Новости

Стерлитамакский драмтеатр представил в Уфе спектакль «В ночь лунного затмения» по пьесе Мустая Карима

26 ноября 2019
E4cee3c3ab4cf10664f376d334ecc887

25 ноября на сцене Уфимского государственного татарского театра «Нур» с гастролями выступил башкирский драматический театр Стерлитамакского государственного театрально-концертного объединения. Коллектив представил жителям и гостям столицы спектакль «В ночь лунного затмения» по одноимённой пьесе великого башкирского драматурга и писателя, народного поэта Башкортостана Мустая Карима.

Премьера постановки состоялась в Стерлитамаке в конце октября. Над новым спектаклем работали режиссёр-постановщик – лауреат Российской Национальной театральной Премии «Золотая Маска», режиссёр Саха академического театра им. П.А. Ойунского Сергей Потапов, художник-постановщик Сулпан Азаматова, хореограф Альмира Дорн, художник по свету Ильшат Саяхов.

Режиссёр Сергей Потапов представил своё видение бессмертной трагедии Мустая Карима. Перед зрителем раскрываются вечные темы любви и верности, свободы и долга, страсти и бессилия, ненависти и смирения.

«Мы очень серьёзно готовились к встрече. Ждём именно того зрителя, который любит театр, который хочет для себя открыть Мустая Карима ещё раз, с другой точки зрения. После Уфы в этом году мы также планируем принять участие как минимум в двух фестивалях – российского и международного уровня», – отметил художественный руководитель театра Айдар Зарипов.

Отличительной особенностью спектакля является лаконичное художественное решение: сцена оформлена по принципу чёрного кабинета, в центре расположена юрта в красных тонах. Простота декораций позволяет зрителю сконцентрировать всё внимание на главных героях. Особое место занимают гениальные диалоги Мустая Карима, воплощённые актёрами. Большое значение в них уделено хореографии. Наряду с текстом вторым, не менее выразительным средством, становится пластика – иногда умиляющая, а временами жуткая и ужасающая.

«С образом Акъегета я познакомился, когда поступал в театральный институт. Когда мы начали работу над спектаклем, я понял, что как-то неправильно относился к этой роли, что она не однобокая. Обсуждая с режиссёром, мы говорили о разрушающей силе любви, которая идёт против системы. В трагедии у героя должна быть вина, и у Акъегета она тоже есть», – рассказал Фаниль Карачурин.

Роли в спектакле исполняют народная артистка РБ Физалия Рахимова, заслуженные артисты РБ Ильхам Рахимов и Ильфир Баймурзин, артисты драмы Марат Зубаиров, Фаниль Карачурин, Гульемеш Ибрагимова, Нурзида Салимгареева, Салима Султангареева, Ильнур Аджитаров, Расиль Сынбулатов, Револь Гималов, Ильгиз Акимбетов, Ирик Ибрагимов.

«Выступать на любой сцене очень волнительно, но на уфимской сцене – волнительно вдвойне. Надеемся, что уфимский зритель нас поймёт и прочувствует то, что мы хотим ему сказать и преподнести», – поделился своими впечатлениями перед спектаклем Ильхам Рахимов.

Трагедия Мустая Карима в трактовке Стерлитамакского башдрамтеатра нашла своего зрителя и в столице республики. Зал очень трепетно отреагировал на постановку. Показ прошёл с большим успехом.

Источник: Министерство культуры Республики Башкортостан

_____

25 ноябрь «Нур» Өфө дәүләт татар театры сәхнәһендә Стәрлетамаҡ дәүләт театраль-концерт берләшмәһенең башҡорт драма театрының гастролдәре башланды. Өфөләргә һәм башҡала ҡунаҡтарына коллектив бөйөк башҡорт драматургы һәм яҙыусыһы, Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең «Ай тотолған төндә» трагедияһы буйынса шул уҡ исемле спектакль тәҡдим итте.

