Новости

На кинофестивале «Окно в Европу» в Выборге состоялся специальный показ фильма «Сестрёнка» по повести Мустая Карима

6 августа 2019
Ce0cf882bdc603aff5bd3a088b16865a

5 августа на XXVII Фестивале российского кино «Окно в Европу» в Выборге состоялся специальный показ фильма «Сестрёнка» по повести Мустая Карима «Радость нашего дома».

Картину представил её продюсер Сергей Орлов. «Для нас было важно снимать в Башкортостане, на территории, где был рождён сам Мустай Карим, и на его родном языке - башкирском. В Башкортостане невероятно красивые места, и я думаю, что зритель оценит всю красоту башкирского края», - рассказал он.

Сергей Орлов также отметил, что в фильме было важно показать, как выстраиваются взаимоотношения детей - осиротевшей украинской девочки Оксаны и её названного брата Ямиля. «Они разговаривают на разных языках, но спустя время начинают понимать друг друга и находят общий язык. Эмоции, которые испытывают дети, мы видим на экране, и это - непередаваемое ощущение», - сказал продюсер картины.

Фестиваль «Окно в Европу» проводится с 1993 года. В этом году кинофорум проходит со 2 по 8 августа. За семь дней зрители увидят около 130 фильмов.

Ранее предпремьерные показы «Сестрёнки» прошли в рамках фестиваля «Виват кино России!» в Санкт-Петербурге, Международного кинофестиваля имени Андрея Тарковского «Зеркало» в Плёсе, фестиваля «Территория» в Магадане, Международного детского кинофестиваля «Алые паруса Артека» в Ялте, кинофестиваля «Балтийские дебюты» в Светлогорске, Всероссийского фестиваля визуальных искусств под Туапсе.

В российский прокат фильм «Сестрёнка» выйдет 19 сентября 2019 года, накануне 100-летия со дня рождения народного поэта Башкортостана Мустая Карима. Прокатчик - компания Walt Disney.

Фильм снят кинокомпанией «Мотор Фильм Студия» при поддержке Министерства культуры Российской Федерации и Фонда имени Мустая Карима. Режиссёр картины - народный артист России Александр Галибин.

_____

5 август Выборгта «Европаға тәҙрә» XXVII Рәсәй киноһының фестивалендә Мостай Кәримдең «Беҙҙең өйҙөң йәме» повесы буйынса төшөрөлгән «Һеңлекәш» фильмының махсус күрһәтеү сараһы уҙҙы. Һүрәтте уның продюсеры Сергей Орлов тәҡдим итте.

«Беҙҙең өсөн Башҡортостанда, Мостай Кәрим үҙе тыуған яҡтарҙа һәм уның туған теле – башҡорт телендә төшөрөү бик мөһим ине. Башҡортостанда иҫ китмәле матур ерҙәр, һәм тамашасы башҡорт ерҙәренең бар матурлығын тейешенсә баһалар, тип уйлайым», – тип һөйләне ул.

Сергей Орлов шулай уҡ балаларҙың – етем ҡалған Украина ҡыҙы һәм уның ҡиәмәтлек ағаһы Йәмилдең үҙ-ара мөнәсәбәттәре нисек барлыҡҡа килеп, дауам иткәнен дә күрһәтеү бик мөһим ине, тип әйтеп үтте. «Улар төрлө телдәрҙә һөйләшә, тик ваҡыт үткәс кенә бер-береһен аңлай башлай һәм уртаҡ тел таба. Улар кисергән тойғоларҙы беҙ экранда күрәбеҙ һәм был ғәжәйеп хистәр тыуҙыра», – ти һүрәт продюсеры.

«Европаға тәҙрә» фестивале 1993 йылдан бирле үткәрелә. Быйыл кинофорум 2-8 август үтә. Ете көн эсендә тамашасылар 130 фильм тирәһе ҡарай ала.

Унан алда «Һеңлекәш» фильмын премьера алды күрһәтеү саралары Санкт-Петербургта «Виват кино России!» фестивалендә, Плёста Андрей Тарковский исемендәге «Зеркало» фестивалендә, Магаданда «Территория» фестивалендә, Светлогорскиҙа «Балтик дебюттары» фестивалендә, Ялтала «Артектың ал елкәндәре» фестивалендә, Туапсе янында үткән Бөтә Рәсәй визуаль сәнғәттәр фестивалендә үтте.

Рәсәй прокатына «Һеңлекәш» фильмы Башҡортостан халыҡ шағиры Мостай Кәримдең 100 йыллығы алдынан 2019 йылдың 19 сентябрендә сығасаҡ. Прокатты етәкләүсе - Walt Disney компанияһы.

«Һеңлекәш» фильмын РФ мәҙәниәт министрлығы һәм Мостай Кәрим исемендәге Фонд булышлығында «Мотор Фильм Студия» кинокомпанияһы төшөрҙө. Режиссёры – Рәсәйҙең халыҡ артисы Александр Галибин.