Новости

Национальный молодёжный театр покажет на гастролях в Казани спектакли по произведениям Мустая Карима
27.07.2019

17-19 сентября в Казанском татарском государственном театре юного зрителя имени Габдуллы Кариева пройдут обменные гастроли Национального молодежного театра Республики Башкортостан имени Мустая Карима. Артисты уфимского театра представят казанской публике пять постановок. Среди них спектакли, показ которых приурочен к 100-летию народного поэта Башкортостана Мустая Карима – «Волшебная мельница» и «Радость нашего дома».

Сказку «Волшебная мельница» по мотивам пьесы Мустая Карима «Петушиная мельница» зрители смогут увидеть 17 сентября в 10.00 и 13.00. Режиссёр спектакля – Мусалим Кульбаев, авторы инсценировки - сын поэта Ильгиз Каримов и Генрих Сапгир.

18 сентября в 18:30 Национальный молодёжный театр покажет спектакль-воспоминание в двух действиях «Радость нашего дома» по мотивам повестей Мустая Карима «Радость нашего дома» и «Таганок». Режиссёр постановки - Мусалим Кульбаев.

В апреле этого года Кариевский театр выступал с гастролями в Уфе. Тогда татарский ТЮЗ также показал уфимскому зрителю пять постановок.

_____

17-19 сентябрь Ғабдулла Кариев исемендәге Ҡазан татар дәүләт йәш тамашасы театрына Башҡортостан Республикаһы Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры алмаш гастролдәр менән киләсәк. Өфө театры артистары Ҡазан тамашасыһына биш спектакль күрһәтәсәк. Улар араһында - Башҡортостан халыҡ шағиры Мостай Кәримдең 100 йыллығына бағышланған «Тылсымлы тирмән» һәм «Беҙҙең өйҙөң йәме».

 Мостай Кәримдең «Әтәс тирмәне» пьесаһы буйынса «Тылсымлы тирмән» спектаклен тамашасылар 17 сентябрь 10.00 һәм 13.00 сәғәттә ҡарай ала. Спектакль режиссёры – Мөсәлим Күлбаев, инсценировка авторҙары – шағир улы Илгиз Кәримов һәм Генрих Сапгир.

18 сентябрь 18.30 сәғәттә Милли йәштәр театры Мостай Кәримдең «Беҙҙең өйҙөң йәме» һәм «Өс таған» повестары буйынса ҡуйылған «Беҙҙең өйҙөң йәме» спектаклен ҡарай аласаҡ. Спектакль режиссёры – Мөсәлим Күлбаев.

Быйыл апрелдә Кариев театры Өфөгә гастролдәр менән килгәйне. Ул саҡта Татар йәш тамашасы театры өфөләрҙе биш сәхнә әҫәре менән ҡыуандырҙы.