Новости

В Италии установлен памятник Максиму Горькому
27.10.2018

27 октября в итальянском городе Сорренто состоялась торжественная церемония открытия памятника Максиму Горькому.

В ней приняли участие посол Италии в России Паскуале Терраччано, мэр Сорренто Джузеппе Куомо, председатель Попечительского совета фонда «Дом национальных литератур» Тимербулат Каримов, директор Института мировой литературы им. А.М. Горького Российской академии наук Вадим Полонский, автор памятника - народный художник Российской Федерации, член Российской академии художеств Александр Рукавишников, а также представители общественности, культуры и искусства обеих стран.

Открытие памятника Горькому приурочено к 150-летнему юбилею со дня рождения писателя. Проект реализован мэрией Сорренто совместно с Фондом «Дом национальных литератур» и Институтом мировой литературы им. А.М. Горького при поддержке Посольства Италии в Москве и проекта «Русские сезоны».

«Сегодняшний день навсегда останется в истории нашего города знаменательным событием - возвращением в Сорренто великого русского писателя Максима Горького, - отметил на церемонии открытия памятника мэр Сорренто Джузеппе Куомо. - Горький прожил в Сорренто около 9 лет, и многие из своих произведений он написал именно здесь. Связь имени Горького с Сорренто остаётся очень прочной. Этот памятник навсегда останется в веках и станет символом дружбы, новых совместных проектов между Россией и Италией. Процитирую знаменитую фразу Горького: «Как наука является разумом мира, так искусство - сердце его». С сегодняшнего дня сердца наших народов будут биться в унисон во имя искусства!»

«Нас переполняет чувство благодарности к нашим соррентийским друзьям за тёплое и внимательное отношение к нашей культуре и литературе, - сказал в ходе церемонии открытия памятника председатель Попечительского совета фонда «Дом национальных литератур» Тимербулат Каримов. - В наше бурное время, когда низвергаются - зачастую незаслуженно - идеалы прошлого, рушатся памятники, Сорренто снова смотрит в вечность. Возвращение Максима Горького в Сорренто - это не только дань уважения величайшему русскому писателю. Горький оживал в Италии, она продлевала его жизнь, заряжая творческой энергией, солнечным светом и мощным оптимизмом. Вот и сегодня появление этого выдающегося памятника продлевает многовековую взаимную любовь России и Италии, укрепляет мост между нашими народами».

Председатель Попечительского совета фонда «Дом национальных литератур» также зачитал приветствие, которое направил участникам торжеств министр культуры Российской Федерации Владимир Мединский. «Творчество Горького оказало огромное влияние на культуру и общественную жизнь XX века, на развитие не только отечественной, но и мировой литературы. Он навсегда вошёл в историю культуры как автор, воспевший внутреннюю свободу человека, как борец за высокие нравственные ценности и идеалы. Символично, что памятник установлен в городе Сорренто, сыгравшем важную роль в жизни классика. Уверен, это событие – прекрасный вклад в дальнейшее укрепление российско-итальянских культурных связей», - отметил Владимир Мединский.

«Горький навсегда сохранил глубокую благодарность к земле, которая оказала ему гостеприимство, позволила высказать себя с той свободой и непосредственностью, которые были бы, наверное, невозможны для него в любой другое стране, наделила опытом осязаемого приобщения к великой истории и культуре. Здесь, в Сорренто, Горький провёл во многом ключевые годы своей биографии - годы вершин творческой зрелости, напряженного интеллектуального поиска в кругу домочадцев и частых гостей», - рассказал директор Института мировой литературы им. А.М. Горького Российской академии наук Вадим Полонский.

«Каждая новая скульптура для скульптора - это кусочек души. Я счастлив, что на такой легендарной и красивейшей земле останется моё произведение», - сказал автор памятника Александр Рукавишников.

В заключение церемонии выступил Посол Италии в России Паскуале Терраччано. «Сегодня мы вписали еще одну великолепную, очень красивую страницу в историю итальянско-российских отношений, - сказал посол. - Мы вернули Горького на берег моря, он теперь снова будет смотреть на эти голубые горизонты, которые давали ему творческое вдохновение, приносили мир его душе, и этот уголок Сорренто теперь всегда будет русским».

