Новости

Премьера Башкирского театра кукол о Мустае Кариме станет синтезом нескольких видов искусства
18.08.2018

В театре кукол началась подготовка к новому сезону. В ближайшее время зрителей ожидают сразу четыре премьеры: камерный спектакль «Лиса-сирота», «Буратино», спектакль-портрет «Мустай Карим. Близкий горизонт» и «Красная Шапочка».

Открытие 87-го театрального сезона состоится 15 сентября. В этот день театр приглашает маленьких зрителей на долгожданную, самую кукольную премьеру – спектакль по сказке Алексея Толстого «Буратино» в постановке Петра Васильева из Петрозаводска и Алевтины Торик из Санкт-Петербурга.

17 августа зрители увидели премьеру прошлого сезона - спектакль «Принцесса Крапинка». А 24 августа зрителей ожидает премьера спектакля «Лиса-сирота», режиссер – Ольга Штырляева, художник – Ильнур Слявчин. Спектакль по мотивам башкирской народной сказки «Лиса-сирота» создан в рамках программы по изучению и сохранению родных языков.

Также в театре кукол начинается работа над спектаклем «Красная Шапочка». Режиссеры – Виктория Щербакова и Андрей Волков. Цеха уже в ближайшее время приступят к изготовлению кукол и декораций, а с актерами еще перед отпуском начали проводить читки. Пожалуй, одним из главных сюрпризов в этом спектакле станет участие любимого зрителями Айрата Ахметшина.

Зрителей постарше в новом сезоне ждет долгожданная премьера спектакля о жизни и творчестве Мустая Карима «Мустай Карим. Близкий горизонт». Эта масштабная работа ставится на средства программы «Театры детям». Режиссер Альберт Имамутдинов привлек к этой работе сразу двоих талантливых художников – Ильнура Слявчина и Анису Туманшину, музыку пишет Урал Идельбаев. Спектакль-портрет о жизни и творчестве поэта – это синтез нескольких видов сценического искусства: здесь есть хореографические номера, работа актеров в масках, в живом плане, видеопроекции и, конечно же, куклы самых разных систем. Премьера запланирована на 12 октября.

_____

Башҡорт ҡурсаҡ театрының Мостай Кәрим тураһындағы премьера бер-нисә сәнғәт төрө синтезы буласаҡ

Ҡурсаҡ театрында яңы сезонға әҙерлек башланды. Яҡын арала тамашасыларҙы бер юлы дүрт премьера көтә: «Етем Төлкө» тигән камерный спектакль, «Буратино», «Мостай Кәрим. Яҡын офоҡ» исемле спектакль-портрет һәм дә «Ҡыҙыл Кәләпүш».

87-се театр сезонын асыу тантанаһы 15 сентябргә билдәләнгән. Ул көндө кескәй тамашасыларын театр көтөп алған, иң-иң ҡурсаҡлы премьераға - Алексей Толстойҙың «Буратино»һына  саҡыра. Уны Петрозаводсктан Петр Васильев һәм Санкт-Петербургтан Алевтина Торик сәхнәләштерҙе.

17 август тамашасылар былтырғы сезон премьераһын ҡараны – ул “Принцесса Крапинка” спектакле. Ә 24 август уларҙы «Етем Төлкө» спектакле премьераһы көтә, режиссеры – Ольга Штырляева, рәссамы – Илнур Слявчин. «Етем Төлкө» тамашаһы башҡорт халыҡ әкиәтенә таянып,  туған телдәрҙе өйрәнеү һәм һаҡлау программаһы сиктәрендә ҡуйылды.

Шулай уҡ Ҡурсаҡ театрында «Ҡыҙыл Кәләпүш» спектакле өҫтөндә эш башланды. Режиссерҙары – Виктория Щербакова һәм Андрей Волков. Цехтар яҡын арала ҡурсаҡтар һәм декорациялар яһауға  тотона, ә актерҙар менән читка (пьесаны уҡып сығыу) сираттағы ял алдынан үткәрелгәйне. Тамашасыларҙың яратҡан актеры Айрат Әхмәтшиндың был спектаклдә уйнауы сюрприздарҙың иң ҙуры  булыр, моғайын.

Өлкәнерәк тамашасыларҙы яңы сезонда Мостай Кәримдең тормошо һәм ижады тураһындағы көтөп алған «Мостай Кәрим. Яҡын офоҡ» спектакль премьераһына саҡыралар. Был ҙур күләмле эш «Театр – балаларға» программаһы буйынса тормошҡа ашырыла. Режиссер Альберт Имаметдинов был эшкә бер юлы ике һәләтле рәссамды – Ильнур Слявчин менән Әнисә Томаншинаны йәлеп итте, музыкаһын Урал Иҙелбаев ижад итә. Шағирҙың тормошо һәм ижады тураһындағы спектакль-портрет – ул бер-нисә сәхнә төрҙәренең синтезы: бында хореографик номерҙар ҙа, актерҙарҙың битлек кейеп сығыуҙары ла, тере аралашыу ҙа, видеопроекция ла  һәм, әлбиттә, төрлө системалағы ҡурсаҡтар ҙа буласаҡ. Премьера 12 октябргә билдәләнгән.

Источник: Башинформ