Новости

Новое издание повести Мустая Карима «Помилование» получило диплом Ассоциации книгоиздателей России
05.06.2019

Новое издание повести Мустая Карима «Помилование» получило диплом общероссийского конкурса «Лучшие книги года», проводимого Ассоциацией книгоиздателей России.

Книга, выпущенная уфимским издательством «Инеш» при поддержке Фонда имени Мустая Карима, вошла в шорт-лист конкурса по номинации «Лучшее издание классической художественной литературы». Всего в шорт-лист попали пять изданий.

Торжественная церемония объявления и награждения победителей конкурса состоялась 3 июня в Москве в рамках Всероссийского книжного фестиваля «Красная площадь».

В этом году профессиональный издательский конкурс «Лучшие книги года» проводился в 28-ой раз. Основная цель конкурса - популяризация, сохранение и развитие отечественной культуры книгоиздания, поддержка новаторских творческих идей издательских коллективов.

Ассоциация книгоиздателей России создана в 1990 году. Сегодня она насчитывает свыше 200 членов из более чем 40 регионов страны.

В 2018 году дипломантом конкурса Ассоциации книгоиздателей России стала книга «Мустай. Интервью, которого никогда не было», выпущенная издательством «Инеш» при поддержке Фонда имени Мустая Карима. Презентация издания состоялась 3 июня 2018 года в Москве в рамках Всероссийского книжного фестиваля «Красная площадь».

_____

Мостай Кәримдең «Ярлыҡау» повесының яңы баҫмаһы Рәсәй китап нәшер итеүселәр Ассоциацияһының «Иң яҡшы китаптары» Бөтә Рәсәй конкурсы дипломына лайыҡ булды.

Мостай Кәрим исемендәге Фонд ярҙамында Өфөләге «Инеш» нәшриәте сығарған был китап «Классик нәфис әҙәбиәтенең иң яҡшы баҫмаһы» номинацияһының шорт-битенә инде. Барыһы шорт-биттә -биш баҫма.

Еңеүселәрҙе иғлан итеү һәм тәбрикләү тантанаһы Мәскәүҙә «Ҡыҙыл Майҙан» Бөтә Рәсәй китап фестивале сиктәрендә 3 июнь үтте.

Быйыл «Иң яҡшы китаптар» нәшриәттәр профессональ конкурсы 28-се тапҡыр үткәрелде. Конкурстың төп маҡсаты – илебеҙҙә китап нәшер итеүҙе һаҡлау һәм үҫтереү, халыҡ араһында танытыу, нәшриәт коллективтарының яңы новаторлыҡ идеяларын таратыу.

Рәсәй китап нәшер итеүселәр Ассоциацияһы 1990 йылда барлыҡҡа килде. Бөгөн унда илдең 40 регионынан ашыу 200 кеше ағза булып тора.

2018 йылда Мостай Кәрим исемендәге Фонд ярҙамында «Инеш» нәшриәте сығарған «Мостай. Бер ҡасан да булмаған интервью» китабы Рәсәй китап нәшер итеүселәр Ассоциацияһы конкурсының дипломанты тип танылды. Презентация 2018 йылдың 3 июнендә Мәскәүҙә «Ҡыҙыл Майҙан» Бөтә Рәсәй китап фестивале сиктәрендә үткәйне.