В честь открытия памятника состоялась научная конференция, посвященная Максиму Горькому, на которой были презентованы уникальные материалы о жизни и творчестве писателя - факсимиле прежде не публиковавшихся четырех номеров рукописного домашнего журнала «Соррентийская правда».

Торжества завершились творческим вечером, в рамках которого перед гостями выступила российская оперная певица, солистка Большого театра Анна Аглатова; участник международного культурного проекта «Русские сезоны» в Италии - российский оперный певец, солист Мариинского театра Аскар Абдразаков; концертмейстер Мариинского театра Наталья Мордашова.

Дом национальных литератур - проект, созданный под эгидой Фонда имени Мустая Карима совместно с Литературным институтом имени А.М. Горького. Проект объединяет инициативы по сохранению национального культурного наследия, поддержке и развитию национальной литературы в Российской Федерации.

_____

Италияла Максим Горькийға һәйкәл ҡуйылды

27 октябрь Италияның Сорренто ҡалаһында Максим Горькийға һәйкәл асылыуҙың тантаналы церемонияһы уҙҙы.

Унда Рәсәйҙәге Италия илсеһе Паскуале Терраччано, Сорренто мэры Джузеппе Куомо, «Милли әҙәбиәттәр йорто» фондының Попечителдәр советы рәйесе Тимербулат Кәримов, Рәсәй фән академияһының А.М. Горький исемендәге Донъя әҙәбиәте институтының директоры Вадим Полонский, һәйкәл авторы - Рәсәй Федерацияһының халыҡ рәссамы, Рәсәй фән академияһының ағзаһы Александр Рукавишников, шулай уҡ ике илдең йәмәғәтселек, мәҙәниәт һәм сәнғәт вәкилдәре ҡатнашты.

Горькийға һәйкәл асыу әҙиптең 150 йыллыҡ юбилейына бағышланды. Проект Мәскәүҙәге Италия илселеге һәм «Рус сезондары» проекты булышлығында Сорренто мэрияһы менән «Милли әҙәбиәттәр йорто» фонды һәм А.М. Горький исемендәге Донъя әҙәбиәте институты менән тормошҡа ашырылды.

«Бөгөнгө көн беҙҙең ҡала тарихында күренекле бер ваҡиға булып ҡаласаҡ – ул Соррентоға бөйөк рус яҙыусыһы Максим Горькийҙың ҡайтыуы, – тине һәйкәл асыу тантанаһында Сорренто мэры Джузеппе Куомо. – Горький Соррентола 9 йыл тирәһе йәшәгән һәм әҫәрҙәренең байтағын ул тап бында яҙа. Горький менән Сорренто бәйләнеше бик ныҡлы булып ҡала. Был һәйкәл быуаттар дауамында ҡалыр һәм дуҫлыҡ, Рәсәй менән Италия араһындағы уртаҡ проекттар символын сағылдырыр. Горькийҙың билдәле һүҙҙәрен ҡабатлағы килә: «Әгәр ҙә фән - донъя аңы икән, сәнғәт – уның йөрәге». Бөгөндән башлап беҙҙең халыҡтарҙың йөрәктәре сәнғәт хаҡына йәнәш тибер! »

«Соррентолағы дуҫтарыбыҙҙың беҙҙең мәҙәниәткә һәм әҙәбиәткә ҡарата йылы һәм иғтибарлы мөнәсәбәте өсөн рәхмәт тойғолары солғап ала, - тине һәйкәл асыу церемонияһы барышында «Милли әҙәбиәттәр йорто» фондының Попечителдәр советы рәйесе Тимербулат Кәримов. – Беҙҙең буталсыҡ, үткән заман идеалдары - йыш осраҡтарҙа бөтөнләй ғәҙелһеҙ – юҡҡа сығарылған, һәйкәлдәр емерелгән дәүерҙә, Сорренто йәнә мәңгелеккә ҡарай. Максим Горкийҙың Соррентоға ҡайтыуы – ул бөйөк рус әҙибенә ҡарата хөрмәт билдәһе генә түгел. Италия Горькийҙы йәнләндереп ебәргән, ижади энергия, ҡояш нурҙары һәм ҡеүәтле оптимизм менән һуғарып, уның тормошон оҙайтҡан. Бөгөн дә ошондай арҙаҡлы һәйкәл килеп сығыуы Рәсәй менән Италия араһындағы быуаттар аша килгән, үҙ-ара һөйөү тойғоһон оҙайта, беҙҙең халыҡтар араһындағы күперҙе нығыта».

