Новости

В Плёсе состоялся специальный показ фильма «Сестрёнка» по повести Мустая Карима

16 июня 2019
6b41d9b8b427aa2b18c4b10d69250d1c

15 июня в рамках XIII Международного кинофестиваля имени Андрея Тарковского «Зеркало» в Плёсе состоялся специальный показ художественного фильма «Сестрёнка» по повести Мустая Карима «Радость нашего дома».

Картину представили юные исполнители главных ролей - актеры Марта Тимофеева и Арслан Крымчурин, а также продюсер фильма Михаил Курбатов и художник-постановщик картины Вячеслав Виданов.

Спецпоказ посетили губернатор Ивановской области Станислав Воскресенский с супругой, продюсерская группа и гости кинофестиваля «Зеркало», деятели культуры и искусства, семьи юных исполнителей главных ролей, ветераны Плёса, а также учащиеся Плёсской средней школы и школ Ивановской области.

Приветствие гостям и организаторам кинопоказа направил министр культуры Российской Федерации Владимир Мединский. Он выразил уверенность, что «Сестрёнка» «тронет сердца зрителей всех поколений, подарит немало ярких и запоминающихся эмоций» и пожелал зрителям приятного просмотра.

«Эта картина основана на детской повести «Радость нашего дома», которая впервые увидела свет в далеком 1952 году, - рассказал Председатель Совета Плёсского городского поселения, учредитель Фонда имени Мустая Карима, внук поэта Тимербулат Каримов. - Эта повесть вошла в школьную программу в Советском Союзе, была переведена на многие языки. Когда мы думали, какими произведениями напомнить читателям о творчестве Мустая Карима в год его 100-летия, выбор пал на это произведение, потому что оно начинало большой славный путь моего деда в литературе. Это одно из первых его произведений, которое прочитали миллионы советских людей, и оно учит самому главному: как в любых жизненных невзгодах и испытаниях оставаться человеком, и что любовь излечивает даже самые неизлечимые раны».

«Когда два года назад мы приступили к созданию фильма, мы чувствовали огромную ответственность, потому что у нас в руках оказалось произведение такого писателя, как Мустай Карим, - отметил продюсер фильма Михаил Курбатов. - Нашей главной задачей было максимально деликатно, уважительно и бережно отнестись к произведению».

«Мы старались сохранить дух Мустая Карима, его поэтический мир, для нас было очень важно передать атмосферу его произведения. Этот фильм нам очень дорог, и мы получили огромное удовольствие от работы», - сказал художник-постановщик картины Вячеслав Виданов.

«Я очень благодарна за возможность прикоснуться к творчеству Мустая Карима. Можно сказать, что я побывала внутри одной из историй, переместилась в далекое военное время и всем сердцем и душой постаралась прожить и прочувствовать историю своей героини. У нас была замечательная атмосфера на съемках», - отметила актриса Марта Тимофеева.

Юные исполнители главных ролей также прочли стихи Мустая Карима на русском и башкирском языках.

Это уже второй предпремьерный показ киноленты: 20 мая «Сестрёнка» стала фильмом открытия фестиваля «Виват кино России!» в Санкт-Петербурге. 16 июня режиссёр фильма, народный артист России Александр Галибин презентовал фильм в Магадане в рамках фестиваля «Территория».

Премьера картины и её дальнейший прокат запланированы на сентябрь 2019 года.

Фильм «Сестрёнка» снят кинокомпанией «Мотор Фильм Студия» при поддержке Министерства культуры РФ и Фонда имени Мустая Карима. Картина приурочена к 100-летию со дня рождения народного поэта Башкортостана.

XIII Международный кинофестиваль имени Андрея Тарковского «Зеркало» проходит в Ивановской области с 14 по 21 июня. Фестиваль учрежден правительством Ивановской области в 2007 году и ежегодно проводится в регионе при поддержке Министерства культуры Российской Федерации.


Видео: Ивтелерадио


Видео: ГТРК "Башкортостан"

_____

15 июнь Андрей Тарковский исемендәге «Зеркало» XIII Халыҡ-ара кинофестивале сиктәрендә Плёста Мостай Кәримдең «Беҙҙең өйҙөң йәме» повесы буйынса «Һеңлекәш» нәфис фильмының махсус күрһәтеү сараһы уҙҙы.

Киноһүрәтте төп ролдәрҙе башҡарыусы кескәй актерҙар Марта Тимофеева һәм Арыҫлан Ҡырымсурин, шулай уҡ фильм продюсеры Михаил Курбатов һәм таҫманың ҡуйыусы рәссамы Вячеслав Виданов тәҡдим итте.

