Новости

В Санкт-Петербурге открыли памятник Михаилу Дудину
01.12.2018

В Санкт-Петербурге открыт памятник поэту, переводчику и журналисту Михаилу Дудину - другу Мустая Карима.

Монумент находится в сквере возле дома, в котором Дудин прожил более тридцати лет. Инициатором установки памятника выступила Общественная палата Санкт-Петербурга. Первый камень в основание заложили в 2016 году - в год столетия со дня рождения поэта. Авторы монумента - скульпторы Надежда Вострикова и Павел Шевченко. Памятник выполнен в бронзе и установлен на гранитном постаменте, его высота около двух метров.


Памятник Михаилу Дудину в Санкт-Петербурге. Фото: Аркадий Романов. 

Михаил Дудин (1916-1993) был другом Народного поэта Башкортостана Мустая Карима. Он неоднократно приезжал в гости к писателю в его родную деревню Кляшево и в Уфу.

Дудин также переводил стихи Мустая Карима на русский язык. В его переводе вышла первая книга поэта «Цветы на камне» (1949 год).


Мустай Карим и Михаил Дудин

Мустай Карим и Михаил Дудин познакомились на Первом Всесоюзном совещании молодых писателей в апреле 1947 года, вспоминает в своей статье «Оттуда. Из детства» учредитель Фонда имени Мустая Карима, сын писателя Ильгиз Каримов. «- Мой первый друг, мой друг бесценный!.. - так наполненно, с глубоким вздохом печали и благодарности мог бы сказать и отец про Михаила Александровича Дудина. Он был первым русским поэтом, с которым он подружился, полюбил горячей любовью, как любят друзей в юности, потому что они оба в пору знакомства, пройдя войну, оставались ещё очень молодыми», - отмечает Ильгиз Каримов.



Мустай Карим и Михаил Дудин

Как рассказал учредитель Фонда имени Мустая Карима, внук поэта Тимербулат Каримов, Михаил Дудин приезжал к его деду, когда тот тяжело болел. «У него были незажившие боевые раны, сидел осколок. Сострадание Михаила Дудина, говорил дед, всегда было действенным», - отметил Тимербулат Каримов.

«Михаил Дудин своими приездами и переводами стихов Мустая Карима поддержал молодого поэта, - рассказал внук Мустая Карима. - Как-то в один из приездов Михаил Дудин сказал: «До приезда сюда я закончил новую поэму. О войне, о нас. Там я очень вольно пересказал твое стихотворение про цветы, которые выросли на камне. Дело не в стихотворении. Дело в другом. Не знаю, как ты примешь: мой главный герой Карим умирает. По нашему обычаю я хотел ввести в заблуждение смерть, которая охотилась за тобой. Герой умирает, а ты будешь жить». Мой дед после этого прожил долгую жизнь. Умер он в 85 лет. Все эти долгие годы Михаил Дудин и Мустай Карим оставались близкими по духу людьми, в их творчестве была своеобразная перекличка».


Памятник Михаилу Дудину в Фурманове (Ивановская область)

_____

Санкт-Петербургта Михаил Дудинға һәйкәл асылды

Санкт-Петербургта Мостай Кәримдең дуҫына - шағир, тәржемәсе һәм журналист Михаил Дудинға һәйкәл асылды.

Монумент Дудин утыҙ йылдан ашыу йәшәгән йорттоң скверында урынлашҡан. Һәйкәл ҡуйыуҙың инициаторы   - Санкт-Петербургтың Йәмәғәт палатаһы. Тәүге нигеҙ ташы 2016 йылда – шағирҙың тыуыуына йөҙ йыл тулыу айҡанлы һалынды. Монумент авторҙары – скульпторҙар Надежда Вострикова һәм Павел Шевченко. Һәйкәл ҡуланан ҡойолған һәм гранит постаментта тора, уның бейеклеге ике метр тирәһе.

Михаил Дудин (1916-1993) Башҡортостан халыҡ шағиры Мостай Кәримдең дуҫы ине. Ул бер нисә тапҡыр әҙиптең туған ауылы Келәштә һәм Өфөлә ҡунаҡ булған.

Дудин шулай уҡ Мостай Кәримде рус теленә тәржемә итте. Уның тәржемәһендә шағирҙың 1949 йылда «Цветы на камне» исемле тәүге китабы донъя күрҙе.

Мостай Кәрим менән Михаил Дудин 1947 йылдың апрелендә Беренсе Бөтә Союз йәш яҙыусылар кәңәшмәһендә танышты, тип иҫләй үҙенең «Теге яҡтан. Бала-саҡтан» мәҡәләһендә яҙыусының улы, Мостай Кәрим исемендәге Фонд учредителе Илгиз Кәримов. «- Мой первый друг, мой друг бесценный!.. – ошолай мөлдөрәмә ихласлыҡ, тәрән һағыш һәм рәхмәт һулышы менән атайым да Михаил Александрович Дудин тураһында әйтә алыр ине. Ул атайым дуҫлашҡан тәүге рус шағиры ине, һәм уны йәшлек дуҫлығына ғына хас ҡайнар һөйөү менән һөйҙө, сөнки икеһе лә, һуғыш үтһәләр ҙә, танышыу мәлендә йәш ине», - тип яҙа Илгиз Кәримов.

Шағир ейәне, Мостай Кәрим исемендәге Фонд учредителе Тимербулат Кәримов һөйләүенсә, Михаил Дудин уның олатаһы ҡаты ауырыған мәлендә лә килгән. «Уның уңалмаған яралары булды, эсендә тимер ярсығы бар ине. Михаил Дудиндың шәфҡәтлелеге гел эше менән нығытыла килде», - тине Тимербулат Кәримов.

«Михаил Дудин үҙенең беҙгә килеүҙәре, Мостай Кәрим шиғырҙарының тәржемәләре менән йәш шағирҙың күңелен үҫтерҙе, - тип һөйләй Мостай Кәрим ейәне. – Бер килгәнендә Михаил Дудин ошолай тине: «Бында килгәнгә тиклем мин яңы поэмамды тамамланым. Һуғыш, беҙҙең турала. Унда мин һинең таш өҫтөндә үҫеп сыҡҡан сәскәләр хаҡындағы шиғырынды үҙемсә бәйән иттем. Эш шиғырҙа түгел. Эш башҡа нәмәлә. Нисек ҡабул итерһең инде: минең төп геройым Кәрим үлә. Беҙҙең йола буйынса, һинең арттан ҡыуған үлемде мин аҙаштырырға теләнем. Герой үлә, ә һин йәшәйәсәкһең». Минең олатайым унан һуң бик оҙаҡ йәшәне. Ул 85 йәшендә үлде. Һәм ошо оҙаҡ йылдар буйы Михаил Дудин менән Мостай Кәрим бер-береһе өсөн бик яҡын кешеләр ине, уларҙың ижадтары ла үҙ-ара бәйләнгән».