Новости

Алексей Варламов: Мустай Карим связывал времена, народы и культуры

6 июня 2019

Писатель, ректор Литературного института имени А.М. Горького Алексей Варламов направил приветствие участникам VIII Всероссийской тюркологической конференции «Урал-Алтай: через века в будущее», которая открылась в Уфе 6 июня.

«Глубоко неслучайно, что конференция проходит в святой для нас всех день 6 июня, в день рождения первого поэта России, и пусть пушкинское слово, его мысль, чувство, пушкинский дух коснутся благословенной башкирской земли. Это тем более важно отметить, что нас собрал в Уфе народный поэт Башкирии Мустафа Сафич Каримов, Мустай Карим, чье столетие мы отмечаем в этом году. Пушкина и Карима разделяет более века, но для настоящей поэзии времени нет, и то великое земное поэтическое братство, к которому принадлежал Мустай Карим, пополнилось в братстве небесном», - отметил Алексей Варламов.

По его словам, Мустай Карим был «одним из тех, кто связывал времена, народы, культуры, противостоя хаосу и энтропии». «Этот опыт для нас, россиян, не просто важен, но жизненно необходим, он требует бережного внимания, осмысления, изучения, иначе мы, граждане самой многонациональной, многокультурной, разноязыкой страны мира не выживем, не справимся с теми вызовами, которые ставит перед нами история. Вот почему мы сверяем наше нынешнее время с судьбами наших отцов и дедов и берем их уроки», - говорится в приветствии.

Алексей Варламов пожелал всем участникам конференции доброго здоровья, успеха, плодотворных выступлений и интересных дискуссий.

 

В рамках конференции проходит научный симпозиум, посвященный 100-летию со дня рождения народного поэта Башкортостана Мустая Карима - «Литература в системе духовной культуры урало-алтайских народов».

Кроме того, на конференции работают 4 секции:
- Состояние и проблемы развития языков урало-алтайских народов;
- История урало-алтайских народов в контексте мировой цивилизации;
- Материальная и духовная культура урало-алтайских народов в диалоге мировых культур;
- Фольклор как выразитель системы ценностей урало-алтайских народов.

На конференции будут представлены пленарные доклады, посвящённые творчеству Мустая Карима: «Народный поэт Башкортостана Мустай Карим: В его произведениях – философия жизни», «Философские смыслы в поэтическом творчестве Мустая Карима: Актуальность и значимость для современного человека», «Жанровое своеобразие творчества Мустая Карима», «Оседлав время: Творчество Мустая Карима в зеркале книжной графики», «Архетип матери в творчестве Мустая Карима» и другие.

_____

А.М. Горький исемендәге Әҙәбиәт институты ректоры, яҙыусы Алексей Варламов 6 июнь Өфөлә асылған «Урал-Алтай: быуаттар аша киләсәккә» VIII Бөтә Рәсәй төркиәт конференцияһы ҡатнашыусыларына сәләмләү хатын ебәрҙе.

«Конференция һәр кемебеҙ өсөн дә изге көндә – 6 июндә, Рәсәйҙең беренсе шағирының тыуған көнөндә үтеүе һис тә осраҡлы түгел, һәм дә Пушкин һүҙе, уның фекере, хисе, Пушкин рухы ырыҫлы башҡорт еренә ҡағылһын ине. Быны айырып әйтеп үтергә кәрәк, сөнки Өфөлә беҙҙе быйыл йөҙ йыллығын күмәкләп билдәләгән Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостафа Сафа улы Кәримов, Мостай Кәрим исеме йыйҙы. Пушкин менән Кәримде быуаттар айыра, тик ысын шиғриәт өсөн ваҡыт юҡ, һәм Мостай Кәримдең ҡатнашлығы булған ер йөҙөндәге бөйөк шиғри туғанлыҡ хәҙер күктәр туғанлығын тулыландырҙы», - тине Алексей Варламов.

Ул әйтеүенсә, Мостай Кәрим «хаос һәм энтропияға ҡаршы тороп, заманаларҙы, халыҡтарҙы, мәҙәниәттәрҙе берләштереүсе». «Беҙгә, рәсәйлеләргә, был тәжрибә мөһим генә түгел, ә йәшәү өсөн бик кәрәкле, ул һаҡсыл иғтибар, яңынан аңлауҙы, өйрәнеүҙе талап итә, юғиһә беҙ – донъяның иң күп милләтле, күп мәҙәниәтле, төрлө телле ил граждандары юҡҡа сығасаҡбыҙ, тарих беҙҙең алда ҡуйған талаптарға тап килмәйәсәкбеҙ. Бына ни өсөн беҙ хәҙерге заманға атай-олатайҙарыбыҙ яҙмышы аша ҡарайбыҙ һәм уларҙан һабаҡ алабыҙ», - тиелә сәләмләү хатында.

 Алексей Варламов конференцияла ҡатнашыусыларҙың барыһына ла ныҡлы һаулыҡ, уңыштар, эстәлекле сығыштар һәм ҡыҙыҡлы дискуссиялар теләп ҡалды.

Конференция сиктәрендә Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең тыуыуына 100 йыл айҡанлы «Урал-Алтай халыҡтарының рухи системаһында әҙәбиәт» фәнни симпозиумы үтә.

Унан башҡа, конференцияла тағы 4 секция эшләй:
- Урал-Алтай халыҡтары телдәренең әлеге торошо һәм артабанғы үҫеше проблемалары;
- Донъя цивилизацияһы контексында Урал-Алтай халыҡтарының тарихы;
- Урал-Алтай халыҡтарының донъя мәҙәниәттәре диалогында матди һәм рухи мәҙәниәте;
- Фольклор - Урал-Алтай халыҡтарының ҡиммәттәре системаһын сағылдырыусы.

Шулай уҡ конференцияла Мостай Кәрим ижадына бағышланған «Башҡортостан халыҡ шағиры Мостай Кәрим: уның әҫәрҙәрендә – тормош фәлсәфәһе», «Мостай Кәримдең шиғри ижадында фәлсәфәүи төшөнсәләр: заман кешеһе өсөн актуаллеге һәм әһәмиәте», «Мостай Кәримдең ижадында жанрҙар үҙенсәлеге», «Ваҡытҡа атланып: Мостай Кәрим ижады китап графикаһы көҙгөһө аша», «Мостай Кәрим ижадында Әсә архетибы» һәм башҡа пленар докладтар тәҡдим ителә.