Махсус күрһәтеү сараһында Иваново өлкәһенең губернаторы Станислав Воскресенский ҡатыны менән, «Зеркало» кинофестиваленең продюсер төркөмө һәм ҡунаҡтары, мәҙәниәт һәм сәнғәт эшмәкәрҙәре, кескәй башҡарыусыларҙың ғаилә ағзалары, Плёс ветерандары, шулай уҡ Плёс урта мәктәбе һәм Иваново мәктәптәре уҡыусылары ҡатнашты.

Рәсәй Федерацияһының мәҙәниәт министры Владимир Мединский кинокүрһәтмә ойоштороусыларына һәм ҡунаҡтарға сәләмләү хатын ебәрҙе. «Һеңлекәш» фильмы «бар быуын тамашасыларының күңеленә етер», шулай уҡ сағыу һәм хәтергә уйылырлыҡ байтаҡ эмоциялар бүләк итер, тигән ышаныс менән, тамашасыларға һәйбәт ҡарауҙы теләп ҡалды.

«Был киноһүрәт «Беҙҙең өйҙөң йәме» балалар повесына нигеҙләнгән, ул тәүге тапҡыр алыҫ 1952 йылда донъя күрҙе, - тип һөйләне Плёс ҡала биләмәһенең Совет рәйесе, Мостай Кәрим исеменлдәге Фонд учредителе, шағир ейәне Тимербулат Кәримов. – Был повесть Советтар Союзында мәктәп программаһына индерелгәйне, ул байтаҡ телдәргә тәржемә ителде. Мостай Кәримдең 100 йыллығына уҡыусыларға уның ижады хаҡында ниндәй әҫәр менән хәтеренә төшөрөргә икән, тип уйлашҡанда, беҙ тап ошо әҫәрҙе һайланыҡ, сөнки уның менән минең олатайымдың данлы әҙәбиәт юлы башланып китте. Был уның тәүге әҫәрҙәренең береһе, уны миллионлаған совет кешеләре уҡып сыҡты һәм ул иң мөһим нәмәгә өйрәтә: нисек итеп тормоштоң иң ауыр саҡтарында, һынау мәлдәрендә кеше булып ҡалырға һәм дә һөйөү иң уңалмаҫ яраларҙы ла уңалта ала».

«Ике йыл элек фильм өҫтөндә эш башлағанда, беҙ оло яуаплылыҡ тойҙоҡ, сөнки беҙҙең ҡулда Мостай Кәрим кеүек яҙыусы әҫәре ине, - тип билдәләп үтте фильм продюсеры Михаил Курбатов. – Һәм беҙҙең төп бурысыбыҙ мөмкин тиклем ошо әҫәргә ҡарата һаҡсыл, ихтирамлы һәм ипле булыу ине».

«Беҙ Мостай Кәримдең рухын, уның шиғри донъяһын һаҡларға тырыштыҡ, беҙгә уның әҫәренең атмосфераһын еткереү бик мөһим ине. Был фильм беҙгә бик ҡәҙерле, беҙ эшебеҙҙән оло ҡәнәғәтлек алдыҡ», - тине киноһүрәттең ҡуйыусы рәссамы Вячеслав Виданов.

«Мостай Кәрим ижадына ҡағыла алыуыма мин бик рәхмәтлемен. Мин тарихтарҙың береһе эсендә, алыҫ һуғыш йылдарында булып ҡайттым, тиһәм дә була һәм бар йөрәгем, күңелем менән үҙемдең героинямдың тарихын тойорға, шуның менән йәшәргә тырыштым. Беҙҙең съемкаларҙа ғәжәйеп атмосфера булды», - тип һөйләне актриса Марта Тимофеева.

Төп ролдәрҙе уйнаусы кескәй актерҙар Мостай Кәрим шиғырҙарын русса һәм башҡортса һөйләп күрһәтте.

Был кинотаҫманың икенсе премьера алды күрһәтелеүе: 20 май «Һеңлекәш» фильмы Санкт-Петербургта үткән «Виват кино России!» фестивален асты. 16 июнь фильм режиссёры, Рәсәйҙең халыҡ артисы Александр Галибин фильмды Магаданда, «Территория» фестивале сиктәрендә күрһәтте.

Һүрәт премьераһы һәм уның артабанғы прокаты 2019 йылдың сентябренә планлаштырылған.

«Һеңлекәш» фильмын РФ мәҙәниәт министрлығы һәм Мостай Кәрим исемендәге Фонд булышлығында «Мотор Фильм Студия» кинокомпанияһы төшөрҙө. Һүрәт Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең 100 йыллығына бағышланған.

Андрей Тарковский исемендәге XIII Халыҡ-ара кинофестивале Иваново өлкәһендә 14 июндән 21 июнгә тиклем үтә. Фестиваль Иваново өлкәһенең хөкүмәте тарафынан 2007 йылда ойошторолдо һәм йыл һайын регионда Рәсәй Федерацияһының мәҙәниәт министрлығы ярҙамында үткәрелә.

 

Фото из архива Фонда имени Мустая Карима