Новости

Показ фильма «Сестрёнка» состоится в Австрии в рамках комплексной презентации Башкортостана

19 ноября 2019
Deffe91889f4d67c1bad3f27a3493824

19-21 ноября официальная делегация Башкортостана во главе с первым заместителем Премьер-министра Правительства Республики Башкортостан Андреем Назаровым посетит Вену c комплексной презентацией инвестиционного и экономического потенциала республики. В части культурной программы визита состоится показ художественного фильма «Сестрёнка» по мотивам повести Мустая Карима «Радость нашего дома».

Фильм снят кинокомпанией «Мотор Фильм Студия» при поддержке Министерства культуры Российской Федерации и Фонда имени Мустая Карима. Картина приурочена к 100-летию со дня рождения народного поэта Башкортостана.

Премьера «Сестрёнки» состоялась 17 сентября 2019 года в московском кинотеатре «Иллюзион». 19 сентября фильм вышел в широкий российский прокат. 22 сентября в Государственном концертном зале «Башкортостан» состоялся премьерный показ картины в Уфе.

Показы «Сестрёнки» прошли в рамках кинофестивалей в Москве, Санкт-Петербурге, Плёсе, Ялте, Светлогорске, Выборге, Волоколамске, Смоленске, Великом Новгороде, Тюмени и под Туапсе, а также в рамках Недели российского кино в Брюсселе.

Источник: Правительство Республики Башкортостан

_____

9-21 ноябрь Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Андрей Назаров етәкселегендә Башҡортостандың рәсми делегацияһы республиканың инвестицион һәм иҡтисади потенциалының комплекслы презентацияһы менән Венаға барасаҡ. Визиттың мәҙәни программаһы сиктәрендә Мостай Кәримдең «Беҙҙең өйҙөң йәме» повесы буйынса төшөрөлгән «Һеңлекәш» нәфис фильмы күрһәтеләсәк.

Фильмды Рәсәй Федерацияһы мәҙәниәт министрлығы һәм Мостай Кәрим исемендәге Фонд булышлығында «Мотор Фильм Студия» кинокомпанияһы төшөрҙө. Һүрәт Башҡортостандың халыҡ шағиры тыуыуына 100 йыл тулыу айҡанлы донъя күрҙе.

«Һеңлекәш» премьераһы 2019 йылдың 17 сентябрендә Мәскәүҙә «Иллюзион» кинотеатрында уҙҙы. 19 сентябрь фильм Рәсәй буйынса киң прокатҡа сығарылды.  22 cентябрь һүрәттең премьераһы Өфөлә «Башҡортостан» дәүләт концерт залында үтте.

«Һеңлекәш» фильмы кинофестиваль сиктәрендә Мәскәү, Санкт-Петербург, Плёс, Ялта, Светлогорск, Выборг, Волоколамск, Смоленск, Бөйөк Новгород, Төмән, Владимир ҡалаларында һәм Туапсе янында, шулай уҡ Брюсселдә үткән Рәсәй киноһы аҙналығы сиктәрендә күрһәтелгәйне.