Новости

Пьеса Мустая Карима «Не бросай огонь, Прометей!» вернулась на сцену Башкирского драмтеатра
19.04.2018

За день до премьеры постановку оценили критики и журналисты. Главным режиссером-постановщиком стал лауреат Государственной республиканской молодежной премии Шайхзады Бабича Ильсур Казакбаев. А главную роль исполнил Азат Валитов. Молодой актер уже успел завоевать любовь зрителей. Совсем недавно он сыграл роль Игнатова в спектакле «Зулейха открывает глаза». Премьерные показы пройдут в эту пятницу и субботу.

Словно птица феникс, пьеса Мустая Карима вернулась на сцену Башдрамтеатра на современный лад. В первый раз «Не бросай огонь, Прометей!» был поставлен в 1977 году режиссером Рифкатом Исрафиловым. Работа была удостоена диплома первой степени III Всероссийского фестиваля драматургии и театрального искусства народов СССР. Позже постановка ставилась на разных сценах столицы. А до сегодняшнего дня ее можно было посмотреть только в Национальном молодежном театре.

Ильсур Казакбаев, режиссер-постановщик Башкирского драматического театра им. М. Гафури: «Если еще углубиться в мифы, то тут очень много провокаций. И в самой пьесе и то, что Мустай Карим в свое время преподнес это все. Это тоже своего рода прометеевский поступок – написать эту пьесу в его время».

Тогда, почти полвека назад, в спектакле играли такие звёзды, как Гюлли Мубарякова, Ильшат Юмагулов, Олег Ханов. В этот раз режиссёром стал Ильсур Казакбаев. Главную роль получил молодой актёр Азат Валитов. Он уже успел завоевать любовь зрителя, сыграв Игнатова в постановке «Зулейха открывает глаза».

Азат Валитов, актер Башкирского драматического театра им. М. Гафури: «Репетиции очень сложные были. Такая роль. А понял я в конечном итоге или нет – увидим на сцене».

Миф о Прометее до сих пор волнует умы современных поэтов и мыслителей. Образ титанического героя изначально очень далек от однозначности. Поэтому не исключено, что постановка может вызвать споры. Под прицелом телекамер и строгим взглядом критиков и коллег сегодня прошёл предпремьерный показ спектакля. Уже завтра Башкирский драматический театр ждёт всех, кто хотел бы окунуться в историю мыслящего наперёд и предвидящего по мотивам Мустая Карима.

_____

Мостай Кәримдең “Ташлама утты, Прометей!” йәнә Башҡорт драма театры сәхнәһенә ҡайтты.

Премьеранан бер көн алда уны журналисттар һәм тәңҡитселәр ҡараны. Спектаклде ҡуйыусы режиссер – Шәйехзада Бабич исемендәге Дәүләт республика йәштәр премияһы лауреаты Илсур Ҡаҙаҡбаев. Төп ролде иһә Азат Вәлитов башҡара. Йәш актер тамашасылар күңелен яулап та өлгөрҙө. Яңыраҡ ҡына ул “Зөләйхә күҙҙәрен аса” спектаклендә Игнатов ролен уйнаны. Премьера ошо йома һәм шәмбе үтәсәк.

Феникс ҡошондай, Мостай Кәрим пьесаһы заманса һулыш менән Башҡорт академия драма театрының сәхнәһенә йәнә әйләнеп ҡайтты. Тәүге тапҡыр “Ташлама утты, Прометей!” пьесаһын 1977 йылда режиссер Рифҡәт Исрафилов сәхнәләштергәйне. Уның был ижади эше III СССР халыҡтарының Бөтә Рәсәй милли драматургияһы һәм театр сәнғәте фестивалендә I дәрәжә дипломға лайыҡ булды. Трагедия күп тапҡыр төрлө сәхнәләрҙә ҡуйылды, һуңғы йылдарҙа ул Милли йәштәр театрында күрһәтелде.

М. Ғафури исемендәге Башҡорт драма театрының ҡуйыусы режиссеры Илсур Ҡаҙаҡбаев: “Мифтар төпкөлөнә төшә башлаһаң, унда бик күп провокациялар бар. Пьесаның үҙендә лә, Мостай Кәрим үҙ заманында бын нисек килтереп сығарыуында ла. Шул заманда ошондай пьеса яҙыу - был да бит Прометейға тиң ҡылыҡ”.

Ярты быуат элек спектаклдә Гөлли Мөбәрәкова, Илшат Йомағолов, Олег Ханов кеүек театр йондоҙҙары уйнағайны. Был юлы пьесаға режиссер Илсур Ҡаҙаҡбаев тотондо. Ә төп роль йәш актер Азат Вәлитовҡа тапшырылды. Ул яңыраҡ ҡуйылған “Зөләйхә күҙҙәрен аса” спектаклендә Игнатов ролен башҡарып, тамашасылар күңелен яулап та өлгөрҙө.

М. Ғафури исемендәге Башҡорт драма театрының актеры Азат Вәлитов: “Репетициялар бик ҡатмарлы булды. Роле лә ниндәй бит. Тик мин уны аңланым мы, юҡ мы – сәхнәлә күренер”.

Прометей хаҡында миф заман шағирҙарын һәм аҡыл эйәләрен һаман да илһамландыра. Титан геройының образы баштан уҡ төрлө уйҙар һәм хистәр тыуҙырыусан ине. Шуға ла яңы сәхнә әҫәренең бәхәс тыуҙырыуы ла мөмкин. Бөгөн премьера алды спектакле телекамералар, тәңҡитселәрҙең һәм коллегаларҙың талапсан ҡараштары аҫтында үтте. Ә иртәгәнән башлап Башҡорт драма театры алдынғы фекер йөрөтөүсе һәм күрәҙә итә белеүсе аҡыл эйәһе Мостай Кәрим бәйән иткән тарихҡа саҡырып ҡала.

Источник: Bash.News
Автор: Ильяс Батыргариев