Новости

В Казани прошла премьера спектакля «Мустай Карим. Близкий горизонт»
05.06.2019

В Татарстане прошла премьера спектакля Башкирского театра кукол «Мустай Карим. Близкий горизонт».

Глубокая по содержанию, романтическая по духу пьеса на 90% состоит из автобиографической прозы и стихотворений поэта. Только 10% - фантазия автора, признается драматург Владимир Аношкин.

Режиссер Альберт Имамутдинов при постановке использовал разные приемы, присущие кукольному и драматическому театрам. Спектакль как синтез искусств, спектакль, как и все творчество Мустая Карима, одновременно прост и сложен. Чтобы дойти до сути, необходимо посмотреть его не один раз.

Башкирский государственный театр кукол выступил в Казани в рамках XIV международного театрального фестиваля тюркских народов «Навруз». В этом году фестиваль посвящен башкирскому театральному искусству. В числе 29 коллективов-участников из российских регионов и зарубежья выступают 6 театров из Башкортостана.

_____

Татарстанда Башҡорт ҡурсаҡ театрының «Мостай Кәрим. Яҡын офоҡ» спектакленең премьераһы үтте.

Тәрән йөкмәткеле, романтик рух менән һуғарылған пьеса 90% шағирҙың автобиографик проза һәм шиғырҙарынан тора. Тик 10% ҡына автор уйҙырмаһы, тип һөйләне драматург Владимир Аношкин.

Режиссер Альберт Имаметдинов сәхнә әҫәрендә ҡурсаҡ һәм драма театрҙарына хас төрлө приемдар ҡулланды. Спектакль – сәнғәт синтезы, спектакль, Мостай Кәримдең бар ижады кеүек, үҙе ябай, үҙе ҡатмарлы. Һәм уның асылына барып етер өсөн, уны ҡат-ҡат ҡарарға кәрәк.

Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры Ҡазанда төрки халыҡтарының XIV «Науруз» Халыҡ-ара театраль фестивале сиктәрендә сығыш яһаны. Быйыл фестиваль башҡорт театр сәнғәтенә арналды. Рәсәй региондарынан һәм сит илдән йыйылған 29 ҡатнашыусы коллектив араһында Башҡортостандан 6 театр ҡатнашты.

Источник: БСТ