«Милли әҙәбиәттәр йорто» фондының Попечителдәр советы рәйесе шулай уҡ тантанала ҡатнашыусыларға йүнәлтелгән Рәсәй Федерацияһының мәҙәниәт министры Владимир Мединскийҙың сәләмләү хатын уҡыны. «Горькийҙың ижады XX быуаттың мәҙәни һәм ижтимағи тормошона, беҙҙең илдең генә түгел, бар донъя әҙәбиәтенә лә бик ҙур йоғонто яһаған. Мәҙәниәт тарихына ул кешенең эске азатлығын йырлаусы, юғары әхлаҡи ҡиммәттәр һәм идеалдар өсөн көрәшсе автор булып инде. Классик тормошонда ҙур урын биләгән Сорренто ҡалаһында уның һәйкәлен ҡуйыу символик күренеш. Был ваҡиға – Рәсәй һәм Италия араһындағы мәҙәни бәйләнештәрҙе нығытыуға бик матур өлөш индереүенә шигем юҡ», - тине Владимир Мединский.

«Уға ҡунаҡсыллыҡ күрһәткән, башҡа илдәрҙә уның өсөн мөмкин булмаған азатлыҡ һәм ихласлыҡ менән үҙен асырға ярҙам иткән, бөйөк тарих һәм мәҙәниәт менән яҡындан танышыу, тойомлау тәжрибәһен биргән ергә Горький оло рәхмәтен ғүмерлеккә һаҡлай. Бында, Соррентола, Горький үҙенең биографияһындағы иң мөһим йылдарын – ижади юғарылыҡтарға илткән урта йәштәрен, өйҙәгеләр һәм бихисап ҡунаҡтары мөхитендә көсөргәнешле интеллектуаль эҙләнеү йылдарын үткәрә», - тип һөйләне Рәсәй фән академияһының А.М. Горький исемендәге Донъя әҙәбиәте институтының директоры Вадим Полонский.

«Скульптор өсөн һәр яңы скульптура – күңеленең бер өлөшө. Ошондай легендар һәм иҫ китмәле матур ерҙә минең сәнғәт әҫәре ҡалыуына бик бәхетлемен», - тине һәйкәл авторы Александр Рукавишников.

Церемония аҙағында Италияның Рәсәйҙәге илсеһе Паскуале Терраччано сығыш яһаны. «Бөгөн беҙ Италия һәм Рәсәй бәйләне тарихнамәһенә тағы бер һоҡланғыс, бик матур бер бит яҙҙыҡ, - тине илсе. – Беҙ Горькийҙы диңгеҙ ярына ҡайтарҙыҡ, уны илһамландырған, күңелен йыуатҡан ошо зәңгәр офоҡтарға ул йәнә бағасаҡ, һәм Соррентоның был мөйөшө гел рус булып ҡаласаҡ».

Һәйкәл асылыу айҡанлы Максим Горькийға арналған ғилми конференция үткәрелде, унда яҙыусының тормошо һәм ижады хаҡында уникаль материалдар - бығаса бер ҡайҙа ла баҫылмаған «Сорренто хәҡиҡәте» ҡулъяҙма өй журналының дүрт һанының факсимиленың презентацияһы уҙғарылды.

Тантана ижади кисә менән тамамланды, уның сиктәрендә ҡунаҡтар алдында Рәсәй опера йырсыһы, Ҙур театр солисы Анна Аглатова; Италиялағы «Рус сезондары» халыҡ-ара мәҙәни проектында ҡатнашыусы - Рәсәй опера йырсыһы, Мариинка театры солисы Асҡар Абдразаҡов; Мариинка театры концертмейстеры Наталья Мордашова сығыш яһаны.

Фото из архива Фонда имени Мустая Карима
Фотограф: Олег Павлов