Новости

Молодые скрипачи получили премию от Фонда имени Мустая Карима
21.09.2018

21 сентября в Уфе завершился II Международный конкурс скрипачей Владимира Спивакова. Двое музыкантов были награждены специальной премией «Надежда» от Фонда имени Мустая Карима.

«Сегодня, в День памяти Мустая Карима, для меня большая честь вручить премию «Надежда» Марии Дуэньяс и Федору Безносикову от имени Фонда Мустая Карима. Мустай Карим уделял огромное внимание делу поддержки молодых талантов, людей искусства. Пусть имя Мустая осеняет творчество наших сегодняшних лауреатов», - отметил учредитель Фонда имени Мустая Карима, внук народного поэта Башкортостана Тимербулат Каримов, вручая премию.

Церемония награждения лауреатов состоялась в Государственном концертном зале «Башкортостан». Конкурс проходил в течение четырех дней, в мастерстве игры состязались скрипачи в возрасте от 15 до 26 лет из шести стран мира.

_____

Йәш скрипкасыларға Мостай Кәрим исемендәге Фонд премиялары тапшырылды

21 сентябрь Өфөлә Владимир Спиваков исемендәге II Халыҡ-ара скрипкасылар конкурсы тамамланды. Ике музыкант Мостай Кәрим исемендәге Фонд булдырған “Өмөт” махсус премияһына лайыҡ булды.

“Бөгөн, Мостай Кәримде иҫкә алған көнө, минең өсөн Мария Дуэньяс менән Федор Безносиковҡа Мостай Кәрим исемендәге Фондтың “Өмөт” премияһын тапшырыу айырыуса ҙур әһәмиәткә эйә. Мостай Кәрим йәш таланттарға, сәнғәт әһелдәренә ярҙам итеүгә ҙур иғтибар бүлгән. Мостай исеме бөгөнгө лауреаттарҙың да ижадын яҡтыртһын”, - тине премия тапшырған ваҡытта Мостай Кәрим исемендәге Фонд учредителе, Башҡортостандың халыҡ шағирының ейәне Тимербулат Кәримов.

Лауреаттарҙы тәбрикләү церемонияһы “Башҡортостан” дәүләт концерт залында үтте. Конкурс дүрт көн дауам итте, уйын оҫталығында донъяның алты иленән килгән 15 йәштән 26 йәшкә тиклемге скрипкасылар ярышты.