Новости

«Бессмертный полк» на площади у Горсовета Уфы встретил Мустай Карим
09.05.2018

Портрет старшего лейтенанта-орденоносца Мустафы Каримова и стихи Народного поэта о великой Победе стали частью торжественного оформления башкирской столицы к 9 мая. Об истории фронтовой фотокарточки рассказала дочь поэта Альфия Каримова.

Фрагмент из стихотворения «9 мая» и редкая фронтовая фотография старшего лейтенанта Мустафы Каримова, награжденного орденом Красной звезды, стали элементом праздничного убранства главной площади Уфы во время прохождения колонн «Бессмертного полка» перед трибунами Горсовета Уфы в День Победы.

В Уфе становится доброй традицией использование образов, вышедших из-под пера поэта-фронтовика для праздничного оформления города ко Дню Победы. В прошлом году уфимцы увидели Мустая Карима в буденовке, в форме курсанта-связиста, и цитату из знаменитого стихотворения 1941 года «Товарищи, я ухожу на фронт…». В этом году Мустай уже предстал перед уфимцами сотрудником газеты 3-го Украинского фронта «Советский воин».

Боевой путь и творческую деятельность старшего лейтенанта Каримова гвардии подполковник Николай Степанович Филиппов, ответственный редактор газеты «Советский воин», представляя его к награде в августе 1944 года, охарактеризовал так:

«Товарищ Каримов, окончив училище связи, командовал подразделением, участвуя в боях под Брянском. Имеет одно тяжёлое, одно лёгкое ранение. Представлен к награде, но материалы оказались затерянными. На работе в редакции (после излечения в госпитале), показал себя отличным работником. Часто бывает на передовой, организуя материалы военкоров. Тов.Каримов с 1936 года занимается литературной работой. Член Союза Советских писателей. Выпустил 4 книги, 2 из них - во время войны. В печати находится пятая книга. Товарищ Каримов достоин награждения орденом Красной Звезды»
(Наградной лист от 12 августа 1944 года, 3 УкрФ, ОБД "Память народа»)

- После тяжелого ранения в грудь папа долго - больше полугода - лежал в госпиталях, и в это время документы на его первую боевую награду действительно потерялись, так что этот снимок был сделан не раньше 25 сентября 1944 года, когда он стал кавалером ордена Красной Звезды, - рассказала директор Фонда имени Мустая Карима Альфия Каримова. - А орден Отечественной войны 2-й степени он получил сразу после войны - в июле 1945 года. Это значит, что снимок, скорее всего, сделан во время операции по освобождению Болгарии, в которой он принимал участие в составе редакции фронтовой газеты "Советский воин". Стихотворение «9 мая» он написал уже после войны, в 1977 году. Сегодня - большой праздник, один из самых его любимых дней в году, поэтому мы предложили для плакатов самые торжественные строки. Но всё стихотворение, как и сама Победа, содержит в себе не только радость, но и горечь. Папа гордился тем, что и его кровь оказалась годной для орошения родной земли, и что он сам дошел, дожил до Дня Победы.

Девятое мая
Страна родная! В небо вознеслись
Знамёна твоей выстраданной славы.
Огонь салютов, озаряя высь,
Пылает над планетой величаво.
Я в час такой взмываю к небесам
Или, теряясь, никну вдруг в мгновенье…
То будто свет я излучаю сам,
То сам себе кажусь я только тенью.
Поклон земной – пусть свет я или тень -
Тебе за всё, что мне наворожила.
Ты верила в меня в свой чёрный день,
Часть бед на плечи мне переложила.
Как к службе строевой, был годен я
К утратам, тебе выпавшим на долю,
И годной оказалась кровь моя
Для орошенья страждущего поля.
По мне была и горькая вода
Твоя, и чёрствая краюшка хлеба,
Твоё терпенье, и твоя беда,
И чёрным дымом устланное небо.
Я годен был – до праздничного дня
Дойти, дожить – до Дня Победы нашей.
В торжественном застолье ты меня
Заздравною не обносила чашей.
За воздаянья кланяюсь, Земля,
Делам ты впору цену назначала,
Не утопила в горечи – хуля,
Хваля – меня на царство не венчала.
Не унижала, в долг давая мне
Хлеб, соль, награды и почёт немалый…
Поверь, несчастным был бы я вдвойне,
Когда бы в долг ты счастье мне давала.
Мустай Карим, 1977 год

_____

«Үлемһеҙ полк» ты Ҡала советы майҙанында Мостай Кәрим ҡаршыланы.

«9 май» шиғырынан өҙөк һәм Ҡыҙыл йондоҙ ордены менән наградланған өлкән лейтенант Мостафа Кәримовтың фронтта төшкән һирәк фотоһүрәте Өфөнөң төп майҙанының байрам биҙәлешенең бер өлөшөн тәшкил итте һәм «Үлемһеҙ полк» Ҡала советы трибуналары янынан үткән саҡта уны ҡаршы алды.

