Новости

В Италии установят памятник Максиму Горькому
26.10.2018

27 октября в итальянском городе Сорренто состоится торжественная церемония открытия памятника Максиму Горькому.

В ней примут участие посол Италии в России Паскуале Терраччано, мэр Сорренто Джузеппе Куомо, уполномоченный по международным связям мэрии Сорренто Антонино Фиорентино, председатель Попечительского совета фонда «Дом национальных литератур» Тимербулат Каримов, директор Института мировой литературы им. А.М. Горького Российской академии наук Вадим Полонский, представители общественности, культуры и искусства обеих стран.

Открытие памятника Горькому приурочено к 150-летнему юбилею со дня рождения писателя. Проект реализуется мэрией Сорренто совместно с Фондом «Дом национальных литератур» и Институтом мировой литературы им. А.М. Горького при поддержке Посольства Италии в Москве и проекта «Русские сезоны». Автор скульптуры - народный художник Российской Федерации, член Российской академии художеств Александр Рукавишников.

В честь открытия памятника состоится фестиваль «Возвращение в Сорренто: Максиму Горькому 150 лет». Также в программе торжеств - презентация уникальных материалов о жизни и творчестве Горького - факсимиле прежде не публиковавшихся четырех номеров рукописного домашнего журнала «Соррентийская правда».

Кроме того, 27 октября на Вилле «Иль Сорито» состоится творческий вечер, в рамках которого перед гостями выступит российская оперная певица, солистка Большого театра Анна Аглатова; участник международного культурного проекта «Русские сезоны» в Италии - российский оперный певец, солист Мариинского театра Аскар Абдразаков; концертмейстер Мариинского театра Наталья Мордашова.

_____

Италияла Максим Горькийға һәйкәл ҡуйыласаҡ

27 октябрь Италияның Сорренто ҡалаһында Максим Горькийға һәйкәл асылыуҙың тантаналы церемонияһы уҙасаҡ.

Унда Италияның Рәсәйҙәге илсеһе Паскуале Терраччано, Сорренто мэры Джузеппе Куомо, Сорренто мэрияһының халыҡ-ара бәйләнештәр буйынса яуаплы вәкиле Антонино Фиорентино, «Милли әҙәбиәттәр йорто» фондының Попечителдәр советы рәйесе Тимербулат Кәримов, Рәсәй фән академияһының А.М. Горький исемендәге Донъя әҙәбиәте институтының директоры Вадим Полонский, ике илдең йәмәғәтселек, мәҙәниәт һәм сәнғәт вәкилдәре ҡатнаша.

Горькийға һәйкәл асыу әҙиптең 150 йыллыҡ юбилейына бағышланған. Проект Мәскәүҙәге Италия илселеге һәм «Рус сезондары» проекты булышлығында Сорренто мэрияһы менән «Милли әҙәбиәттәр йорто» фонды һәм А.М. Горький исемендәге Донъя әҙәбиәте институты менән тормошҡа ашырыла. Скульптура авторы - Рәсәй Федерацияһының халыҡ рәссамы, Рәсәй фән академияһының ағзаһы Александр Рукавишников.

Һәйкәл асылыу айҡанлы «Соррентоға ҡайтыу: Максим Горькийға 150 йыл» фестивале уҙғарыла. Шулай уҡ тантаналы саралар сиктәрендә Горькийҙың тормошо һәм ижады хаҡында уникаль материалдар - бығаса бер ҡайҙа ла баҫылмаған «Сорренто хәҡиҡәте» ҡулъяҙма өй журналының дүрт һанының факсимилеһының презентацияһы үтәсәк.

Унан башҡа, 27 октябрь «Иль Сорито» виллаһында ижади кисә үткәрелә, уның сиктәрендә ҡунаҡтар алдында Рәсәй опера йырсыһы, Ҙур театр солисы Анна Аглатова; Италиялағы «Рус сезондары» халыҡ-ара мәҙәни проектында ҡатнашыусы - Рәсәй опера йырсыһы, Мариинка театры солисы Асҡар Абдразаҡов; Мариинка театры концертмейстеры Наталья Мордашова сығыш яһаясаҡ.