Новости

Спектакль по повести Мустая Карима «Таганок» получил главный приз международного фестиваля «Туганлык»
31.05.2019

В Уфе на сцене Башкирского театра драмы имени Мажита Гафури состоялась торжественная церемония награждения победителей VII Международного фестиваля тюркоязычных театров «Туганлык».

Главный приз остался в Башкортостане: победу в номинации «Лучший спектакль» завоевала постановка Стерлитамакского государственного театрально-концертного объединения «Таганок» по одноимённому произведению Мустая Карима (режиссер Антон Федоров).

«Таганок» также получил призы за лучшую сценографию (Антон Федоров, Лилия Сулейманова) и лучшую женскую роль второго плана (Ниса Бакирова).

«Для меня открытием стал режиссер Антон Федоров, поставивший спектакль в Стерлитамакском театре, - отметил президент фестиваля Рифкат Исрафилов на пресс-конференции накануне церемонии. - Я порадовался, что появляется мощная новая эстетика в театре. Это молодой режиссер, который работает на очень профессиональном уровне. Меня привлекла его работа по повести Мустая Карима "Таганок"».

Фестиваль тюркоязычных театров «Туганлык» прошёл в Уфе с 23 по 30 мая. В столице республики выступили ведущие театральные коллективы из пяти стран и шести регионов России: Башкортостана, Татарстана, Азербайджана, Казахстана, Кыргызстана, Тывы, Крыма, Хакасии, Турции, Алтая и Гагаузии. В течение недели на уфимских сценах показали 13 спектаклей. Победителей выбирал Экспертный совет под председательством художественного руководителя театра Российской Армии, режиссера, театрального педагога, актера, народного артиста России Бориса Морозова.

_____

Өфөлә төрки телле театрҙарҙың VII «Туғанлыҡ» халыҡ-ара фестивале тамамланды. Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт драма театры сәхнәһендә еңеүселәрҙе бүләкләү тантанаһы уҙҙы.

Төп бүләк Башҡортостанда ҡалды: «Иң яҡшы спектакль» тип Стәрлетамаҡ дәүләт театр-концерт берләшмәһенең Мостай Кәримдең повесы буйынса ҡуйылған «Өс таған»ы танылды (режиссер Антон Федоров).

«Өс таған» шулай уҡ «Иң яҡшы сәхнә биҙәлеше» (Антон Федоров һәм Лилиә Сөләймәнова) һәм «Икенсе пландағы иң яҡшы ҡатын-ҡыҙ роле» (Ниса Бакирова) приздарын да яуланы.

«Минең өсөн Стәрлетамаҡ театры сәхнәһендә ҡуйған режиссер Антон Федоров асыш булды, - тип әйтеп үтте бүләкләү тантанаһы алдынан үткән пресс-конференцияла фестиваль президенты Рифҡәт Исрафилов. - Мин театрҙа яңы, ҡеүәтле эстетика барлыҡҡа килеүенә шатландым. Был йәш режиссер бик профессиональ кимәлдә эшләй. Миңә уның Мостай Кәрим повесы буйынса ҡуйылған «Өс таған»ы күңелгә хуш килде».

«Туғанлыҡ» төрки телле театрҙар фестивале Өфөлә 23-сө майҙан 30 майға тиклем уҙғарылды. Республика башҡалаһында биш илдән һәм алты Рәсәй регионынан алдынғы театраль коллективтар сығыш яһаны: ул Башҡортостан, Татарстан, Әзербайжан, Ҡазаҡстан, Ҡырғыҙстан, Тыва, Ҡырым, Хакасия, Төркиә, Алтай һәм Ғағауз республикалары. Аҙна дауамында Өфө сәхнәләрендә 13 спектакль күрһәтелде. Еңеүселәрҙе Рәсәй Армияһы театрының художество етәксеһе, театр педагогы, актер, Рәсәйҙең халыҡ артисы Борис Морозов етәкселегендәге Эксперт советы билдәләне.

Источник: Башинформ

Фото: Культурный мир Башкортостана