Новости

«Сестрёнка» вошла в число самых кассовых фильмов года в Башкирии

25 декабря 2019

Военная драма «Сестрёнка», снятая режиссёром Александром Галибиным по повести Мустая Карима «Радость нашего дома», вошла в число самых кассовых фильмов года в Башкортостане.

По данным федеральной автоматизированной информационной системы сведений о показах фильмов в кинозалах, наибольшую кассу за год в Башкирии собрал мультфильм «Король Лев» — 51,3 млн рублей, его посмотрели почти 260 тысяч человек. В тройку также попала российская картина «Т-34» (49,4 млн) и фэнтези по мотивам комиксов «Мстители. Финал» — 48 млн.

11-е место в списке занимает картина башкирского производства – «Сестрёнка». В Башкирии фильм собрал 23,5 млн рублей (в российском прокате еще четыре миллиона) и 143 тысячи зрителей. Это больше, чем голливудские «Капитан Марвел» (23,3 млн) и «Аладдин» (23,2 млн).

Фильм «Сестрёнка» снят кинокомпанией «Мотор Фильм Студия» при поддержке Министерства культуры Российской Федерации и Фонда имени Мустая Карима. Лента вышла на экраны 19 сентября 2019 года к 100-летию со дня рождения народного поэта Башкортостана Мустая Карима.

Источник: Башинформ

_____

Мостай Кәримдең «Беҙҙең өйҙөң йәме» повесы буйынса төшөрөлгән Александр Галибиндың «Һеңлекәш» хәрби драмаһы Башҡортостандың иң ҙур кассаны йыйыусы фильмдар иҫәбенә ингән.

Федераль автоматизацияланған информацион системаһының кинозалдарҙа фильмдар күрһәтеү буйынса биргән мәғлүмәттәре буйынса, Башҡортостанда «Король Лев» мультфильмы иң ҙур кассаны йыйған –  51,3 млн һум, уны 260 меңгә яҡын кеше ҡараған. Өс иң уңышлы фильмдар иҫәбенә шулай уҡ  «Т-34» Рәсәй картинаһы  (49,4 млн)  һәм «Мстители. Финал»  комикстар буйынса төшөрөлгән фэнтези (48 млн) ингән.

Был исемлектә 11-се урынды Башҡортостанда төшөрөлгән «Һеңлекәш» һүрәте биләй. Башҡортостанда фильм 23,5 млн һум йыйҙы (Рәсәй прокатында тағы ла дүрт миллион), уны 143 мең тамашасы ҡараған. Был Голливудта етештерелгән «Капитан Марвел» (23,3 млн)  һәм «Аладдин» (23,2 млн) фильмдарынан артығыраҡ.

«Һеңлекәш» фильмын Рәсәй Федерацияһы мәҙәниәт министрлығы һәм Мостай Кәрим исемендәге Фонд булышлығында «Мотор Фильм Студия» кинокомпанияһы төшөрҙө. Экрандарға таҫма Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең тыуыуына 100 йыл уңайынан  2019 йылдың  19 сентябрендә сыҡты.