Новости

В Башкирском государственном медицинском университете состоялся вечер памяти Мустая Карима

3 октября 2019
0e986260c1f4355c6f7a583383ef5b46

2 октября в Башкирском государственном медицинском университете состоялся вечер памяти народного поэта Башкортостана Мустая Карима «Птиц выпускаю из своей груди».

«Когда уходит из жизни человек искусства, кому, как не близким людям, которые всю жизнь жили возле него, продолжать его дело. Один из молодых писателей сказал: «Главное, чтобы не забронзовело имя. Чтобы люди знали не только имя, но и труды». Мы очень стараемся это сделать. Отец никогда не врал в своем творчестве. В каждом произведении частица его души, поэтому он понятен любому человеку», - отметила директор Фонда имени Мустая Карима, дочь поэта Альфия Каримова.

«Я была лично знакома с Мустаем Каримом и мне выпала честь – создать его личный фонд в национальном архиве РБ, - рассказала заведующая научным архивом уфимского федерального исследовательского центра РАН Луиза Гиниатуллина. - Здесь можно найти оригинальные документы. Самое важное, что работа по пополнению продолжается, появляются новые документы».

Председатель Башкирского отделения Русского географического общества, писатель Камиль Зиганшин рассказал студентам о проекте, посвященном 100-летию Мустая Карима. «Нам хотелось выразить свою любовь и восхищение этим человеком. В прошлом году мы с группой восходителей в составе представителей Башкортостана и опытных альпинистов Кабардино-Балкарии поднялась на высоту 3555 метров на безымянную вершину Главного Кавказского хребта в Чегемском ущелье и установила на ней памятную табличку. Теперь на пике Мустая Карима на самой высокой его точке будут встречать его стихи, посвященные горам Кавказа», - отметил Камиль Зиганшин.

Студенты прочли стихи Мустая Карима. Также им показали трейлер фильма «Сестрёнка» по повести Мустая Карима «Радость нашего дома», прокат которого продолжается в российских кинотеатрах.

Источник: Ufaved.info
Фото: Андрей Вдовин

_____

2 октябрь Башҡорт дәүләт медицина университетында Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримгә бағышланған «Күкрәгемдән ҡоштар осорам» хәтер кисәһе уҙҙы.

«Сәнғәт кешеһе тормоштан китеп барһа, ғүмере буйы уның янында булған, уның менән йәшәгән иң яҡын кешеләре шәхестең эшен дауам итмәй булмайҙыр. Бер йәш яҙыусы шулай тине: «Исемдең һәйкәлгә әйләнмәүе мөһим. Кешеләр исемде генә түгел, хеҙмәтте лә белһен». Беҙ ошо юҫыҡта эшләргә бик тә тырышабыҙ. Атайым бер ҡасанда ижадында алдаманы. Уның һәр әҫәрендә – күңеленең бер өлөшө, шуның өсөн дә ул һәр кешегә яҡын», – тип билдәләп үтте Мостай Кәрим исемендәге Фонд директоры, шағирҙың ҡыҙы Әлфиә Кәримова.

«Мин Мостай Кәрим менән шәхсән таныш булдым һәм миңә БР-ҙың Милли архивында уның шәхси фонды булдырыу хөрмәте тейҙе, – тип һөйләне Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө федераль тикшеренеү үҙәгенең ғилми архив мөдире Луиза Ғиниәтуллина. – Бында төп документтарҙы табырға мөмкин. Иң мөһиме – тулыландырыу буйынса эш дауам итә, яңы документтар килеп сыға».

Рус география йәмғиәтенең Башҡортостан бүлексәһе рәйесе, яҙыусы Камил Йыһаншин студенттарға Мостай Кәримдең 100 йыллығына бағышланған проект хаҡында һөйләне. «Беҙгә ошо кешегә ҡарата үҙ һөйөүебеҙҙе һәм һоҡланыуыбыҙҙы белдерге килде. Былтыр беҙ Башҡортостан вәкилдәре һәм Ҡабарҙы-Балҡарҙың тәжрибәле альпинисттары менән үрләүселәр төркөмө составында Баш Кавказ һыртының Чегем тарлауығында урынлашҡан 3 555 метр бейеклегендәге сусаҡҡа күтәрелдек һәм унда иҫтәлекле таҡта беркеттек. Хәҙер Мостай Кәрим исемендәге тау үрендә, иң юғары нөктәһендә уның Кавказ тауҙарына бағышланған шиғыры ҡаршы ала», - тип һөйләне Камил Йыһаншин.

Студенттар Мостай Кәрим шиғырҙарын ятланы. Шулай уҡ уларға Мостай Кәримдең «Беҙҙең өйҙөң йәме» повесы буйынса «Һеңлекәш» фильмының трейлерын күрһәттеләр, фильм прокаты Рәсәй кинотеатрҙарында дауам итә.