Новости

Мустай Карим: воспоминания о классике
14.12.2018

Литературная гостиная посвящена грядущему 100-летнему юбилею великого поэта Башкортостана

«Какой школьный предмет был у моего отца любимым? Не помню, чтоб он выделял что-то особенно. Но думаю, что это язык и литература. Он очень любил читать, что не удивительно. Классику знал хорошо. А в последние годы, когда появилось больше свободного времени, часто видела, как папа перечитывает авторов, любимых с юности», – рассказывает дочь народного поэта Башкортостана Альфия Мустаевна.

В «литературной гостиной» помимо нее – ученики и педагоги лицея № 161. Место встречи выбрано не случайно, ведь Демский район для Мустафы Сафича был родным.

Его, как и берега одноименной реки, Карим не раз воспел в стихах. Обстановка в гостиной – не помпезно-торжественная, а почти по-домашнему теплая. В пиалах на столах дымится чай, рядом высятся горки чак-чака, есть и мед. Уютные кресла и диванчики поставлены в круг. Каждый гость видит всех остальных. Но самый главный элемент – конечно же, воспоминания дочери литературного гения.

«Взять те же «Рассказы Альфии». Что-то в них является творческим вымыслом, но многое взято из реальной жизни. Есть в героях и я, и мой старший брат!» – рассказывает Альфия Мустаевна.

Посетителями «литературной гостиной» стали также известные журналисты, ученые и официальные лица. Среди них – редактор газеты «Уфимские Ведомости» Галина Ишмухаметова, глава администрации района Сергей Плотников и т.д.

Школьники подготовили творческую программу: читали стихи и поэмы, ставили сценки по мотивам «Долгого-долгого детства». А в конце встречи Альфия Мустаевна Каримова подписала всем желающим именные книги.

_____

Мостай Кәрим: классик хаҡында хәтирәләр

Әҙәби ҡунаҡхана Башҡортостандың бөйөк шағирының алдағы 100 йыллыҡ юбилейына бағышланды.

«Ниндәй уҡыу предметы атайымдың иң яратҡаны ине? Нимәнелер айырып әйткәнен иҫләмәйем. Тик шулай ҙа тел һәм әҙәбиәт, тип уйлайым. Ул бик уҡырға яратты, быныһына аптырарға түгел. Классиканы яҡшы белә ине. Ә һуңғы йылдары, ваҡыт яғынан иркенерәк була башлағас, атайымдың йәш саҡта яратып уҡыған авторҙарын ҡабатлап уҡығанын йыш күрҙем», - тип һөйләне Башҡортостан халыҡ шағирының ҡыҙы Әлфиә Мостай ҡыҙы.

Әҙәби ҡунаҡханала унан башҡа 161 һанлы лицей уҡыусылары һәм уҡытыусылары. Осрашыу урыны ла осраҡлы һайланмаған, Дим биҫтәһе бит Мостафа Сафа улы өсөн ят түгел. Уны һәм шул уҡ исемле йылға ярҙарын Кәрим нисәмә тапҡыр шиғырҙарында һүрәтләне.

Ҡунаҡхана эсендә лә тантаналы түгел, ә өйҙәгесә йылы мөхит булдырылғайны. Өҫтәлдә - пиалалар, сәйҙәр аҡ боҫ сығара, янында сәк-сәк өйөмдәре ҡалҡып ултыра, балы ла бар. Йәтеш кенә кресло менән дивандар түңәрәкләп теҙелгән. Һәр ҡунаҡ башҡалар өсөн күренеп ултыра. Ә иң мөһим элементы – әлбиттә, әҙәби даһи ҡыҙының хәтирәләре.

«Шул уҡ «Әлфиә хикәйәләре»н алайыҡ. Унда нимәлер ижади уйҙырма, тик күбеһе ысын тормоштан алынған. Уның геройҙары араһында мин дә, өлкән ағайым да бар!» - тип һөйләй Әлфиә Мостай ҡыҙы.

Әҙәби ҡунаҡхананың ҡунаҡтары – билдәле журналистар, ғалимдар, рәсми кешеләр. Улар араһында - «Уфимские Ведомости» газетаһының мөхәррире Галина Ишмөхәмәтова, район хакимиәте башлығы Сергей Плотников һ.б.

Уҡыусылар үҙҙәренең ижади программаһын да әҙерләгән: шиғыр менән поэмалар уҡыны, «Оҙон-оҙаҡ баласаҡ» повесынан өҙөктәр сәхнәләштерҙе. Ә осрашыу аҙағында Әлфиә Мостай ҡыҙы Кәримова һәр теләгән кешегә классик китабына ҡултамға менән теләк яҙып бирҙе.

Источник: Ufaved.info
Фото: Рита Ишниязова