Новости

В Уфе прошла Неделя детской и юношеской книги и музыки «Читай Мустая!»
05.04.2019

«Читай Мустая!» - под таким названием в Уфе прошла традиционная Неделя детской и юношеской книги и музыки. В кинотеатре «Родина» подвели её итоги. Почетной гостьей праздника стала директор Фонда имени Мустая Карима, дочь поэта Альфия Мустаевна Каримова.

В фойе детей ждала встреча с Театром кукол, были представлены книжные выставки, состоялись конкурс чтецов «Открытый микрофон» и викторина на знание истории и культуры Башкортостана.

"В течение Недели в библиотеке проходило много мероприятий, - рассказал ведущий методист Центральной городской детской библиотеки имени Шагита Худайбердина Мария Григоренко. - У нас прошли конкурс чтецов, посвященный 100-летию со дня рождения Мустая Карима, собравший около 400 юных чтецов, Межрегиональная поэтическая онлайн-площадка. В ней приняли участие также ребята из Елабуги. Неделя проходит по всей России, и елабужские друзья книги решили присоединиться к нам, чтобы лучше узнать творчество Мустая Карима. У нас получился замечательный поэтический телемост. Участники исполняли стихи Мустая Карима на башкирском, русском и языках народов республики. 20 марта прошла первая городская детская конференция по творчеству Мустая Карима на базе библиотеки №30. Дети проявили себя и как организаторы, и как участники форума. Представили много интересных материалов из жизни и творчества народного поэта, анализ произведений. В конференции приняли участие ребята из школ и лицеев №№ 53, 70, 60, 118, 56".

"Конференция прошла по разным темам, дети делали презентации, доклады, и даже те, кто хорошо знаком с творчеством Мустая Карима, узнали для себя много нового, - отметила ведущий специалист библиотеки №30 Наталья Крайнова. - После к нам пришел поток новых читателей, а книга «Радость нашего дома» стала самой популярной".

В рамках конкурса выбирали лучшую библиотеку Недели. Ей стала библиотека №30, а призерами - библиотеки №28 и №7.

"Неделя детской книги - традиция, которая продолжается с советских времен, и сейчас она как никогда нужна, - сказала Альфия Каримова, поздравляя участников праздника. - Хочу сказать вам большое спасибо. Вы вложили в этот фестиваль свои душу, сердце, любовь к книге. У отца были две самые уважаемые профессии – учитель и библиотекарь, тот, кто прокладывает мост от автора к читателю. Вы делаете огромное дело. Любовь к книге, к прекрасному, к культуре прививается с детства". Альфия Мустаевна вручила призерам книги в подарок.

На сцене в этот день звучали стихи Мустая Карима, которые читали финалисты конкурса. Победителями стали Гульфия Лукманова, Елизавета Белова, Екатерина Головкина, Максим Гареев, Ксения Кордапольцева, Рустам Рафгутдинов.

_____

«Мостайҙы уҡы!» - ошондай исем менән Өфөлә һәр йыл үткәрелгән Балалар һәм йәштәр өсөн китап һәм музыка аҙналығы үтте. Ул «Родина» кинотеатрында тамамланды. Шағир ҡыҙы, Мостай Кәрим исемендәге Фонд директоры Әлфиә Мостай ҡыҙы Кәримова байрамдың почетлы ҡунағы итеп саҡырылды.

Фойела балаларҙы Ҡурсаҡ театры менән осрашыу көтә ине, шулай уҡ китап күргәҙмәләре, «Асыҡ микрофон» тасуири уҡыусылар конкурсы һәм Башҡортостан тарихын һәм мәҙәниәтен белеүгә викторина ойошторолдо.

«Аҙналыҡ барышында китапханала бик күп саралар үтте, - тип һөйләне Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге Үҙәк ҡала балалар китапханаһының төп белгесе Мария Григоренко. – Беҙҙә Мостай Кәрим тыуыуына 100 йыл айҡанлы тасуири уҡыусылар конкурсы үтте, ул 400-ләп йәш тасуири уҡыусыларҙы тупланы, Регион-ара шиғри онлайн-майҙансыҡ та булды. Унда Алабуға ҡалаһынан балалар ҡатнашты. Аҙналыҡ бар Рәсәй буйлап үтә, һәм Алабуғалағы дуҫтарыбыҙ Мостай Кәрим ижадын төплөрәк белер өсөн беҙгә ҡушылды. Беҙҙең иҫ китмәле шәп телекүпер килеп сыҡты. Ҡатнашыусылар Мостай Кәрим шиғырҙарын башҡортса, русса һәм республикабыҙҙың башҡа телдәрендә ятлап күрһәтте. 20 март 30-сы китапхана нигеҙендә Мостай Кәрим ижады буйынса беренсе ҡала балалар конференцияһы уҙҙы. Балалар үҙҙәрен форумды ойоштороусы итеп тә, ҡатнашыусы итеп тә күрһәтте. Халыҡ шағиры тормошо һәм ижадынан бик күп ҡыҙыҡлы материалдар ҡулландылар, әҫәр анализдары үткәрҙеләр. Конференцияла 53-сө, 70-се, 60-сы, 118-се, 56-сы һанлы мәктәп һәм лицей балалары ҡатнашты».

«Конференция төрлө темалар буйынса үтте, балаларҙың презентациялары, докладтары булды, һәм хатта Мостай Кәрим ижадын яҡшы белгәндәр ҙә үҙҙәре өсөн бик күп асыш яһаны, - тип әйтеп үтте 30-cы һанлы китапхана белгесе Наталья Крайнова. – Унан һуң беҙгә яңы уҡыусылар ағымы килде, ә «Беҙҙең өйҙөң йәме» китабы иң уҡымлы китапҡа әүерелде».
Конкурс сиктәрендә Аҙналыҡтың иң һәйбәт китапханаһын да һайланылар. Еңеүсе итеп 30-сы китапхана билдәләнде, ә 28-се һәм 7-се китапханалар приздарға лайыҡ булды.

«Балалар китабы аҙналығы – совет заманынан дауам иткән традиция, һәм әлеге ваҡытта ул беҙгә бигерәк тә кәрәкле, – тине байрамда ҡатнашыусыларҙы тәбрикләү сығышында Әлфиә Кәримова. – Һеҙгә бик ҙур рәхмәт әйтке килә. Һеҙ был фестивалгә күңелегеҙҙе, йөрәгегеҙҙе, китапҡа булған һөйөүегеҙҙе һалып башҡарҙығыҙ. Атай өсөн иң ихтирам иткән ике һөнәр эйәләре булды – ул уҡытыусы һәм китапханасы, автор менән уҡыусы араһында күпер һалыусылар. Һеҙ бик ҙур эш атҡараһығыҙ. Китапҡа, матурлыҡҡа, мәҙәниәткә һөйөү баласаҡтан һалына». Әлфиә Мостай ҡыҙы призерҙарға китап бүләк итте.

Сәхнәлә ул көндө Мостай Кәрим шиғырҙары яңғыраны. Уларҙы конкурс финалисттары Гөлфиә Лоҡманова, Елизавета Белова, Екатерина Головкина, Максим Гәрәев, Ксения Кордапольцева, Рөстәм Рәфғутдинов уҡыны.

Источник: Ufaved.info
Фото: Валерия Шахова