Новости

В Уфе конкурс «Вспоминая Мустая Карима» выявил таланты детей с ограниченными возможностями

26 апреля 2019
6d5c7b2bb4d3e55986abe44af7d91e37

В Уфе проходит Конкурс чтецов в рамках Первого Открытого республиканского конкурса для детей и подростков с ограниченными возможностями здоровья «Вспоминая Мустая Карима». 26 апреля в уфимском Реабилитационном центре состоялся республиканский этап конкурса, на который съехались одаренные дети из разных городов и районов Башкортостана.

Один за другим на сцену выходят дети, тем, кто тяжело передвигается, помогают выйти. Зал сразу погружает в творческую атмосферу — он украшен искусными поделками, сделанными руками детей. Со стен смотрят многочисленные портреты Мустая Карима и персонажей его книг — здесь и мудрая Старшая, и задумчивая Младшая Мать, и задорный Пупок, и мечтательная Акйондоз.

Участвовать в номинации «Конкурс чтецов» выразили желание более 180 детей. В трех возрастных категориях выступают детсадовцы и школьники в возрасте от трех до 18 лет. Дети очень выразительно рассказывают стихи, прозаические произведения Мустая Карима на русском и башкирском языках, иногда по одному, иногда дуэтом. Несмотря на то, что многим из этих ребят даже каждый шаг дается с трудом, они основательно подготовились — читают наизусть, входят в образ. Кто-то надел нарядное платье, кто-то национальный костюм, кто-то военную одежду, многие смонтировали красочные презентации, приготовили музыкальное сопровождение, театральные сценки.

В жюри работают супруга врио Главы республики Каринэ Хабирова, первый заместитель министра семьи, труда и социальной защиты населения РБ Ольга Кабанова, директор ПЦ «Вся Уфа» Азамат Альмухаметов, председатель РОО «Единство поколений» Лариса Тарасова, директор Реабилитационного центра Равиль Минибаев и другие.

«Конкурс тематический, проходит в год 100-летия республики и 100-летия Мустая Карима, хотелось поддержать его. Здесь участвуют детки, которые не могут участвовать в обычных конкурсах. Детки такие молодцы, артистичные, настолько умеют держаться на сцене, рассказывать, это просто потрясающе. Удивило желание детей и родителей в этом участвовать. Несмотря на сложные жизненные обстоятельства и проблемы со здоровьем, материальные сложности и переезды, родители стремятся создать для своих детей полноценные условия в жизни», — отметила Каринэ Хабирова.

Амин Мухаметьянов приехал из Нефтекамска, чтобы исполнить стихотворение «Здравствуйте, цветы!». Он пленил членов жюри своим выразительным чтением, открытостью и непосредственностью. По словам мамы, Амин родился недоношенным и с самого рождения борется за жизнь и здоровье. Очки носит с трех месяцев. К своим семи годам успел перенести две сложнейшие операции — в Санкт-Петербурге ему оперировали глаза, в Кургане — ножки. Но при этом благодаря усилиям близких и, в первую очередь, мамы-педагога ведет полноценную насыщенную жизнь, постоянно участвует и побеждает в конкурсах. Мальчик очень хотел познакомиться с первой леди республики, и эта мечта осуществилась — на память Амин увезет фотографию с Каринэ Хабировой.

«Этот конкурс проводится впервые, но социальные мероприятия мы проводим постоянно. Сегодня и порадоваться, и поплакать успели — дети читают очень эмоционально. Мы очень рады, что организовали этот конкурс, нам есть, что показать и чем гордиться», — считает заместитель директора Реабилитационного центра Айгуль Мурзакаева.

Евгении Бабушкиной 11 лет, она передвигается на костылях. Девочка с выражением прочитала стихотворение Мустая Карима «Прощание с веком», посвященное председателю Союза башкирских женщин Рашиде Султановой.

«Стихотворение я выбрала сама, потому что понравилось по настроению. Я немного волновалась, но во время выступления смотрела на директора, потому что он уверенный, как и я», — призналась Женя.

Всем ребятам вручили дипломы участников и сладкие призы, сфотографировали на память. Эта минута славы останется в их сердцах навсегда и будет вдохновлять на новые достижения. Награждение победителей конкурса «Вспоминая Мустая Карима» по номинациям «Декоративно-прикладное искусство» и «Конкурс чтецов» состоится 29 мая в Молодежном театре имени Мустая Карима.

_____

Өфөлә һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән балалар һәм үҫмерҙәр өсөн «Мостай Кәримде хәтерләп» тигән Беренсе Асыҡ республика конкурсы сиктәрендә «Тасуири уҡыусылар конкурсы» үтә. 26 апрель Өфө реабилитация үҙәгендә конкурстың республика этабы үткәрелде, уға Башҡортостан ҡалалары һәм райондарынан һәләтле балалар йыйылды.

Бер-бер артлы сәхнәгә балалар сыға, кемгәлер йөрөүе ауыр – ундайҙарға сығырға ярҙам итәләр. Зал шундуҡ үҙенең ижади мөхите менән арбай – ул балаларҙың ғәжәйеп ҡул эштәре менән биҙәлгән. Диуарҙарҙан Мостай Кәримдең байтаҡ портреттары һәм уның китап персонаждарының һүрәттәре ҡарап тора – аҡыллы Оло Инәй һәм уйсан Кесе Инәй, дәртле Кендек һәм хыялға бай Аҡйондоҙ.

