Новости

Михаил Швыдкой: Мустая Карима можно с полным правом назвать классиком советской многонациональной культуры
06.06.2019

Специальный представитель Президента Российской Федерации по международному культурному сотрудничеству Михаил Швыдкой направил приветствие организаторам и участникам VIII Всероссийской тюркологической конференции «Урал-Алтай: через века в будущее», которая открылась в Уфе 6 июня.

Как отметил Михаил Швыдкой, конференция посвящена 100-летию великого сына Республики Башкортостан, народного поэта, Героя Социалистического Труда, лауреата Ленинской и Государственной премий СССР, академика Мустая Карима.

По словам спецпредставителя Президента РФ, Мустая Карима можно с полным правом назвать классиком советской многонациональной культуры. «Он - автор более ста поэтических и прозаических сборников. Его произведения переведены на многие языки народов России и всего мира. Творчество Мустая Карима актуально и сегодня, поскольку пронизано вечными идеалами гуманизма, доброты и дружбы. Личность этого создателя современной башкирской литературы остается общепризнанным духовным авторитетом для всех жителей Республики, примером мудрого и взвешенного подхода к вопросам выстраивания межнациональных отношений, беззаветной любви к Родине», - говорится в приветствии.

В рамках конференции проходит научный симпозиум, посвященный 100-летию со дня рождения народного поэта Башкортостана Мустая Карима - «Литература в системе духовной культуры урало-алтайских народов».

Кроме того, на конференции работают 4 секции:
- Состояние и проблемы развития языков урало-алтайских народов;
- История урало-алтайских народов в контексте мировой цивилизации;
- Материальная и духовная культура урало-алтайских народов в диалоге мировых культур;
- Фольклор как выразитель системы ценностей урало-алтайских народов.

На конференции будут представлены пленарные доклады, посвящённые творчеству Мустая Карима: «Народный поэт Башкортостана Мустай Карим: В его произведениях – философия жизни», «Философские смыслы в поэтическом творчестве Мустая Карима: Актуальность и значимость для современного человека», «Жанровое своеобразие творчества Мустая Карима», «Оседлав время: Творчество Мустая Карима в зеркале книжной графики», «Архетип матери в творчестве Мустая Карима» и другие.

_____

Халыҡ-ара мәҙәни хеҙмәттәшлек буйынса Рәсәй Федерацияһының махсус вәкиле Михаил Швыдкой 6 июнь Өфөлә асылған «Урал-Алтай: быуаттар аша киләсәккә» VIII Бөтә Рәсәй төркиәт конференцияһы ойоштороусыларына һәм ҡатнашыусыларына сәләмләү хатын ебәрҙе.

Михаил Швыдкой билдәләп үтеүенсә, конференция Башҡортостан Республикаһының бөйөк улы, халыҡ шағиры, Социалистик Хеҙмәт геройы, Ленин һәм СССР Дәүләт премиялары лауреаты, академик Мостай Кәримдең 100 йыллығына бағышланған.

РФ Президентының махсус вәкиле әйтеүенсә, Мостай Кәримде тулы хоҡуҡ менән күп милләтле совет мәҙәниәтенең классигы тип һанарға була. «Ул – йөҙҙән ашыу шиғри һәм сәсмә әҫәр йыйынтыҡтарының авторы. Уның әҫәрҙәре Рәсәй һәм донъя халыҡтарының күп телдәренә тәржемә ителгән. Мостай Кәрим ижады бөгөн дә актуаль, сөнки гуманизм, яҡшылыҡ һәм дуҫлыҡтың мәңгелек идеалдары менән һуғарылған. Быларҙы ижад итеүсе - бөгөн дә Республиканың бар йәшәгән кешеләре өсөн һәр кем ихтирам иткән рухи авторитет, милләт-ара мөнәсәббәттәрҙе яйлау мәсьәләләрендә аҡыллы һәм үлсәүле ҡарашлы, Ватаныңды сикһеҙ һөйгән заман башҡорт әҙәбиәте шәхесе», -тиелә сәләмләү хатында.

Конференция сиктәрендә Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең тыуыуына 100 йыл айҡанлы «Урал-Алтай халыҡтарының рухи системаһында әҙәбиәт» фәнни симпозиумы үтә.

Унан башҡа, конференцияла тағы 4 секция эшләй:
- Урал-Алтай халыҡтары телдәренең әлеге торошо һәм артабанғы үҫеше проблемалары;
- Донъя цивилизацияһы контексында Урал-Алтай халыҡтарының тарихы;
- Урал-Алтай халыҡтарының донъя мәҙәниәттәре диалогында матди һәм рухи мәҙәниәте;
- Фольклор - Урал-Алтай халыҡтарының ҡиммәттәре системаһын сағылдырыусы.

Шулай уҡ конференцияла Мостай Кәрим ижадына бағышланған «Башҡортостан халыҡ шағиры Мостай Кәрим: уның әҫәрҙәрендә – тормош фәлсәфәһе», «Мостай Кәримдең шиғри ижадында фәлсәфәүи төшөнсәләр: заман кешеһе өсөн актуаллеге һәм әһәмиәте», «Мостай Кәримдең ижадында жанрҙар үҙенсәлеге», «Ваҡытҡа атланып: Мостай Кәрим ижады китап графикаһы көҙгөһө аша», «Мостай Кәрим ижадында Әсә архетибы» һәм башҡа пленар докладтар тәҡдим ителә.