Новости

Фильм «Сестрёнка» покажут на кинофестивале «Золотой Феникс»
29.08.2019

Военная драма «Сестрёнка», основанная на повести Мустая Карима «Радость нашего дома», вошла в конкурсную программу XII Всероссийского кинофестиваля «Золотой Феникс». Показ фильма состоится 8 сентября в 14:00 в смоленском кинотеатре «Современник».

«Верю в то, что картина станет радостью каждого дома, куда войдет. Счастье ощущения детства, бескрайнего простора, открытия мира, той доброты, которая тебя окружает – впечатления, которые остаются на всю жизнь. Надеюсь, что зритель сможет увидеть в главном герое прежде всего себя», – отметил режиссёр картины, народный артист РФ Александр Галибин.

Кинофестиваль «Золотой Феникс» пройдёт в Смоленской области с 7 по 11 сентября. В программе смотра - 21 картина. В конкурсную программу вошли 10 полнометражных фильмов.

Фестиваль проводится при поддержке Министерства культуры Российской Федерации. Учредители фестиваля - Гильдия кинорежиссеров России, Администрация Смоленской области, Администрация города Смоленска.

Фильм «Сестрёнка» снят кинокомпанией «Мотор Фильм Студия» при поддержке Министерства культуры Российской Федерации и Фонда имени Мустая Карима. На большие экраны картина выйдет 19 сентября. Премьера приурочена к 100-летию со дня рождения народного поэта Башкортостана. Прокатом киноленты займется компания Walt Disney.

Предпремьерные показы «Сестрёнки» уже состоялись в рамках кинофестивалей в Санкт-Петербурге, Плёсе, Ялте, Светлогорске, Выборге, Волоколамске и под Туапсе.

_____

Мостай Кәримдең «Беҙҙең өйҙөң йәме» повесы буйынса төшөрөлгән «Һеңлекәш» хәрби драмаһы XII «Алтын Феникс» Бөтә Рәсәй кинофестиваленең конкурс прораммаһына инде. Фильм Смоленскиҙа «Современник» кинотеатрында 8 сентябрь 14:00-дә күрһәтеләсәк.

«Был һүрәт ниндәй өйгә инһә лә, уның йәме буласағына ышанам. Баласаҡ тойғоларының бәхете, сикһеҙ киңлек, донъяны танып асыу, һине уратҡан яҡшылыҡ – был тәьҫораттар ғүмерлеккә тороп ҡала. Тамашасы төп геройҙа тәү сиратта үҙен күрер, тип өмөтләнәм», – тип әйтеп үтте һүрәт режиссёры, РФ халыҡ артисы Александр Галибин.

«Алтын Феникс» кинофестивале Смоленск өлкәһендә 7-11 сентябрь уҙасаҡ. Барыһы программала 21 һүрәт. Конкурс программаһына 10 тулы метражлы фильм инде.

Фестиваль Рәсәй Федерацияһының мәҙәниәт министрлығы булышлығында үтә. Фестиваль учредителдәре – Рәсәй кинорежиссёрҙар гильдияһы, Смоленск өлкәһе хакимиәте, Смоленск ҡалаһы хакимиәте.

«Һеңлекәш» фильмын РФ мәҙәниәт министрлығы һәм Мостай Кәрим исемендәге Фонд булышлығында «Мотор Фильм Студия» кинокомпанияһы төшөрҙө. Ҙур экрандарға һүрәт 19 сентябрь сыға. Фильм премьераһы Башҡортостандың халыҡ шағирына 100 йыл тулыуына бағышлана. Кинотаҫманың прокаты менән Walt Disney компанияһы шөғөлләнәсәк.

«Һеңлекәш» фильмының премьера алды күрһәтеү саралары Санкт-Петербург, Плёс, Ялта, Светлогорск, Выборг, Волоколамск, Туапсе янында үткән төрлө кинофестивалдәрҙә үтте.