Новости

В Москве состоялся научно-просветительский семинар «Не русский я, но россиянин», посвященный 100-летию Мустая Карима

20 декабря 2019
738709f520e710dad2c90bf8724ec0bc

18 декабря в Институте Филологии Московского педагогического государственного университета состоялся научно-просветительский семинар «Не русский я, но россиянин», посвященный 100-летию со дня рождения народного поэта Республики Башкортостан Мустая Карима.

Семинар открыла директор Института филологии, доктор филологических наук, доцент, заведующий кафедрой русской классической литературы Елена Чернышева. Она отметила особый научно-культурный статус семинара, собравшего высоких гостей, преподавателей, магистрантов и бакалавров.

С приветственным словом к участникам семинара обратился первый проректор МПГУ, доктор географических наук, академик-секретарь общего среднего образования РАО, профессор Виктор Дронов. Он рассказал о биографии Мустая Карима, процитировал его философские стихи, отметил вклад великого поэта Башкортостана в культуру родного народа и всей России.

Знаменитая стихотворная строчка Мустая Карима «Не русский я, но россиянин» выражает общероссийскую идентичность, любовь к большой родине многих многих её сынов и дочерей. Очень важно, что Мустай Карим получил педагогическое образование, в 1941 году он окончил факультет языка и литературы Башкирского педагогического института и понимал, какой значимой миссией наполнен труд учителя.

На открытии семинара прозвучало приветствие Главы Республики Башкортостан Радия Хабирова, в котором отмечалась символическая значимость проведения этого важного мероприятия в стенах МПГУ. Также Радий Хабиров пожелал молодому поколению открыть яркие страницы биографии и творчества Мустая Карима, красоту башкирской культуры.

Зачитавший приветствие заместитель полномочного представителя Республики Башкортостан при президенте Российской Федерации Александр Бутенко обозначил вехи народной памяти, которые отдают дань личности и наследию великого поэта. Из последних событий — спуск на воду в сентябре 2019 года круизного лайнера «Мустай Карим». Обратившись к творчеству Мустая Карима, Бутенко выделил среди значимых образов в произведениях Мустая Карима родную природу Башкирии, его любовь к Отечеству.

Приветствие участникам семинара направил внук поэта, учредителя Фонда имени Мустая Карима Тимербулат Каримов. Он отметил, что наследие поэта объединило на знаменательном мероприятии в МПГУ талантливых людей, и пожелал всем собравшимся успехов.

Заведующий сектором общественных связей Полномочного представительства Республики Татарстан Наиля Акмаева зачитала участникам семинара приветствие Полномочного представителя Республики Татарстан при президенте Российской Федерации Равиля Ахметшина. Она также передала от снохи Мустая Карима – Назифы Каримовой – в дар Институту филологии ценный трехтомный сборник произведений поэта в кожаном переплете и с авторскими пометками на полях.

Известный татарский писатель и общественный деятель, лауреат Государственной Премии Татарстана имени Габдуллы Тукая, Заслуженный работник культуры Российской Федерации Ринат Мухамадиев , неоднократно бывавший в Башкирии в гостях у Мустая Карима, рассказал о многолетней дружбе с поэтом и отметил глубину его лирико-философских произведений.

На встречу также пришли видный литературовед, автор учебников по литературе народов России, доктор педагогических наук, профессор Российского нового университета Руслан Хайруллин, доктора филологических наук, профессора, представляющие Институт филологии МПГУ. В организации и работе семинара приняли активное участие преподаватели Института филологии: кандидат филологических наук, доцент кафедры общего языкознания Ландыш Латфуллина; кандидат филологических наук, доцент кафедры русской литературы ХХ-ХХI веков Института филологии Рамиль Шаряфетдинов; кандидат филологических наук, заместитель директора Института филологии, доцент кафедры общего языкознания Марина Сарапас.

Прошедший в теплой, наполненной светом, научно-просветительской атмосфере семинар вызвал живой интерес к творчеству Мустая Карима у преподавателей, студентов и учащихся магистратуры Института филологии по программам «Татарская филология» и «Тюркская филология и культура». Научно-просветительский семинар продолжит свою работу.

Источник: МПГУ

_____

18 декабрь Мәскәү педагогика дәүләт университетының Филология институтында Башҡортостан Республикаһының халыҡ шағиры Мостай Кәримдең тыуыуына 100 йыл тулыу айҡанлы «Рус түгелмен, ләкин россиянмын» фәнни-мәғариф  семинары үтте.

Семинарҙы Филология институты директоры,  филология фәндәре докторы, доцент, рус классик әҙәбиәтенең кафедра мөдире Елена Чернышева асты. Ул абруйлы ҡунаҡтарҙы, уҡытыусыларҙы, магистранттарҙы һәм бакалаврҙарҙы бергә йыйған семинарҙың айырым фәнни-мәҙәни статусын билдәләп үтте.

