Новости

Стихи Мустая Карима прозвучали со сцены Московского драматического театра

7 февраля 2019

Стихотворения и песни на строчки Мустая Карима прозвучали со сцены Московского драматического театра им. А. С. Пушкина в заключительный день гастролей Башкирского государственного академического театра драмы им. М. Гафури.

С успешным завершением московских гастролей коллектив театра и всех зрителей поздравил заместитель министра культуры Республики Башкортостан Шамиль Абдраков. «Все вы знаете, что в этот год мы празднуем 100-летие нашей республики, 100-летие великого поэта Мустая Карима и 100-летие Башкирского академического театра драмы им. М. Гафури. Данные гастроли стали яркой страницей в истории празднования таких значимых событий», — отметил он.

С 4 по 6 февраля башкирский театр представил на основной сцене Московского драматического театра им. А. С. Пушкина 3 спектакля. Гастроли завершились театрализованным концертом, на котором артисты исполнили танцевальные и вокальные номера, а также отрывки из своих знаменитых спектаклей.

_____

Мостай Кәрим шиғырҙары һәм уның һүҙҙәренә яҙылған йырҙар М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры гастролдәренең аҙаҡҡы көнөндә А.С. Пушкин исемендәге Мәскәү драма театры сәхнәһенән яңғыраны.

Мәскәү гастролдәренең уңышлы тамамланыуы менән театр коллективын һәм бар тамашасыларҙы Башҡортостан Республикаһы мәҙәниәт министрының урынбаҫары Шамил Абдраҡов ҡотланы. «Һеҙ барығыҙ ҙа беләһегеҙ, быйыл беҙ Республиканың 100 йыллығын, бөйөк шағирыбыҙ Мостай Кәримдең 100 йыллығын һәм М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрының 100 йыллығын байрам итәбеҙ. Был гастролдәр ошондай мөһим ваҡиғаларҙы байрам итеү тарихының сағыу биттәре булды», - тип билдәләне ул.

Башҡорт театры 4 һәм 6 февраль А.С. Пушкин исемендәге Мәскәү драма театрының төп сәхнәһендә 3 спектакль күрһәтте. Гастролдәр театрлаштырылған тамаша менән тамамланды, унда артистар бейеү, йыр номерҙарын, данлыҡлы спектаклдәрҙән өҙөктәр күрһәтте.

Фото: Башкирский академический театр драмы имени Мажита Гафури