Өфөлә Еңеү байрамының биҙәлешендә шағир-фронтовиктың төрлө образдарын һәм уның ижады өлгөләрен ҡулланыу матур йолаға әйләнеп бара. Былтыр өфөләр Мостай Кәримде буденовкала, элемтәсе курсант формаһында фотоһын күреп, 1941 йылда яҙылған “Мин фронтҡа китәм, иптәштәр...” билдәле шиғырынан юлдарын уҡыны. Быйыл иһә ҡала халҡы алдында Мостай 3-cө Украина фронтының «Совет яугиры» газетаһының хеҙмәткәре булараҡ килеп баҫты.

Өлкән лейтенант Кәримовтың хәрби юлын һәм ижади эшмәкәрлеген «Совет яугиры» газетаһының яуаплы мөхәррире, гвардия подполковнигы Николай Степанович Филиппов 1944 йылда уны наградаға күрһәткәндә, ошолай итеп ҡылыҡһырланы:

«Иптәш Кәримов, элемтә училищеһын тамамлағандан һуң, Брянск янындағы яуҙарҙа подразделение менән командалыҡ итә. Бер ауыр, бер еңелсә яра ала. Наградаға күрһәтелә, әммә материалдар юғалған булып сыға. Редакцияла эшләгәндә (госпиталдә дауаланып сыҡҡандан һуң) үҙен бик шәп хеҙмәткәр итеп күрһәтте. Военкор материалдарын ойоштороп, йыш ҡына алғы һыҙыҡта була. Иптәш Кәримов 1936 йылдан әҙәби хеҙмәт менән шөғөлләнә. Яҙыусылар Союзы ағзаһы. 4 китап сығара, уларҙың 2-һе һуғыш мәлендә. Бишенсе китабы баҫылыу өҫтөндә. Иптәш Кәримов Ҡыҙыл Йондоҙ орденына лайыҡ».
Награда ҡағыҙы, 12 август 1944 , 3 УкрФ, «Халыҡ хәтере» порталы

– Күкрәге ауыр яраланғандан һуң атайым бик оҙак – ярты йылдан ашыу – госпиталдәрҙә ята, һәм ошо ваҡытта уның тәүге хәрби наградаға тапшырылған документтар, ысынлап та, юғала, шуға ла был фотоһүрәте 1944 йылдың 25 сентябренән һуң, ул Ҡыҙыл Йондоҙ кавалеры булғас төшөрөлгән, – тип һөйләй Мостай Кәрим фондының директоры Әлфиә Кәримова. – Ә 2-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены менән уны һуғыш тамамланғас та – 1945 йылдың июлендә наградлайҙар. Тимәк, был фото Болгарияны азат итеү операцияһы барышында төшөрөлгәндер, ул унда «Совет яугиры» фронт газетаһының редакцияһы ағзаһы булараҡ ҡатнашты. Бөгөн ҙур байрам, уның иң яратҡан байрамдарының береһе, шуға ла беҙ плакат өсөн иң тантаналы шиғыр юлдарын эҙләнек. Әммә был шиғырҙа, Еңеү байрамында кеүек, шатлыҡ менән бергә йөрәк әрнеүе лә бар. Атайым туған ере уның ҡаны менән дә һуғарылыуы, үҙенең дә Еңеү көнөнә тиклем еткәне, йәшәгәне менән ғорурланды.

9 май
Тыуған илем! Һауларға ашҡан
Шөһрәтеңдең хаҡлы байраҡтары.
Ер шарының ике яртыһында
Салютыңдың балҡый шаңдаҡтары.
Шундай саҡта мин йә сүгеп төшәм,
Йә күктәргә тейә түбәләрем,
Бер ҡараһаң, үҙем балҡыш, имеш,
Бер ҡараһаң, бары күләгәмен.
Ни булһам да, рәхимеңә рәхмәт,
Миңә ышандың ҡара көндәреңдә.
Башҡайыңа төшкән бәләләрҙән
Өлөш һалдың минең иңдәремә.
Мин яраҡлы булдым сыҙамыңа,
Ҡатҡан һыныҡ, татыр һыуҙарыңа.
Һәм яраҡлы булды минең ҡаным
Һинең тупрағыңды һуғарырға.
Еңеүеңә мин яраҡлы булдым.
Хайран шәмдәр һиндә ҡабынғанда,
Байрамыңа мин яраҡлы булдым -
Ситкә тибәрмәнең табындарҙа.
Рәхмәт, илем! Бирһәң, үлсәп бирҙең,
Ҡылғаныма хаҡты таманланың.
Маҡтар булһаң, хаттин ашырманың,
Сама менән генә яманланың.
Кәмһетмәнең һин, үтескә биреп,
Икмәк, тоҙ, һыу, бүләк, дәрәжәләр.
Бик бәхетһеҙ иткән булыр инең,
Һин бурысҡа бәхет бирһәң әгәр...
Мостай Кәрим, 1977 йыл.

Источник: Mkset.ru
Фото и видео: Шамиль Валеев