Новости

В Башкирии прозу Мустая Карима поставили средствами пластики
26.12.2018

В Русском драматическом театре города Стерлитамака поставили спектакль «Детство. Страницы» по мотивам прозаических произведений Мустая Карима. Постановка посвящена 100-летию народного поэта Башкортостана. Премьера состоится 12 января.

Спектакль малой формы «Детство. Страницы» представляет собой пластическую постановку. Основой стал текст повести Мустая Карима «Долгое-долгое детство». Режиссером по пластике выступила Алина Мустаева, она также создала музыкальное оформление.

Режиссер — член Гильдии режиссеров России, номинант Национальной театральной премии «Золотая маска» Эдуард Шахов, поставивший более 30 спектаклей в театрах Оренбурга, Салавата, Березников, Казани, Альметьевска и других городов России. Он известен своими смелыми трактовками пьес зарубежных и российских классиков. Художник по свету — Ильшат Саяхов.

«На основе текста повести мы делаем историю, которая будет кардинально отличаться от прежних постановок. Раньше Мустая Карима ставили как ностальгические, романтические композиции. А я хочу сделать публицистический спектакль, думаю, будет необычно и интересно. Это наша история, тяжелые 20-е годы прошлого века. Сейчас такой спектакль нужно ставить так, чтобы он был интересен и современен, чтобы в нем был нерв сегодняшнего дня», — говорит Эдуард Шахов.

Режиссер отметил, что пластика помогает сделать образ, мир спектакля более объемным, привнести в него полифонию различных тем и сделать его многогранным, создать множество дополнительных образов.

«В этом спектакле пластика не иллюстративна, как в традиционных спектаклях. Зритель должен думать: а зачем они это делают? Искусство вообще не должно быть сразу понятным. Оно должно проникать в нас эмоционально, интеллектуально и вызывать энергию. Мы не должны забывать историю своего народа, о том, что ему пришлось пережить. Спектакль будет об этом», — пояснил Эдуард Шахов.

_____

Башҡортостанда Мостай Кәрим прозаһы пластика алымдары менән ҡуйыласаҡ

Стәрлетамаҡ Рус драма театрында Мостай Кәримдең сәсмә әҫәрҙәре буйынса «Баласаҡ. Биттәр» спектакле ҡуйылды. Сәхнә әҫәре Башҡортостан халыҡ шағирының 100 йыллығына бағышланды. Премьера 12 ғинуар үтәсәк.

«Баласаҡ. Биттәр» кесе формалағы спектаклдә пластика алымдары ҡулланылды. Уның нигеҙендә - Мостай Кәримдең «Оҙон-оҙаҡ баласаҡ» повесы. Пластика буйынса режиссер – Алина Мостаева, ул шулай уҡ музыкаль биҙәлеште лә үҙ өҫтөнә алды.

Режиссеры – Рәсәй режиссерҙар Гильдияһы ағзаһы, «Алтын битлек» Милли театр премияһы номинанты, Ырымбур, Салауат, Березников, Ҡазан, Әлмәт һәм башҡа Рәсәй театрҙарында утыҙҙан ашыу спектакль ҡуйыусы Эдуард Шахов. Ул сит ил һәм Рәсәй классиктарының пьесаларын ҡыйыу трактовкалауы менән билдәле. Яҡтыртыу буйынса рәссам – Илшат Саяхов.

«Повесть тексы нигеҙендә беҙ ошо әҫәр буйынса ҡуйылған элекке спектаклдәрҙән ҡырҡа айырылып торған тарих эшләйбеҙ. Электән Мостай Кәримде ностальгия менән һуғарылған йәки романтик композициялар аша бирәләр ине. Мин иһә публицистик спектакль эшләйем, был ҡыҙыҡлы һәм үҙенсәлекле буласаҡ. Был беҙҙең тарих, үткән быуаттың 20-се ауыр йылдары. Хәҙер бындай спектаклдәрҙе заманса һәм ҡыҙыҡһындырырлыҡ итеп ҡуйыр кәрәк, унда бөгөнгө көндөң нервы булырға тейеш», -ти Эдуард Шахов.

Шулай уҡ режиссер пластика образдарҙы, спектакль донъяһын күләмлерәк итеүгә, уға төрлө темалар полифонияһын индереүгә һәм уны төрлө яҡлы итеп күрһәтеүгә, байтаҡ өҫтәлмә образдар тыуҙырыуға булышлыҡ итә, тип билдәләне.

«Был спектаклдә ғәҙәти спектаклдәрҙәге кеүек пластика иллюстратив түгел. Тамашасы: «Ә нишләп улар быны эшләй?», - тип уйлаһын. Сәнғәт, ғөмүмән, тиҙ генә аңларлыҡ булырға тейеш түгел. Ул беҙгә эмоциональ, интеллектуаль юлдар аша инергә һәм энергия булдырырға тейешле. Беҙ халҡыбыҙҙың тарихын оноторға, уға нимә кисерергә тура килгәнен оноторға тейеш түгел. Спектакль ошо хаҡта», - тип аңлатты Эдуард Шахов.

Источник: Башинформ