Спектакль премьераһы Стәрлетамаҡта октябрь аҙағында үтте. Яңы спектаклде «Алтын битлек» Рәсәй милли театр премияһы лауреаты,  П. А. Ойунский исемендәге Саха академия театры режиссеры Сергей Потапов, ҡуйыусы-рәссам Сулпан Азаматова, хореограф Альмира Дорн, яҡтыртыусы-рәссам Илшат Саяхов сығарҙы.

Режиссер Сергей Потапов Мостай Кәримдең үлемһеҙ трагедияһына үҙ ҡарашын асып бирҙе. Тамашасыға  мөхәббәт һәм тоғролоҡ, азатлыҡ һәм бурыс, ярһыу теләктәр һәм ихтиярһыҙлыҡ, нәфрәт һәм тәҡдиреңә буйһоноу кеүек мәңгелек темалар хаҡында бәйән ителде.

 «Беҙ был осрашыуға бик етди әҙерләндек. Беҙ театрҙы яратҡан, үҙе өсөн Мостай Кәримде йәнә бер тапҡыр, икенсе яҡтан асырға теләгән тамашасыны көтәбеҙ. Өфөнән һуң быйыл кәмендә тағы ике фестивалдә ҡатнашыу ҡаралған, береһе Рәсәй, икенсеһе халыҡ-ара кимәлендә», – тип әйтеп үтте театрҙың художество етәксеһе Айҙар Зарипов.

Спектаклдең үҙенсәлеге – уның ыҡсым  биҙәлеше: сәхнә «ҡара кабинет» принцибы буйынса эшләнгән, үҙәгендә – ҡыҙыл төҫтәге тирмә. Декорациялар ябайлығы тамашасының бар иғтибарын төп геройҙар кисерештәренә йүнәлтергә ярҙам итә. Айырым урынды Мостай Кәримдең актерҙар аша еткерелгән гениаль диалогтары биләп тора. Бында хореография ла ҙур әһәмиәткә эйә. Текст менән йәнәшә пластика шулай уҡ сәхнә әҫәренең эстәлеген аса, ҡай саҡ улар наҙлы хистәр уята, ҡай саҡ – ҡурҡыта һәм шаҡ ҡатыра.

«Аҡъегет образы менән мин театр факультетына уҡырға ингән сағымда таныштым. Спектакль өҫтөндә эш башлағас, мин был ролде нисектер дөрөҫ аңламағанымды, уға бер яҡлы ҡарағанымды аңланым. Режиссер менән аралашҡанда, беҙ мөхәбәттең системаға ҡаршы килгән һәләкәтле көсө хаҡында һөйләштек. Трагедияла геройҙың ғәйеп тойғоһо булырға тейеш, һәм Аҡъегеттә ул бар», – тип һөйләне Фәнил Ҡарасурин.

Спектаклдә ролдәрҙе Башҡортостандың халыҡ артисы Фиҙәлиә Рәхимова, Башҡортостандың атҡаҙанған артистары Илһам Рәхимов һәм Илфир Баймырҙин, драма артистары  башҡар Марат Зөбәйеров, Фәнил Ҡарасурин, Гөлйемеш Ибраһимова, Нурзидә Сәлимгәрәева, Сәлимә Солтангәрәева, Илнур Аджитаров, Рәсил Сынбулатов, Револь Ғималов, Илгиз Әкимбәтов, Ирек Ибраһимов башҡара.

 «Ниндәй булһа ла сәхнәлә сығыш яһау тулҡынландыра, әммә Өфө сәхнәһендә – ике тапҡырға көслөрәк тулҡынланаһың. Өфө тамашасыһы беҙҙе аңлар һәм беҙ уға нимә әйтергә, нимә еткерергә теләгәнебеҙҙе тойор, тип ышанабыҙ», – тип үҙенең тәьҫораттары менән уртаҡлашты Илһам Рәхимов.

Стәрлетамаҡ башҡорт драма театрының Мостай Кәрим трагедияһына яңы ҡарашы республика башҡалаһында ла тамашасыһын тапты.  Зал сәхнә әҫәрен хисләнеп ҡабул итте. Спектакль ҙур уңыш менән үтте.