Новости

На кинофестивале «Окно в Европу» в Выборге состоится спецпоказ фильма «Сестрёнка» по повести Мустая Карима
02.08.2019

5 августа на XXVII Фестивале российского кино «Окно в Европу» в Выборге состоится специальный показ фильма «Сестрёнка» по повести Мустая Карима «Радость нашего дома». Картину покажут в рамках программы «Кино для детей и юношества».

Фестиваль «Окно в Европу» проводится с 1993 года. В этом году кинофорум проходит со 2 по 8 августа. За семь дней зрители увидят около 130 фильмов.

Ранее предпремьерные показы «Сестрёнки» прошли в рамках фестиваля «Виват кино России!» в Санкт-Петербурге, Международного кинофестиваля имени Андрея Тарковского «Зеркало» в Плёсе, фестиваля «Территория» в Магадане, Международного детского кинофестиваля «Алые паруса Артека» в Ялте, кинофестиваля «Балтийские дебюты» в Светлогорске, Всероссийского фестиваля визуальных искусств под Туапсе.

В российский прокат фильм «Сестрёнка» выйдет 19 сентября 2019 года, накануне 100-летия со дня рождения народного поэта Башкортостана Мустая Карима. Прокатчик - компания Walt Disney.

Фильм снят кинокомпанией «Мотор Фильм Студия» при поддержке Министерства культуры Российской Федерации и Фонда имени Мустая Карима.

_____

5 август Выборгта «Европаға тәҙрә» XXVII Рәсәй киноһының фестивалендә Мостай Кәримдең «Беҙҙең өйҙөң йәме» повесы буйынса төшөрөлгән «Һеңлекәш» фильмының махсус күрһәтеү сараһы уҙасаҡ. Һүрәт «Балалар һәм йәштәр өсөн кино» программаһы сиктәрендә күрһәтелә.

«Европаға тәҙрә» фестивале 1993 йылдан бирле үткәрелә. Быйыл кинофорум 2-8 август үтә. Ете көн эсендә тамашасылар 130 фильм тирәһе ҡарай ала.

Унан алда «Һеңлекәш» фильмын премьера алды күрһәтеү саралары Санкт-Петербургта «Виват кино России!» фестивалендә, Плёста Андрей Тарковский исемендәге «Зеркало» фестивалендә, Магаданда «Территория» фестивалендә, Светлогорскиҙа «Балтик дебюттары» фестивалендә, Ялтала «Артектың ал елкәндәре» фестивалендә, Туапсе янында үткән Бөтә Рәсәй визуаль сәнғәттәр фестивалендә үтте.

Рәсәй прокатына «Һеңлекәш» фильмы Башҡортостан халыҡ шағиры Мостай Кәримдең 100 йыллығы алдынан 2019 йылдың 19 сентябрендә сығасаҡ. Прокатты етәкләүсе - Walt Disney компанияһы.

«Һеңлекәш» фильмын РФ мәҙәниәт министрлығы һәм Мостай Кәрим исемендәге Фонд булышлығында «Мотор Фильм Студия» кинокомпанияһы төшөрҙө.