«Тасуири уҡыусылар конкурсы» номинацияһында ҡатнашырға 180-дән ашыу бала теләк белдерҙе. Йәш буйынса өс категорияла өс йәштән 18 йәшкә тиклем балалар баҡсаһында тәрбиәләнеүселәр һәм уҡыусылар сығыш яһаны. Балалар Мостай Кәримдең шиғырҙары, сәсмә әҫәрҙәренән өҙөктәрҙе бик матур итеп русса ла, башҡортса ла һөйләне – берәүләп тә, дуэт менән дә. Бындағы балаларҙың күбеһенә һәр аҙым ҙур ҡыйынлыҡ менән бирелһә лә, улар бик ныҡлы әҙерләнгән – яттан һөйләгән саҡта, образға инеп китәләр. Кемдер байрам кейемендә, кемдер милли йә хәрби кейемдә, күбеһе бик сағыу презентациялар ҙа әҙерләгән, музыкаль яҡтан да биҙәгән, театрлаштырылған сығыштар ҙа булды.

Баһалама ағзалары – республика башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусының хәләл ефете Каринэ Хәбирова, БР Ғаилә, хеҙмәт һәм социаль яҡлау министрҙың беренсе урынбаҫары Ольга Кабанова, «Бөтә Өфө» продюсер үҙәгенең директоры Азамат Әлмөхәмәтов, «Быуындар берлеге» региональ йәмғиәт ойошмаһы рәйесе Лариса Тарасова, Реабилитация үҙәге директоры Рәүил Минибаев һ.б.

«Конкурстың үҙ тематикаһы бар, ул республиканың 100 йыллығы һәм Мостай Кәримдең 100 йыллығы үткән йылда үтә, шуға ла уға ярҙам итке килде. Бында ғәҙәти конкурстарҙа ҡатнаша алмаған балалар сығыш яһай. Балалар шундай аҡыллы, артист һәләтен күрһәтәләр, сәхнәлә үҙҙәрен оҫта тоталар, һөйләй беләләр, был иҫ китмәле. Балаларҙың һәм атай-әсәйҙәрҙең бында ҡатнашырға теләге һоҡландырҙы. Бик ҡатмарлы тормош хәленә, һаулыҡ менән проблемалар булыуына, материаль яҡтан ҡыйынлыҡтар, юл мәшәҡәттәренә ҡарамай, атай-әсәйҙәр үҙ балаларына тормошта тулы шарттар булдырырға ынтыла», — тип әйтеп үтте Каринэ Хәбирова.

Әмин Мөхәмәтйәнов Нефтекамск ҡалаһынан «Һаумы, тиҙәр гөлдәр!» шиғырын ятлап күрһәтер өсөн килгән. Ул баһалама ағзаларын үҙенең тасуири уҡыуы, ихласлығы, ябайлығы менән арбаны. Әсәһе әйтеүенсә, Әмин етлекмәй тыуған һәм тыуғандан алып йәшәү һәм һаулығы өсөн көрәш алып бара. Күҙлекте ул өс айынан бирле кейә. Үҙенең ете йәшенә ул ике бик ҡатмарлы операция кисергән: Санкт-Петербургта уға күҙҙәрен, Курганда – аяҡтарын дауалағандар. Әммә яҡындары һәм тәү сиратта педагог әсәһе ярҙамында ул тулы, эстәлекле тормош алып бара, конкурстарҙа гел ҡатнаша һәм еңә. Малай республиканың беренсе ледиһы менән бик танышҡыһы килгән икән, һәм бына ошо хыялы тормошҡа ашты – Әмин иҫтәлеккә Каринэ Хәбирова менән фотоһүрәт алып ҡайтасаҡ.

«Был конкурс тәүге тапҡыр үтһә лә, беҙ социаль сараларҙы йыш үткәреп торабыҙ. Бөгөн ҡыуанып та, илашып та алдыҡ – балалар бигерәк хисле сығыш яһай. Беҙ ошо конкурсты ойошторғанға бик ҡәнәғәтбеҙ, беҙҙең бит шатланырға ла, ғорурланырға ла урын бар», — тип һанай Реабилитация үҙәгенең директор урынбаҫары Айгөл Мырҙаҡаева.

Евгения Бабушкинаға 11 йәш, ул ҡултыҡ таяғы менән генә йөрөй ала. Ҡыҙ бала бик матур итеп Мостай Кәримдең «Быуат менән хушлашыу» шиғырын ятланы, был шиғыр Башҡортостан ҡатын-ҡыҙҙар союзы рәйесе Рәшиҙә Солтановаға арналған.
Женя әйтеүенсә, был шиғырҙы ул үҙе һайлаған. «Ул миңә кисерештәре менән оҡшаны. Мин бер аҙ тулҡынландым, шуға ла сығыш яһағанда директорға ҡараным, сөнки ул минең кеүек үк, үҙ көсөнә ышана».

Бар балаларға ла ҡатнашыусы дипломдары һәм тәмле приздар тапшырылды, иҫтәлеккә фотоға төштөләр. Был дан минуты уларҙың йөрәктәрендә мәңгелеккә уйылыр һәм яңы үрҙәргә әйҙәр. «Мостай Кәримде хәтерләп» конкурсының «Декоратив-ҡулланма сәнғәт» һәм «Тасуири уҡыусылар конкурсы» номинацияларында еңеүселәрҙе тәбрикләү тантанаһы Мостай Кәрим исемендәге Йәштәр театрында 29 май үтәсәк.

Источник: Башинформ
Фото: Валерий Шахов