Новости

Новейшему российскому круизному лайнеру присвоят имя Мустая Карима

11 марта 2019

Российский круизный лайнер компании «Водоходъ» будет назван именем народного поэта Башкортостана Мустая Карима.

Фотографии дизайн-проектов кают и общественных пространств строящегося лайнера опубликованы РИА Новости

Отмечается, что «Мустай Карим» станет одним из первых круизных лайнеров в постсоветской истории. Судно спроектировано по типу «плавучей гостиницы», оно будет соответствовать уровню пятизвездочного отеля и предоставлять сервис высочайшего класса.

На борту предусмотрены обзорные салоны, рестораны, бары, спа-салон, тренажерный зал, парикмахерская, а также большая открытая прогулочная зона-солярий на верхней палубе.

Длина судна — 141 метр, пассажировместимость — 342 человека, численность экипажа — 144 человека. Скорость — 22,5 километра в час.

Лайнер будет ходить по маршруту Москва — Санкт-Петербург. Согласно контракту, судно необходимо передать заказчику до конца февраля 2020 года. В настоящее время строительство лайнера выполнено на 60%.

Осенью 2017 года имя Мустая Карима получил один из пассажирских авиалайнеров Sukhoi Superjet 100 компании «Аэрофлот». В декабре 2018 года по итогам народного голосования в рамках федерального проекта «Великие имена России» имя Мустая Карима было выбрано для присвоения международному аэропорту Уфы.

20 октября 2019 года исполнится 100 лет со дня рождения народного поэта Башкортостана. В соответствии с распоряжением Правительства России от 22 декабря 2017 года №2913-р, празднование юбилея пройдёт на федеральном уровне.

Источник: ГТРК «Башкортостан» 

_____

«Водоходъ» компанияһының Рәсәй круиз лайнерына Башҡортостан халыҡ шағиры Мостай Кәрим исеме биреләсәк

Төҙөләсәк лайнерҙың каюталары һәм дөйөм ҡулланыу урындарының дизайн-проекттары фоторәсемдәрен РИА Новости баҫтырҙы.

Унда «Мостай Кәрим» совет осоронан һуң тәүге круиз лайнеры буласаҡ, тип әйтелгән. Ҡарап «йөҙөп йөрөүсе ҡунаҡхана» тибындағы проект буйынса эшләнә, ул биш йондоҙло отель кимәленә тура киләсәк һәм унда иң юғары кимәлдәге сервис тәҡдим ителәсәк.

Ҡарап бортында тирә-яҡты байҡау салондары, ресторандар, барҙар, спа-салон, тренажер залы, бөҙрәхана, ә шулай уҡ өҫкө палубаһында ял итеп йөрөү өсөн ҙур асыҡ солярий зонаһы ҡаралған.

Ҡарап оҙонлоғо — 141 метр, пассажирҙар һыйҙырышлығы  — 342 кеше, экипаж һаны — 144 кеше. Тиҙлеге  —  сәғәтенә 22,5 километр.

Лайнер Москва — Санкт-Петербург маршруты буйынса йөрөйәсәк. Контракт буйынса, ҡарапты 2020 йылдың февраленең аҙағына тиклем заказсыға тапшырыр кәрәк.

2017 йылдың көҙөндә «Аэрофлот» компанияһының Sukhoi Superjet 100 пассажир авиалайнерҙарының береһенә Мостай Кәрим исеме ҡушылды. «Рәсәйҙең бөйөк исемдәре» федераль проекты сиктәрендә халыҡ араһында тауыш биреү үткәрелде, шуның һөҙөмтәләре буйынса 2018 йылдың декабренән башлап Өфө халыҡ-ара аэропорты Мостай Кәрим исемен йөрөтәсәк.

2019 йылдың 20 октябрендә Башҡортостан халыҡ шағирына 100 йыл туласаҡ. Рәсәй Хөкүмәтенең 2017 йылдың 22 декабрендә сыҡҡан №2913-р ҡарары буйынса юбилейҙы байрам итеү федераль кимәлдә үтәсәк.