Новости

«Российская газета»: фильм «Сестрёнка» произвёл фурор на кинофестивале «Балтийские дебюты»

15 июля 2019
12383e2ff22ec958acf3f57cb3b70128

Фильм «Сестренка», экранизация повести «Радость нашего дома» Мустая Карима, классика советской литературы, был в программе «Специальный показ», в большом зале Театра эстрады «Янтарь- Холл» («тысячнике»). Зал встал, когда на сцену после показа вышел режиссер картины Александр Галибин, долго аплодировали стоя. Многие не могли сдержать слез. История светлая, трогательная.

1944-1945 годы. Война. Башкирский мальчик Ямиль шести лет (изумительная работа 6-летнего Арслана Крымчурина) ждет, когда с фронта вернется отец, которого он знает по фотографиям и письмам. Неожиданно у него появляется «сестренка» — девочка Оксана с Украины (еще одна великолепная работа — Марта Тимофеева). Они говорят на разных языках, не понимают друг друга, она знает, что такое война, стрельба, немцы, она потеряла семью...

«Сарафанное радио» так прогремело на фестивале, что «Сестренку» просили показать еще — и организаторы пошли навстречу, устроили дополнительный сеанс.

Премьера этой картины и прокат запланированы на сентябрь.

Кинофорум «Балтийские дебюты» продолжался в Светлогорске 7 дней. Состоялось 72 сеанса. Показали 31 фильм. Более 15 тысяч зрителей посетили мероприятия фестиваля.

Источник: «Российская газета»
Текст: Светлана Мазурова

____

«Һеңлекәш» фильмы, совет әҙәбиәте классигы Мостай Кәримдең «Беҙҙең өйҙөң йәме» повесының экранизацияһы, «Махсус күрһәтеү» программаһына индерелде һәм мең урынлыҡ «Янтарь- Холл» эстрада театрында күрһәтелде. Күрһәтеүҙән һуң сәхнәгә һүрәт режиссеры Александр Галибин сыҡҡандан һуң, зал торҙо һәм оҙаҡ ҡына аяғүрә ҡул сапты. Күбеһе күҙ йәшен йәшермәне. Бик яҡты, хисле тарих.

1944-1945 йылдар. Алты йәшлек Йәмил исемле башҡорт малайы (6 йәшлек Арыҫлан Ҡырымсуриндың ғәжәйеп эше) атаһын фотографиялар һәм хаттар аша ғына белә һәм уны фронттан өҙөлөп көтә. Уйламағандан уның «һеңлекәше» килеп сыға – Украинанан Оксана исемле ҡыҙ (тағы ла бер иҫ китмәле эш – Марта Тимофеева). Улар төрлө телдә һөйләшә, бер-береһен аңламай, ул һуғыштың, атыштың, немецтарҙың нимә икәнен белә, ғаиләһен юғалтҡан...

Фильм шул тиклем тамашасыны тетрәндерҙе, хатта «Һеңлекәш»те тағы күрһәтеүҙе һоранылар, ойоштороусылар ыңғай килде һәм өҫтәмә бер сеанс бирелде.

Был һүрәттең премьераһы һәм прокаты сентябргә тәғәйенләнгән.

«Балтик дебюттары» кинофорумы Светлогорскиҙа 7 көн дауамында барҙы. Барыһы 72 сеанс үтте. 15 меңдәң ашыу тамашасы фестиваль сараларында ҡатнашты.