Новости

Владимир Толстой: произведения Мустая Карима по-прежнему важны и необходимы всем нам
06.06.2019

Советник Президента Российской Федерации Владимир Толстой направил приветствие организаторам и участникам VIII Всероссийской тюркологической конференции «Урал-Алтай: через века в будущее», которая открылась в Уфе 6 июня.

Он отметил, что 2019 год для Башкирии и для всей читающей России проходит под знаком 100-летия сына башкирского народа, великого российского писателя Мустая Карима.

По словам Владимира Толстого, в том, что конференция посвящена юбилею этого уникального писателя, есть особый смысл и значение. «Своим творчеством, жизнью, гражданской позицией Мустай Карим внес неоценимый вклад в укрепление единства многонационального российского народа, его культуры, его литературы, открыл читателям всех национальностей и языков красоту и богатство духовной жизни башкирского народа», - говорится в приветствии.

Владимир Толстой напомнил, что в год 100-летия Мустая Карима Президент России Владимир Путин присвоил его имя аэропорту столицы Башкирии. «И теперь, прилетая в Уфу, каждый из нас приходит к Мустаю Кариму. Но еще важнее то, что произведения писателя живут, их читают новые поколения россиян, они по-прежнему важны и необходимы всем нам», - отметил советник Президента РФ.

Он пожелал участникам конференции «плодотворной работы, новых успехов в движении по пути единства народов России, пути, который прокладывал для всех нас Мустай Карим».

В рамках конференции проходит научный симпозиум, посвященный 100-летию со дня рождения народного поэта Башкортостана Мустая Карима - «Литература в системе духовной культуры урало-алтайских народов».

Кроме того, на конференции работают 4 секции:
- Состояние и проблемы развития языков урало-алтайских народов;
- История урало-алтайских народов в контексте мировой цивилизации;
- Материальная и духовная культура урало-алтайских народов в диалоге мировых культур;
- Фольклор как выразитель системы ценностей урало-алтайских народов.

На конференции будут представлены пленарные доклады, посвящённые творчеству Мустая Карима: «Народный поэт Башкортостана Мустай Карим: В его произведениях – философия жизни», «Философские смыслы в поэтическом творчестве Мустая Карима: Актуальность и значимость для современного человека», «Жанровое своеобразие творчества Мустая Карима», «Оседлав время: Творчество Мустая Карима в зеркале книжной графики», «Архетип матери в творчестве Мустая Карима» и другие.

_____

Рәсәй Федерацияһы Президенты советнигы Владимир Толстой 6 июнь Өфөлә асылған «Урал-Алтай: быуаттар аша киләсәккә» VIII Бөтә Рәсәй төркиәт конференцияһы ҡатнашыусыларына сәләмләү хатын ебәрҙе.

 2019 йыл Башҡортостан һәм уҡырға яратыусы бар Рәсәй өсөн башҡорт халҡының улы, Рәсәйҙең бөйөк яҙыусыһы Мостай Кәримдең 100 йыллығы билдәһе аҫтында үтә, тип әйтеп үтте ул.

Владимир Толстой һүҙҙәре буйынса, конференцияның ошо уникаль яҙыусы юбилейына бағышланыуы айырым мәғәнәгә һәм әһәмиәткә эйә. «Үҙенең ижады, тормошо, гражданлыҡ позицияһы менән Мостай Кәрим күп милләтле Рәсәй халҡының берҙәмлеген, уның мәҙәниәтен, әҙәбиәтен нығытыуҙа, төрлө милләт һәм төрлө телдәр уҡыусылары өсөн башҡорт халҡының рухи тормошоноң байлығын һәм матурлығын асыуҙа иҫ китмәле тос өлөш индерҙе», - тиелә сәләмләү хатында.

Владимир Толстой Мостай Кәримдең 100 йыллығына ҡарата Рәсәй Президенты Владимир Путин Башҡортостан башҡалаһының аэропортына уның исемен биргәнде лә билдәләп үтте. «Һәм хәҙер, Өфөгә осоп килгән һайын, һәр кемебеҙ Мостай Кәрим янына килә. Һәм шуныһы мөһим: яҙыусы әҫәрҙәре йәшәй, уларҙы рәсәйлеләрҙең яңы быуындары уҡый, улар элеккесә беҙҙең өсөн мөһим һәм кәрәкле», - тине РФ Президенты советнигы.

Ул конференция ҡатнашыусыларына «ырамлы эш, Рәсәй халыҡтарын берләштереү юлында, Мостай Кәрим барыбыҙ өсөн дә һалған ошо юлда яңы уңыштар», - тип теләне.

Конференция сиктәрендә Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең тыуыуына 100 йыл айҡанлы «Урал-Алтай халыҡтарының рухи системаһында әҙәбиәт» фәнни симпозиумы үтә.

Унан башҡа, конференцияла тағы 4 секция эшләй:
- Урал-Алтай халыҡтары телдәренең әлеге торошо һәм артабанғы үҫеше проблемалары;
- Донъя цивилизацияһы контексында Урал-Алтай халыҡтарының тарихы;
- Урал-Алтай халыҡтарының донъя мәҙәниәттәре диалогында матди һәм рухи мәҙәниәте;
- Фольклор - Урал-Алтай халыҡтарының ҡиммәттәре системаһын сағылдырыусы.

Шулай уҡ конференцияла Мостай Кәрим ижадына бағышланған «Башҡортостан халыҡ шағиры Мостай Кәрим: уның әҫәрҙәрендә – тормош фәлсәфәһе», «Мостай Кәримдең шиғри ижадында фәлсәфәүи төшөнсәләр: заман кешеһе өсөн актуаллеге һәм әһәмиәте», «Мостай Кәримдең ижадында жанрҙар үҙенсәлеге», «Ваҡытҡа атланып: Мостай Кәрим ижады китап графикаһы көҙгөһө аша», «Мостай Кәрим ижадында Әсә архетибы» һәм башҡа пленар докладтар тәҡдим ителә.