Семинарҙа ҡатнашыусыларға сәләмләү һүҙе менән МПДУ-ның беренсе проректоры, география фәндәре докторы,  Рәсәй мәғариф академияһының урта дөйөм белем биреүҙең академик-секретаре, профессор Виктор Дронов сығыш яһаны. Ул Мостай Кәримдең биографияһы тураһында һөйләне, уның фәлсәфәүи шиғырҙарынан өҙөктәр килтерҙе, Башҡортостандың бөйөк шағиры үҙ халҡының һәм бөтә Рәсәйҙең мәҙәниәтенә индергән өлөшөн билдәләп үтте.

Мостай Кәримдең «Рус түгелмен, ләкин россиянмын» тигән данлыҡлы шиғри юлы Рәсәйҙә йәшәүсе һәм оло Ватанына шундай уҡ һөйөү кисереүсе улдарының һәм ҡыҙҙарының дөйөм тойғоһон асып бирә. Мостай Кәримдең педагогик белем алғаны бик мөһим, ул 1941 йылда Башҡорт педагогия институтының тел һәм әҙәбиәт факультетын тамамлай һәм уҡытыусы хеҙмәте ниндәй әһәмиәтле миссия үтәүен аңлай.

Семинарҙы асыу ваҡытында Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбировтың сәләмләү хаты уҡылды, унда ошондай мөһим сараның МПДУ-ла үтеүенең символик әһәмиәткә эйә булғаны билдәләнеп үтте. Шулай уҡ Радий Хәбиров йәш быуынға Мостай Кәримдең тормош юлының һәм ижадының сағыу биттәрен, башҡорт мәҙәниәтенең матурлығын үҙҙәре өсөн асыуҙарын теләне.

Сәләмләү хатын уҡып китеүсе Башҡортостан Республикаһының Рәсәй Федерацияһы Президенты ҡарамағындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиле урынбаҫары Александр Бутенко бөйөк шағирҙың шәхесенә һәм мираҫына үҙ хөрмәтен күрһәтеүсе халыҡ хәтеренең айырым билдәләре тураһында әйтеп үтте. Һуңғы ваҡиғаларҙан - 2019 йылдың сентябрендә «Мостай Кәрим» круиз лайнерын һыуға төшөрөү.  Мостай Кәрим ижадына ҡағылышлы,  Бутенко Мостай Кәрим әҫәрҙәренең билдәле образдар араһында Башҡортостан тәбиғәтен, Ватанына һөйөүен билдәләне.

Семинарҙа ҡатнашыусыларға сәләмләү хатын Мостай Кәрим исемендәге Фонд учредителе Тимербулат Кәримов ебәрҙе. Унда МДПУ-ла үткән мөһим сарала шағир мираҫы  һәләтле кешеләрҙе берләштереү тураһында әйтелде, ҡатнашыусыларҙың барыһына ла уңыш теләктәре еткерелде.

Татарстан Республикаһының Тулы хоҡуҡлы вәкиллегенең йәмәғәт бәйләнештәре секторының мөдире Наилә Аҡмаева семинарҙа ҡатнашыусыларға Татарстан Республикаһының Рәсәй Федерацияһы Президенты ҡарамағындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиле Рауил Әхмәтшиндың сәләмләү хатын уҡыны. Шулай уҡ ул Мостай Кәримдең килене Нәзифә Кәримованан Филология институтына ҡиммәтле бүләк – шағирҙың күн менән көпләнгән һәм авторҙың китап ситтәрендә яҙыуҙары булған өс томлы йыйынтығын тапшырҙы.

Башҡортостанда Мостай Кәримдә бер-нисә тапҡыр ҡунаҡта булған билдәле татар яҙыусыһы һәм йәмәғәт эшмәкәре, Ғабдулла Туҡай исемендәге Татарстан дәүләт премияһы лауреаты, Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Ринат Мөхәмәҙиев шағир менән оҙаҡ йылдар буйына дауам иткән дуҫлығы тураһында һөйләне һәм уның лирик-философик әҫәрҙәренең тәрәнлеген билдәләп үтте.

Осрашыуҙа шулай уҡ күренекле әҙәбиәт белгесе, Рәсәй халыҡтарының әҙәбиәте буйынса уҡыу әсбабтары авторы, педагогия фәндәре докторы, Рәсәй яңы университеты профессоры Руслан Хәйруллин, МДПУ-ның Филология институтының филология фәндәре докторҙары,  профессорҙары ҡатнашты.

Семинарҙы ойоштороуҙа һәм эшендә Филология институтының уҡытыусылары актив ҡатнашты: филология фәндәре кандидаты, дөйөм тел ғилеме кафедраһының доценты Ландыш Латфуллина; филология фәндәре кандидаты, Филология институтының ХХ-ХХI быуат рус әҙәбиәте кафедраһы доценты Рәмил Шәрәфетдинов; филология фәндәре кандидаты, Филология институтының директор урынбаҫары, дөйөм тел ғилеме кафедраһының доценты Марина Сарапас.

Йылы, нурлы, фәнни-мәғариф рух менән һуғарылған семинар Мостай Кәримдең ижадына ҡарата уҡытыусыларҙа ла, студенттарҙа ла, Филология институтының «Татар филологияһы» һәм «Төрки халыҡтарҙың филологияһы һәм мәҙәниәте» программалары буйынса уҡыған  магистранттарҙа ла ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты. Фәнни-мәғариф семинар үҙ эшен дауам итәсәк.