Новости

Disney займётся прокатом фильма «Сестрёнка» по повести Мустая Карима
31.07.2019

Компания Walt Disney объявила, что займется прокатом российской военной драмы «Сестрёнка» режиссёра Александра Галибина, и обозначила дату релиза. 

В широкий прокат картина выйдет 19 сентября 2019 года, накануне 100-летия со дня рождения народного поэта Башкортостана Мустая Карима, чья повесть «Радость нашего дома» легла в основу сценария ленты.

Главные роли в фильме «Сестрёнка» сыграли 7-летний Арслан Крымчурин и 9-летняя Марта Тимофеева. И если он в кино новичок, то юная актриса уже настоящая звезда. На ее счету роли в таких громких проектах, как «Время первых», «Легенда о Коловрате», «Кровавая барыня», «Он — дракон», «Оптимисты», «Гоголь» и многих других. На счету Марты Тимофеевой уже более 40 работ в кино и сериалах. В этом году на большие экраны, помимо «Сестрёнки», выйдет еще пять фильмов с участием юной актрисы. Причем все — очень ожидаемые: «Эбигейл», «Вратарь Галактики», «Яга. Кошмар темного леса», «Союз спасения» и «Последствия».

Военная драма «Сестрёнка» снята при финансовой поддержке Министерства культуры РФ. В работе над проектом принимал участие Фонд имени Мустая Карима. «Нам важно было достичь максимальной достоверности в мелочах. Мы искали детали того времени: одежду, предметы обихода, украшения, утварь — собирали все это по людям, также нам очень помогли башкирские музеи. Надеюсь, что фильм погрузит зрителя в атмосферу того времени», — заявил художник-постановщик Вячеслав Виданов.

Съемки проходили в селе Новохасаново в 180 км от Уфы. Специально для проекта декораторы отстроили точные копии домов 40-х годов. «Сестрёнка» снята на башкирском, украинском и русском языке. Помимо Арслана Крымчурина и Марты Тимофеевой, в фильме задействованы Юсуф Рахметов, Ильгиза Гильманова, Сулпан Абдрахимова, Рауис Загитов, Виталий Салий. Оператором выступил легендарный Михаил Агранович, снявший такие культовые картины, как «Ищите женщину», «Крейцерова соната», «Покаяние», «Плащ Казановы».

Специальные показы фильма «Сестрёнка» состоялись в Санкт-Петербурге на фестивале «Виват кино России!», в Плёсе на фестивале имени Андрея Тарковского «Зеркало», в Магадане на фестивале «Территория», в Светлогорске на фестивале «Балтийские дебюты», в Ялте на фестивале «Алые паруса Артека», в Туапсе на Всероссийском фестивале визуальных искусств.


Специальный показ фильма «Сестрёнка» в рамках XIII Международного кинофестиваля имени Андрея Тарковского «Зеркало».
г. Плёс, Левитановский культурный центр.
15 июня 2019 года.

 

_____

Walt Disney  компанияһы режиссёр Александр Галибиндың «Һеңлекәш» хәрби драмаһының прокаты менән шөғөлләнәсәге тураһында хәбәр итте һәм релиздың датаһын атап үтте. Киң прокатҡа һүрәт Башҡортостан халыҡ шағиры Мостай Кәримдең 100 йыллығы алдынан 2019 йылдың 19 сентябрендә сығасаҡ, тап уның «Беҙҙең өйҙөң йәме» повесы таҫма сценарийының нигеҙен тәшкил итә.

«Һеңлекәш» фильмының төп ролдәрендә 7 йәшлек Арыҫлан Ҡырымсурин һәм 9 йәшлек Марта Тимофеева. Әгәр ҙә малай киноға яңы аяҡ баҫҡан булһа, йәш актриса иһә – ысын йондоҙ. Уның иҫәбендә «Время первых», «Легенда о Коловрате», «Кровавая барыня», «Он — дракон», «Оптимисты», «Гоголь» һәм башҡа бик күп билдәле проекттарҙағы ролдәре. Марта Тимофееваның иҫәбендә 40-тан ашыу кино һәм сериалдарҙағы эштәре. «Һеңлекәш»тән башҡа быйыл ҙур экрандарға йәш актриса ҡатнашлығында тағы биш фильм сығасаҡ. Һәм уларҙың барыһы ла көтөп алынған: «Эбигейл», «Вратарь Галактики», «Яга. Кошмар темного леса», «Союз спасения», «Последствия».

«Һеңлекәш» хәрби драмаһы РФ Мәҙәниәт министрлығының финанс ярҙамында төшөрөлгән. Проект өҫтөндә Мостай Кәрим исемендәге Фонд та ҡатнашты. «Беҙгә хатта ваҡ нәмәләрҙе лә ысынбарлыҡҡа тап килтереү бик мөһим ине. Беҙ шул замандың деталдәрен эҙләнек: кейем, көнкүреш һәм биҙәнеү әйберҙәре, йорттағы кәрәк-яраҡтар – бының барыһы ла кешеләр аша табылды, шулай уҡ беҙгә башҡорт музейҙары ныҡ ярҙам итте. Фильм тамашасыны шул заман атмосфераһына сумдыра алыр, тип ышанабыҙ», — тине ҡуйыусы рәссам Вячеслав Виданов.

Съёмкалар Өфөнән 180 саҡрым алыҫлыҡтағы Яңы Хәсән ауылында үтте. Махсус проект өсөн декораторҙар 40-сы йылдар йорттарына тап килгән копиялар төҙөнө. «Һеңлекәш» башҡорт, украин һәм рус телдәрендә төшөрөлдө. Арыҫлан Ҡырымсурин һәм Марта Тимофееванан башҡа, фильмда Йософ Рәхмәтов, Илгизә Ғилманова, Сулпан Әбдрәхимова, Рәүис Заһитов, Виталий Салий ҡатнашты. Оператор булып «Ищите женщину», «Крейцерова соната», «Покаяние», «Плащ Казановы» кеүек халыҡ яратып ҡараған легендар Михаил Агранович саҡырылды.

«Һеңлекәш» фильмын махсус күрһәтеү саралары Санкт-Петербургта «Виват кино России!» фестивалендә, Плёста Андрей Тарковский исемендәге «Зеркало» фестивалендә, Магаданда «Территория» фестивалендә, Светлогорскиҙа «Балтик дебюттары» фестивалендә, Ялтала «Артектың ал елкәндәре» фестивалендә, Туапсела Бөтә Рәсәй визуаль сәнғәттәр фестивалендә үтте.