Новости

Первые участники проекта «Радость нашего дома» обрели семью
30.01.2019

Первые участники социального проекта «Радость нашего дома», названного по повести Мустая Карима, обрели новую семью.

«Наши герои - два маленьких мальчика Тимур и Саша - уходят в семью», - рассказал на своей странице в Instagram директор телеканала «Вся Уфа» Азамат Альмухаметов.

Проект «Радость нашего дома» был запущен телекомпанией «Вся Уфа» с целью познакомить детей, оставшихся без родителей, с потенциальными усыновителями. В эфире телеканала идут короткие видеоролики, в которых лидеры общественного мнения, деятели культуры и искусства рассказывают о малышах из детских домов.

Ролик с участием двух братьев - Тимура и Саши - был опубликован на Youtube-канале телекомпании «Вся Уфа» 24 января 2019 года. В нём снялись Аскар и Наталья Абдразаковы. «Два прекрасных малыша! Мы просто уверены, что найдутся добрые и любящие родители, которые скажут: "Вы радость нашего дома"», - говорит в ролике Наталья Абдразакова.

«Никому в Башкирии не нужно рассказывать сюжет одной из самых светлых и трогательных книг великого Мустая, историю, когда во время Великой отечественной войны в жизни башкирского мальчика Ямиля появилась девочка Оксана, оставшаяся без мамы, - отмечал Азамат Альмухаметов. - Это большая ответственность и большое счастье — попробовать превратить сюжет любимой с детства книги в эффективный социальный проект. Мы очень надеемся, что наши ролики дадут шанс тем, кто давно ищет друг друга».

_____

Мостай Кәрим повесының исеме менән аталған «Беҙҙең өйҙөң йәме» социаль проектының тәүге ҡатнашыусылары үҙҙәренә яңы ғаилә тапты.

«Беҙҙең геройҙарыбыҙ – Тимәр һәм Саша исемле ике кескәй генә малайҙарыбыҙ ғаиләгә китә», - тип яҙҙы үҙенең Instagram битендә «Бөтә Өфө» телеканалы директоры Азамат Әлмөхәмәтов.

«Беҙҙең өйҙөң йәме» проекты «Бөтә Өфө» телекомпанияһы тарафынан башланып китте, уның маҡсаты – атай-әсәйһеҙ тороп ҡалған балаларҙы уллыҡҡа алырға теләүселәр менән таныштырыу. Телеканал эфирында ҡыҫҡа ғына видеороликтар сыға, унда йәмәғәт фекере лидерҙары, мәҙәниәт һәм сәнғәт эшмәкәрҙәре балалар йортонда тәрбиәләнеүсе кескәйҙәр хаҡында һөйләй.

Ағалы-ҡустылы Тимур һәм Саша хаҡында ролик «Бөтә Өфө» телекомпанияһының Youtube-каналында 2019 йылдың 24 ғинуарында сыҡҡайны. Унда Асҡар һәм Наталья Абдразаҡовтар ҡатнашты. «Ике ғәжәйеп бала! Бер аҙҙан хәстәрлекле һәм уларҙы яратыусы ата-әсәләре табылыуына, уларға «Һеҙ - беҙҙең өйҙөң йәме», - тип әйтеүҙәренә берҙә шикләнмәйбеҙ», - тине роликта Наталья Абдразаҡова.

«Башҡортостанда бер кемгә лә бөйөк Мостайҙың иң яҡты һәм тулҡынландырғыс китабының сюжетын һөйләп тораһы түгел, унда Бөйөк Ватан һуғышы ваҡытында Йәмил исемле башҡорт малайының тормошонда әсәйһеҙ тороп ҡалған Оксана исемле ҡыҙыҡай килеп сығыуы тарихы бәйән ителә, - тип әйтеп үтте Азамат Әлмөхәмәтов. – Баласағымдың яратҡан китап сюжетын эффектлы социаль проектҡа әйләндереп ҡарау - оло яуаплылыҡ һәм ҙур бәхет. Күптән бер-береһен эҙләгәндәргә был роликтар яңы мөмкинлектәр асыр, тип бик тә ышанабыҙ».