Новости

Имангали Тасмагамбетов: празднование 100-летия Мустая Карима послужит единению общества
06.06.2019

Чрезвычайный и Полномочный Посол Республики Казахстан в Российской Федерации Имангали Тасмагамбетов направил приветствие участникам VIII Всероссийской тюркологической конференции «Урал-Алтай: через века в будущее», которая открылась в Уфе 6 июня.

Как отметил Посол, в силу геополитических, географических, национальных и других факторов государства и народы России и Казахстана имеют глубокие культурные, экономические и исторические связи.

По словам Имангали Тасмагамбетова, творчество Мустая Карима, 100-летию со дня рождения которого посвящена конференция, близко многим народам, проживающим на территории многих стран мира. «Работы уникального и талантливого человека были близки читателям Казахстана, - отметил он. - Убежден, что празднование 100-летия со дня рождения столь почитаемой и известной личности на территории наших стран будет иметь большое общественное значение и послужит единению общества».

Посол напомнил, что 21 декабря 2018 года Республиканская ономастическая комиссия при Правительстве Республики Казахстан от 21 декабря 2018 года присвоила улице в Ауэзовском районе города Алматы имя Мустая Карима. «Увековечивание памяти великих деятелей истории, культуры и искусства - важнейший вклад в будущее, дар новым поколениям», - отметил Имангали Тасмагамбетова.

Он также пожелал участникам конференции успешной и плодотворной работы.

В рамках конференции проходит научный симпозиум, посвященный 100-летию со дня рождения народного поэта Башкортостана Мустая Карима - «Литература в системе духовной культуры урало-алтайских народов».

Кроме того, на конференции работают 4 секции:
- Состояние и проблемы развития языков урало-алтайских народов;
- История урало-алтайских народов в контексте мировой цивилизации;
- Материальная и духовная культура урало-алтайских народов в диалоге мировых культур;
- Фольклор как выразитель системы ценностей урало-алтайских народов.

На конференции будут представлены пленарные доклады, посвящённые творчеству Мустая Карима: «Народный поэт Башкортостана Мустай Карим: В его произведениях – философия жизни», «Философские смыслы в поэтическом творчестве Мустая Карима: Актуальность и значимость для современного человека», «Жанровое своеобразие творчества Мустая Карима», «Оседлав время: Творчество Мустая Карима в зеркале книжной графики», «Архетип матери в творчестве Мустая Карима» и другие.

_____

Ҡаҙағстан Республикаһының Рәсәй Федерацияһындағы Ғәҙәттән тыш һәм Тулы хоҡуҡлы илсеһе Иманғәле Тасмәғәмбәтов 6 июнь Өфөлә асылған «Урал-Алтай: быуаттар аша киләсәккә» VIII Бөтә Рәсәй төркиәт конференцияһы ҡатнашыусыларына сәләмләү хатын ебәрҙе.

Илсе әйтеп үтеүенсә, төрлө геополитик, географик, милли һәм башҡа факторҙар арҡаһында Рәсәй һәм Ҡаҙағстан халыҡтары һәм дәүләттәре араһында милли, иҡтисади һәм тарихи яҡтан тәрән бәйләнештәр бар.

Иманғәле Тасмәғәмбәтов һүҙҙәре буйынса, Мостай Кәримдең ижады, уның 100 йыллығына бағышланған конференция донъяның төрлө илдәрендә йәшәүсе байтаҡ халыҡтарға яҡын. «Уникаль һәм талантлы кешенең әҫәрҙәре Ҡаҙағстан уҡыусыларына бик яҡын ине, - тине ул. Илдәребеҙ биләмәләрендә шул ҡәҙәре арҙаҡлы һәм билдәле шәхестең 100 йыллығын билдәләү оло ижтимағи әһәмиәткә эйә һәм йәмғиәтте берләштереүгә булышлыҡ итә».

Шулай уҡ Илсе 2018 йылдың 21 декабрендә Ҡаҙағстан Республикаһы хөкүмәте янындағы Республика ономастик комиссияһы тарафынан 2018 йылдың 21 декабрендә сыҡҡан ҡарар менән Алматы ҡалаһының Әүәз районының бер урамына Мостай Кәрим исемен ҡушыуҙарын иҫкә алды. «Тарихтың, мәҙәниәт һәм сәнғәттең бөйөк әһелдәре хәтерен мәңгелләштереү – киләсәккә бик мөһим өлөш индереү, яңы быуындарға бүләк», - тип әйтеп үтте Иманғәле Тасмәғәмбәтов.

Ул шулай уҡ конференцияла ҡатнашыусыларға уңышлы һәм емешле эш теләп ҡалды.

Конференция сиктәрендә Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең тыуыуына 100 йыл айҡанлы «Урал-Алтай халыҡтарының рухи системаһында әҙәбиәт» фәнни симпозиумы үтә.

Унан башҡа, конференцияла тағы 4 секция эшләй:
- Урал-Алтай халыҡтары телдәренең әлеге торошо һәм артабанғы үҫеше проблемалары;
- Донъя цивилизацияһы контексында Урал-Алтай халыҡтарының тарихы;
- Урал-Алтай халыҡтарының донъя мәҙәниәттәре диалогында матди һәм рухи мәҙәниәте;
- Фольклор - Урал-Алтай халыҡтарының ҡиммәттәре системаһын сағылдырыусы.

Шулай уҡ конференцияла Мостай Кәрим ижадына бағышланған «Башҡортостан халыҡ шағиры Мостай Кәрим: уның әҫәрҙәрендә – тормош фәлсәфәһе», «Мостай Кәримдең шиғри ижадында фәлсәфәүи төшөнсәләр: заман кешеһе өсөн актуаллеге һәм әһәмиәте», «Мостай Кәримдең ижадында жанрҙар үҙенсәлеге», «Ваҡытҡа атланып: Мостай Кәрим ижады китап графикаһы көҙгөһө аша», «Мостай Кәрим ижадында Әсә архетибы» һәм башҡа пленар докладтар тәҡдим ителә.