашыуҙар үтте.

- Региондың  төп сәйәси ваҡиғаһы - Башҡортостан Башлығын һайлауҙары булды. Радий Хәбиров 82 проценттан  артыҡ тауыштар йыйып, еңеүенә ышаныслы килде. Илдең һайлау кампаниялары тарихында Хәбиров тәүге тапҡыр республика етәксеһе вазифаһына дәғүә итеүселәр  менән бер рәттән һайлау алды дебаттарында ҡатнашты.

- Коминтерндың 100 йыллығы тарихи юбилейҙар исемлеген дауам итте, был юлы -  донъя кимәлендә. Өфөлә Икенсе донъя һуғышының шпионаж серҙәренә бағышланған Халыҡ-ара конференция үтте. Телевидениеның алып барыусыһы һәм тарихсы Сергей Брилев китабының исем туйын үткәрҙе, шулай уҡ Кушнаренко районындағы разведка мәктәбе һәм Коминтерндың легендар радиоһы тураһында махсус репортаж яһаны.

- Тағы ике мөһим ваҡиға телевидениеға ҡағылды. Рәсәй мультимедиа киңлегенә инде. Башҡортостанда «цифра форматы» мәленә күсер алдынан 216 вышка төҙөлдө. «Цифра телевидениеһы»н сафҡа ебәреү тантанаһы Өфө телеүҙәгенең тарихи студияһында үтте. Тап ошонан 60 йыл элек эфирға башҡорт телевидениеһының тәүге программалары сыға башланы. Коллективты юбилейы менән Бөтә Рәсәй дәүләт телерадиокампанияһының генераль директоры урынбаҫары – региональ департамент етәксеһе Рифат Сабитов ҡотланы.

- «Янғантау» геопаркы ЮНЕСКО геопарктарының глобаль селтәренә индерелде.  Рәсәйҙә тәүге тапҡыр 2 мең квадрат километрлыҡ уникаль территория барлыҡҡа килде. Перспективала республикала «Торатау» геопаркы өсөн дә айырым статус алыу күҙаллана.

- Өфө донъя сәнғәте башҡалаһына әйләнде. Башҡорт опера һәм балет театры сәхнәһендә Вердиның «Аттила» операһының премьераһы үтте. Был ике тапҡыр «Грэмми»ға лайыҡ   Илдар Абдразаҡовтың режиссер дебюты булды. Һунндар юлбашсыһы партияһын Асҡар Абдразаҡов башҡарҙы. Спектаклде ағалы-ҡустылы Абдразаҡовтар аталары, режиссер Әмир Абдразаҡовтың хәтеренә бағышланы.

- «Евразия йөрәге» масштаблы халыҡ-ара музыкаль фестиваль Рәсәйҙә иң яҡшыһы тип танылды. Быйыл Өфө амфитеатрында экран һәм сәхнә йондоҙҙары сығыш яһаны - Надежда Бабкина, Алһыу, Эмир Кустурица. Ә  «Би-2» төркөмө асыҡ һауала бығаса булмаған аншлаг йыйҙы – 70 мең тамашасы.

- Өфөлә шорт-тректың уникаль үҙәге асылды. Спортсмендар уның асылыуын 7 йыл көттө. Хәҙер инде боҙҙа әлеге һәм буласаҡ Олимпиада чемпиондары күнекмәләрен үткәрә ала.

- Өфөлә Ағиҙел аша яңы күпер төҙөлә башланы. Ағиҙел аша өсөнсө күперҙең нигеҙенә тәүге ташты Радий Хәбиров һалды. Өс машина юлына иҫәпләнгән күпер 2021 йылдың декабрендә сафҡа инәсәк.