Новости

В фильм «Радость нашего дома» по повести Мустая Карима пригласили юную звезду российского кино

1 июля 2018
E750512766134dec3abddb14621ec2e0

В фильм «Радость нашего дома» по одноименной повести народного поэта Башкортостана Мустая Карима пригласили юную звезду российского кино Марту Тимофееву.

Московская школьница вживается в образ Оксаны, названную сестру мальчика Ямиля, привезенную его матерью с Украины в годы Великой Отечественной войны.

Как сообщили в Фонде имени Мустая Карима, Марта уже приступила к съемкам в живописной башкирской глубинке и делает первые успехи в башкирском языке. Консультант по башкирскому языку говорит, что у Марты уже очень неплохо получается.

Актрисе всего восемь лет, но она снимается в кино и телесериалах с 2013 года. К началу съемок в Башкирии Марта сыграла во многих фильмах: «Время первых», «Легенда о Коловрате», «Он — дракон», «Гоголь. Начало», «Дед Мороз. Битва магов» и других.

Напомним, фильм «Радость нашего дома» снимает известный российский актер и режиссер Александр Галибин, автор сценария – Айдар Акманов.

_____
Мостай Кәримдең “Беҙҙең өйҙөң йәме” буйынса төшөрөлгән фильмға Рәсәй киноһының кескәй йондоҙо саҡырылды

Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең “Беҙҙең өйҙөң йәме” повесы буйынса шул уҡ исемле фильмына Рәсәй киноһының кескәй йондоҙо Марта Тимофеева саҡырылды.

Мәскәү уҡыусыһы Оксана образын һынландырырға тейеш, ул Йәмилдең ҡыямат һеңлеһе һәм уны Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Украинан Йәмилдең әсәһе алып ҡайта.

Мостай Кәрим исемендәге фонд “Башинформ” агентлығына хәбәр итеүенсә, Марта Башҡортостандың хозур төпкөлөндә үткән съемкаларҙа ҡатнаша башланы ла инде һәм башҡорт телен үҙләштереүҙә тәүге уңыштарына өлгәшә. Башҡорт теле буйынса консультант Мартаның арыу килеп сыға, тип әйтә.

Актрисаға бары һигеҙ генә йәш, әммә ул кино һәм сериалдарҙа 2013 йылдан бирле уйнай һәм Башҡортостанда үткән съемкаларға тиклем «Время первых», «Легенда о Коловрате», «Он — дракон», «Гоголь. Начало», «Дед Мороз. Битва магов» һәм башҡа фильмдарҙа төшөп өлгөрҙө.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, “Беҙҙең өйҙөң йәме” фильмын Рәсәйҙең билдәле актеры һәм режиссеры Александр Галибин төшөрә, сценарий авторы – яҡташыбыҙ Айҙар Аҡманов.

Источник: Башинформ