Новости

Владимир Мединский: Мустай Карим внёс значимый вклад в развитие многонациональной литературы нашей страны
06.06.2019

Министр культуры Российской Федерации Владимир Мединский направил приветствие организаторам и участникам VIII Всероссийской тюркологической конференции «Урал-Алтай: через века в будущее», которая открылась в Уфе 6 июня.

По словам министра, насыщенная программа и представительный состав участников делают форум значимым событием, собравшим на одной площадке именитых учёных, экспертов и общественных деятелей.

Владимир Мединский также отметил, что конференция посвящена 100-летию со дня рождения народного поэта Башкортостана Мустая Карима. «Мустафа Сафич Каримов по праву занимает почётное место в истории российской культуры как человек, внёсший значимый вклад в развитие многонациональной литературы нашей страны, укрепление традиций мира и взаимопонимания. Поистине бессмертные произведения Мустая Карима несут в себе мощный жизнеутверждающий посыл, повествуют читателям о непреходящих общечеловеческих ценностях, отвечают на вопросы, волнующие людей разных поколений. И сегодня его творческое наследие не теряет своей актуальности, служит источником вдохновения для молодых писателей и поэтов», - говорится в приветствии.

Глава Министерства культуры РФ пожелал участникам конференции плодотворной работы, содержательных дискуссий и всего наилучшего.

В ходе торжественного открытия конференции приветствие министра зачитал директор Ордена Знак Почета Института истории, языка и литературы, доктор географических наук, профессор Айбулат Псянчин.

В рамках конференции проходит научный симпозиум, посвященный 100-летию со дня рождения народного поэта Башкортостана Мустая Карима - «Литература в системе духовной культуры урало-алтайских народов».

Кроме того, на конференции работают 4 секции:
- Состояние и проблемы развития языков урало-алтайских народов;
- История урало-алтайских народов в контексте мировой цивилизации;
- Материальная и духовная культура урало-алтайских народов в диалоге мировых культур;
- Фольклор как выразитель системы ценностей урало-алтайских народов.

На конференции будут представлены пленарные доклады, посвящённые творчеству Мустая Карима: «Народный поэт Башкортостана Мустай Карим: В его произведениях – философия жизни», «Философские смыслы в поэтическом творчестве Мустая Карима: Актуальность и значимость для современного человека», «Жанровое своеобразие творчества Мустая Карима», «Оседлав время: Творчество Мустая Карима в зеркале книжной графики», «Архетип матери в творчестве Мустая Карима» и другие.

_____

Рәсәй Федерацияһы мәҙәниәт министры Владимир Мединский 6 июнь Өфөлә асылған «Урал-Алтай: быуаттар аша киләсәккә» VIII Бөтә Рәсәй төркиәт конференцияһы ойоштороусыларына һәм ҡатнашыусыларына сәләмләү хатын ебәрҙе.

Министр әйтеүенсә, бер майҙансыҡҡа билдәле ғалимдарҙы, эксперттарҙы һәм йәмәғәт эшмәкәрҙәрен йыйыусы, эстәлекле программа һәм ҡатнашыусыларҙың дәрәжәле составы форумды әһәмиәтле ваҡиғаға әйләндерҙе.

Владимир Мединский шулай уҡ конференцияның Башҡортостан халыҡ шағиры Мостай Кәримдең 100 йыллығына арналғанын да билдәләп үтте. «Мостафа Сафич Кәримов илебеҙҙең күп милләтле әҙәбиәте үҫешенә тос өлөш индереүсе, тыныслыҡ һәм үҙ-ара килешеү традицияларын нығытыусы кеше булараҡ, Рәсәй мәҙәниәте тарихында почетлы урын биләп тора. Мостай Кәримдең ысын мәғәнәһендә үлемһеҙ әҫәрҙәрендә тормошҡа һөйөү уятыусы ҡеүәтле фекер һалынған, улар уҡыусыларға мәңгелек кешелек ҡиммәттәре хаҡында бәйән итә, төрлө быуын кешеләрен борсоған һорауҙарға яуап бирә. Бөгөн дә уның ижади мираҫы үҙенең актуаллеген юғалтмай, йәш яҙыусы менән шағирҙарға илһам сығанағы булып тора», - тиелә сәләмләү хатында.

РФ мәҙәниәт министрлығы башлығы конференцияла ҡатнашыусыларға уңышлы эш, эстәлекле дискуссиялар һәм изге теләктәрен еткерҙе.

Конференцияны тантаналы асыу ваҡытында министрҙың сәләмләү хатын Почет билдәһе орденлы Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының директоры, география фәндәре докторы, профессор Айбулат Псянчин уҡып ишеттерҙе.

Конференция сиктәрендә Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең тыуыуына 100 йыл айҡанлы «Урал-Алтай халыҡтарының рухи системаһында әҙәбиәт» фәнни симпозиумы үтә.

Унан башҡа, конференцияла тағы 4 секция эшләй:
- Урал-Алтай халыҡтары телдәренең әлеге торошо һәм артабанғы үҫеше проблемалары;
- Донъя цивилизацияһы контексында Урал-Алтай халыҡтарының тарихы;
- Урал-Алтай халыҡтарының донъя мәҙәниәттәре диалогында матди һәм рухи мәҙәниәте;
- Фольклор - Урал-Алтай халыҡтарының ҡиммәттәре системаһын сағылдырыусы.

Шулай уҡ конференцияла Мостай Кәрим ижадына бағышланған «Башҡортостан халыҡ шағиры Мостай Кәрим: уның әҫәрҙәрендә – тормош фәлсәфәһе», «Мостай Кәримдең шиғри ижадында фәлсәфәүи төшөнсәләр: заман кешеһе өсөн актуаллеге һәм әһәмиәте», «Мостай Кәримдең ижадында жанрҙар үҙенсәлеге», «Ваҡытҡа атланып: Мостай Кәрим ижады китап графикаһы көҙгөһө аша», «Мостай Кәрим ижадында Әсә архетибы» һәм башҡа пленар докладтар тәҡдим ителә.