Новости

Учащиеся Башкирской гимназии получили гранты от Фонда имени Мустая Карима
19.10.2018

19 октября в Уфе состоялось вручение грантов Фонда имени Мустая Карима учащимся Башкирской гимназии № 158, носящей имя писателя.

В торжественной церемонии, приуроченной к 99-летию народного поэта Башкортостана, приняли участие заместитель главы администрации городского округа города Уфы Сынтимер Баязитов; глава администрации Кировского района городского округа города Уфы Динар Халилов; председатель комитета по образованию, культуре, молодёжной политике и спорту Государственного Собрания - Курултай Республики Башкортостан Раиль Асадуллин; дочь писателя, директор Фонда имени Мустая Карима Альфия Каримова; председатель Союза писателей РБ Заки Алибаев; главный редактор издательства «Инеш» Алексей Фенин; поэты Юмабика Ильясова и Алла Докучаева; грантообладатели предыдущих годов - студенты и молодые ученые, ученики гимназии и их семьи.

Альфия Каримова подарила гимназии недавно вышедшую книгу «Мустай. Интервью, которого никогда не было», а также 100 билетов на спектакль «Луна и листопад».

Обладателями именных грантов за успехи в учёбе стали 10 учащихся гимназии:
Абдульменова Рузиля Рустамовна, 11Б класс
Гафарова Рамзиля Ринатовна, 11Б
Гумеров Ильмурат Илдарович, 10Б
Зиганшин Айгизар Азатович, 11Б
Игликова Аида Мирзаевна, 11В
Кильбахтина Анастасия Маратовна, 10Б
Ширяева Арина Андреевна, 9Г
Хузина Камилла Ильдусовна, 8А
Шайгарданова Алия Шамилевна, 10В
Магасумов Эмиль Рамилевич, 11В

20 октября 2018 года отмечается 99-я годовщина со дня рождения Мустая Карима. В Башкирии проводятся праздничные мероприятия, посвящённые этой дате.

20 октября в 13:00 на площади имени Мустая Карима в Уфе состоится торжественная церемония возложения цветов к памятнику поэту, а также пройдёт праздничный концерт.

В этот же день в 15:00 в творческой мастерской имени Мустая Карима состоится вручение ежегодных грантов Фонда имени Мустая Карима студентам Башкирского государственного университета.

В 18:00 часов труппа Государственного академического русского драматического театра представит зрителям спектакль «Луна и листопад» по мотивам произведения Мустая Карима.

_____

Башҡорт гимназияһы уҡыусыларына Мостай Кәрим исемендәге Фонд гранттары тапшырылды

19 октябрь Өфөлә яҙыусы исемен йөрөткән 158-cе Башҡорт гимназияһы уҡыусыларына Мостай Кәрим исемендәге Фонд гранттары бирелде.

Башҡортостан халыҡ шағирының тыуыуына 99 йыл айҡанлы үткән тантаналы церемонияла Өфө ҡала округының хакимиәте башлығы урынбаҫары Сынтимер Баязитов; Өфө ҡала округының Киров районы хакимиәте башлығы Динар Хәлилов; Башҡортостан Республикаһының Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың мәғариф, мәҙәниәт, йәштәр сәйәсәте һәм спорт буйынса комитет рәйесе Рәил Әсәҙуллин; әҙиптең ҡыҙы, Мостай Кәрим исемендәге Фонд директоры Әлфиә Кәримова; БР-ҙың Яҙыусылар Союзы рәйесе Зәки Әлибаев; «Инеш» нәшриәтенең баш мөхәррире Алексей Фенин; шағирәләр Йомабикә Ильясова һәм Алла Докучаева; үткән йылдарҙа грант алыусы студенттар, йәш ғалимдар, гимназия уҡыусылары һәм уларҙың ғаиләләре булды.

Әлфиә Кәримова гимназияға бүләк итеп яңыраҡ сыҡҡан «Мостай. Бер ҡасанда булмаған интервью» китабын һәм «Луна и листопад» спектакленә 100 билет тапшырҙы.

Гимназияның уҡыу алдынғылары - 10 уҡыусы исемле грантҡа лайыҡ булды:
Әбделмәнова Рүзилә Рөстәм ҡыҙы, 11Б класс
Ғафарова Рәмзилә Ринат ҡыҙы, 11Б
Ғүмәров Илморат Илдар улы, 10Б
Йыһаншин Айгизәр Азат улы, 11Б
Игликова Аида Мирза ҡыҙы, 11В
Килбәхтина Анастасия Марат ҡыҙы, 10Б
Ширяева Арина Андреевна, 9Г
Хузина Камилла Илдус ҡыҙы, 8А
Шәйһәрҙәнова Әлиә Шамил ҡыҙы, 10В
Мәғәсүмов Эмиль Рәмил улы, 11В

2018 йылдың 20 октябрендә Мостай Кәрим тыуыуына 99 йыл тулыуы билдәләнә. Башҡортостанда был датаға ҡарата бик күп байрам саралары ҡаралған.

Өфөлә Мостай Кәрим исемле майҙанда 20 октябрь 13:00 сәғәттә шағир һәйкәленә сәскә һалыу тантаналы церемонияһы һәм байрам концерты үтәсәк.

Шул уҡ көндө 15:00 сәғәттә Мостай Кәрим исемендәге ижади оҫтаханала Башҡорт дәүләт университетының Мостай Кәрим исемендәге Фондының йыл да тапышырлған гранттар менән бүләкләү сараһы уҙасаҡ.

18:00 сәғәттә Рус дәүләт академия драма театрының труппаһы тамашасыларға Мостай Кәрим әҫәре буйынса «Луна и листопад» спектаклен тәҡдим итә.